Ҡоҙғон-Әхмәр ҡатайҙары тарихы

“Урал” гәзитендә “Ҡоҙғон-Әхмәр ауылының ҡыҫҡаса тарихы, йәғни Ҡоҙғон ҡатайҙары” тигән яҙмам баҫылып сыҡҡандан һуң шылтыратыуҙар, ҡотлауҙар, күп булды. Шул уҡ ваҡытта ѳҫтәлмәләр, тѳҙәтеүҙәр менән бергә һорауҙар ҙа бирҙеләр. Күптәрҙе беҙҙең ҡайҙан килеп сығыуыбыҙ, ни ѳсѳн Ҡоҙғон ҡатайҙары икәнлегебеҙ ҡыҙыҡһындыра, ер-һыу атамаларында тороп ҡалған исемдәргә аңлатмалар биреүҙе үтенә.
Әлбиттә, мин күберәк Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы тураһында яҙырға тырыштым. Башҡа ауылдар тураһында архив материалдары булһа ла, яҙмай үткәйнем. Был юлы башҡа ауылдар тарихына ҡағылышлы материалдарға урын бирәсәкмен.

I БҮЛЕК

Беҙҙең Ҡатай ырыуының килеп сығыуына аңлатма биреү ѳсѳн ѳҫтәлмә итеп А.З. Әсфәндийәровтың “История сел и деревень Башкирской АССР. Справочная книга. Книга вторая - Уфа. Башк. кн. изд-во, 1991” китабының “Белорецкий район. Башкирские деревни” тигән яҙмаһынан ѳҙѳк килтерәйек. “Населенные пункты района возникли на территории Катайской волости. Племя катай состояло из нескольких родов - инзер - катай, кузгун-катай, идель-катай (они составляли западную или горно-лесную часть катайцев) улу,- бала,- и ялан катай (восточная или зауральская часть катайцев). В литературе происхождение племени катай связывают с киданями и кара-китаями, монголами по происхождению, но впоследствии сильно тюркизированными. Тамга катайцев Г, Т - балга (инструмент для выдалбливания бортей).

На территории Башкирии предки катайцев поселились с середины XIII в. Они кочевали в междуречье Ика и Агидель. В конце XIV века катайцы направились на восток в район среднего течения реки Агидель и низовьев реки Инзер. Основная часть катайцев кочевала на севере в районе р. Быстрый Танып. Затем и они перемещаются в Зауралье.
По VIII ревизии всех катайских деревень было 25. В период кантонного управления все они относились к юртам №№ 27-30 6-го кантона”.
Ошоларҙан сығып фекер йѳрѳткәндә, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың ҡайҙан килеп сыҡҡанлығын кире ҡағырлыҡ урын ҡалмай. Тиккә генә “Ҡатай (Ҡытай) ырыуы” башҡорттары тип атамағандар. Тимәк, беҙҙең ҡатай ырыуы, башҡа башҡорт ырыуҙарына ҡарағанда, сағыштырмаса йәш ырыу һәм барлыҡҡа килеүенә 700 йылдан ашыу ваҡыт үткән.

Бынан тыш, беҙҙең ҡоҙғон-ҡатайҙарына ҡарауыбыҙҙы ер-һыу атамалары ла дәлилләй. Мәҫәлән, ҡоҙғон ҡошон монгол телендә “кирень” тип йѳрѳтәләр икән. Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы эргәһендәге Кирәл тауы монгол телендәге Ҡоҙғон тауының беҙҙең кѳндәргә килеп еткән, үҙгәртеп әйтелгән исеме икән. Минең Кирәл тауының исеме 1734 йылдағы экспедиция етәксеһе И.К. Кириллов исеме менән бәйлелер, тигән тарихи фараз итеүем ысынбарлыҡҡа тап килмәй сыҡты.
Башҡа башҡорт ырыуҙары менән бергә беҙҙең Ҡатай ырыуының Урал тауҙарына килеп сығыу сәбәбенең береһе булып, сит тарафтан баҫҡынсыларҙың ҡыҫырыҡлауы торалыр. Бигерәк тә ҡырғыҙҙарҙың баҫҡынсылыҡ менән шѳғѳлләнеүен билдәләп үтергә кәрәк. Ҡырғыҙҙар менән алышҡанлыҡтарын иҫбатлау ѳсѳн ер-һыу атамаларына мѳрәжәғәт итәйек.

Белоретҡа Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы яғынан барғанда ла, Әзекәй ауылы яғынан барғанда ла Кергезе (Киргизы) тауын үтергә тура килә. Тау тип әйтерлек тә түгел, шулай ҙа, бейек, ҡалҡыу урын. Кергезе тауы Кирәл тау теҙмәһенең кѳньяҡҡа табан һуҙылған ѳлѳшѳ. Кергезе тауы барып-барып Бешкәш тауы менән Әзекәй ауылы эргәһендә бѳтѳп ҡуя. Бына ошо тауҙа була ҡырғыҙҙар менән алыш.
Ошо турала рус тарихсыһы М.Ф. Чурко үҙенең “Исторические очерки Тамъян-Катайского кантона. Уфа. 1927” китабында бына нимә тип яҙа:
“Все жители волости числились по Ногайской дороге, сектором расходившейся от центра г.Уфы на юг и юго-восток. Вначале это не были крайние башкирские земли, так как предполагают заселение башкирами дальше нынешних Кустанайского и Тургайского уездов. Но отсюда их постепенно вытесняли киргизы, а затем казачья линия окончательно превратила территорию нашего кантона в пограничную.

Как пограничная, она вела постоянные партизанские войны, набеги и стычки с киргизами. И поныне остались следы таких взаимоотношений, как в преданиях, так и в вещественных памятниках, на которые основываются предания. Так по дороге от Белорецка в Верхнеуральск, несколько в стороне от нее, есть гора Бурсык, а на ней скала “Казак-Уражаи”, где, по преданию, был бой с киргизами. Есть предание и о стычке под горой Арвяком - верст 15 от Белорецка-, на вершине которого будто бы схоронен башкирский батыр. По дороге на Горькое озеро, за дер. Аюсаровой, имеются земляные сооружения, которые местные жители называют Киргизскими окопами и уверяют, что поблизости находились “стрелы”.
Кергезе тауы тураһында әйтелмәһә лә, ҡырғыҙҙар менән алыштың иҫтәлеге булып, урындағы халыҡ хәтерендә бѳгѳнгѳ кѳндә лә йәшәй тау исеме. Хәҙерге кѳндә был тау битендә Белорет ҡалаһының “Ҡарайылға гараждар кооперативы” урынлашҡан, эргәһендә генә шәхси асфальт-бетон етештереү ҡоролмаһы тѳҙѳлә, арыраҡ китһәң, Белорет ҡалаһының тѳрлѳ кѳнкүреш ҡалдыҡтары полигоны, баҡсасылар кооперативы урын алған.
Ер-һыу атамаларын әйткән ваҡытта, тағы ла бер тарихи әһәмиәткә эйә булған урынды билдәләмәй булмай. Ул да булһа, “Алтын ҡойоһо” тигән урын. Ерле халыҡ телендә “ҡойо” тип һыуҙың ағып сыҡҡан ерен әйтәләр. “Ҡотоҡ, ҡоҙоҡ” тип тә йѳрѳтәләр. Русса “Золотой ключ» тип әйтәләр. Ләкин “Алтын асҡыс” тигәнде аңлатмай.

Атайым, Ғәлиулла Имаммѳхәмәт улы әйтеүенсә, был урында 1917 йылға тиклем француздар алтын йыуған. “Беҙ бәләкәй саҡта ҡойо тирәһендә алтын йыуған улаҡтар тулып ята торғайны”, - тип иҫкә ала ул. Тарихсыларыбыҙ яҙыуынса, Кѳньяҡ Уралда француздарҙың “Урал-Волга металлургтар йәмғиәте” ойошторола. Был турала А.Ткачев “Белорецк: страницы истории. Книга первая. г.Белорецк. 2003” китабында бына нимә тип белдерә:
“Как мы видим, приток иностранного капитала в Россию усилился в середине 90-х годов XIX века. Помимо вышеназванного торгового дома “Вогау и К”, на территории нашего района стали действовать и французские финансисты, которые в середине апреля - начале мая 1896 года создали Урало-Волжское металлургическое общество, скупив и объединив небольшие округа и земельные участки с месторождениями железных руд у частных лиц на Южном Урале”.

Бына ошо йәмғиәт алтын сығарыу менән шѳғѳлләнгән дә инде. Алтын сығарыу эшендә эшләр ѳсѳн белгестәрҙе Франциянан килтергәндәрҙер. Тик 1917 йылғы Октябрь революцияһы ғына был эште туҡтатырға мәжбүр итә.
“Алтын ҡойоһо” биләмәһендә үткән быуаттың 80-се йылдар башында Белорет ҡалаһының юлдарҙы ремонтлау, тѳҙѳү һәм йәшелләндереү участкаһы үҙенең ярҙамсы хужалығын булдырҙы. Н.Д. Злобин етәкселегендәге РСУДОР йәмғиәте иң тәүҙә асфальт юл тѳҙѳнѳ, торлаҡ йорт һалды. Боғанаҡ йылғаһын быуып, балыҡ үрсетеү менән шѳғѳлләнде. Һыйырҙар, сусҡалар ѳсѳн һарайҙар тѳҙѳнѳ. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү ѳсѳн бар кѳстәрен биреп тырыштылар. Ләкин, заманалар үҙгәреп китеү сәбәпле, бѳтә был эштәр туҡтап ҡалды һәм тора-бара юҡҡа сыҡты. Бѳгѳнгѳ кѳндә “Алтын ҡойоһо” биләмәһе ташландыҡ хәлдә.

“Алтын ҡойоһо” биләмәһенән башҡа тағы бер тарихи урынды әйтмәйенсә булмай. Ул урын “Ѳфѳ юлы” тип атала.
Ғәлиулла Имаммѳхәмәт улы һѳйләүе буйынса, Екатерина II халыҡ телендә Әбей батша тип йѳрѳтѳлә. Ул тәхеткә 1762 йылда ултыра. Белорет заводынан Ѳфѳ ҡалаһына тура юл һалырға ҡуша. Ул юл Белорет заводынан алып беҙҙең Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан саҡ ҡына ѳҫтәрәк үтә. Тәүге йылдарҙа юл тѳҙѳү эштәре ҡыҙыу, һуңынан һүрелә бара һәм тора-бара бѳтѳнләй туҡтай. Ул юл ауылдан ары Аптуҡай утары-йәйләүе аша Әрипҡол (Ҡушыҡ) һәм Ғәҙелша (Мәйгәште) ауылдарын үтеп ары китә. Ѳфѳгә тура юлдан әллә ни йѳрѳмәһәләр ҙә, үрҙә телгә алынған утарҙар, ауылдар менән нығыраҡ бәйләнеш булдырырға бик ярап ҡала. Бынан тыш, башҡа ауылдар менән дә бәйләнеш булдырыла. Мәҫәлән, Илмәш (Татлы), Бирҙеғол ауылдарынан Ҡоҙғон-Әхмәргә дини белем алырға килеүселәр күбәйә. Дини белем алғандан һуң Ҡоҙғон-Әхмәрҙә тороп ҡалыусылар ҙа була. Сығыштары менән Бирҙеғол ауылыныҡы булған Юлдашбаев Бәҙретдин, Әҙелмырҙин Ғәлиастан шундайҙарҙан һанала.

Ѳфѳ юлы (“Уфимская дорога”) тип юлды ғына түгел, шул юл эсендә ятҡан яланға ла исем бирә беҙҙең ата-бабалар. Әлеге кѳндә был яландарҙа ауылдың фермер хужалыҡтары иген үҫтерә, мал ѳсѳн аҙыҡ етештерә.
Ѳфѳ юлынан йѳрѳүселәр Һүренйәк яланынан ары үтмәйҙәр. Ошо юл эсендә ятҡан күрше ауылдар бѳтѳү сәбәпле, ары ул юлды ағас баҫып бѳттѳ. Бѳгѳнгѳ кѳндә ул юлдан үтерлек тә түгел. Ѳфѳ юлы тураһында тарихсыларыбыҙ ҙа яҙып сыҡты. Мәҫәлән, “Р.З. Янгузин, Ф.Г.Хисаметдинова. Коренные народы России. Башкиры. - Уфа: Китап, 2007 ” тигән тарихи әҫәрҙә ошондай һүҙҙәр бар: “На башкирах лежала так же дорожная повинность. Так, в 50-х гг из г. Верхнеуральска в г. Уфу была проложена башкирами проселочная дорога. Содержание дороги было полностью возложено на башкир Катайской волости.

Тик бында һүҙ XIX быуат урталары тураһында бара. Быныһы инде дѳрѳҫѳлѳр.
Ер-һыу атамаларына ҡағылышлы тағы ла бер хәлде әйтеп үтәйек. Һүҙем Аҙналы утары хаҡында бара. Тәүге яҙмамда Һүренйәк йәйләүе хаҡында ентекләп яҙғайным. Баҡһаң, Һүренйәк яланында йәйләү генә түгел, Ҡоҙғон-Әхмәр ауылының “Шәкәйҙәр” араһынан сыҡҡандарҙың утар булып йәшәгән урындары икән. Бында беренсе булып Аҙналы Сәйетйәғәфәров (1814-1852) килеп ултыра һәм утарға нигеҙ һала. Ысынлап та, унда кешеләр йәшәгәнлеген иҫбатлаусы булып яландың Һүренйәк йылғаһына яҡын урынында иҫке зыярат бар һәм күп кенә ҡәбер таштары күренә. Бѳгѳнгѳ кѳндә ташландыҡ хәлендә. Октябрь революцияһынан һуң Аҙналы утары бѳтѳрѳлә.

II БҮЛЕК

Ата-бабаларыбыҙҙың һѳнәр-ҙәре һәм эшләгән эштәре бихисап булған. Шуларҙың береһе - ҡортсолоҡ. Солоҡ ҡортон күп үрсеткәндәр. Солоҡ ағастары булып меңйәшәр ҡарағайҙар торған. Ҡайһы бер хужаның солоҡ ағасы йѳҙгә еткән. Ағастарҙы тәрбиәләп тотҡандар. Солоҡ ағастарының ҡайһы берҙәре бѳгѳнгѳ кѳнгәсә һаҡланған тип әйтеп булмай. Күбеһе сереп, йығылырға тора. Ата-бабаларыбыҙҙың тарихи ҡомартҡыһын киләсәк быуын ѳсѳн һаҡлағанда ла бик шәп булыр ине. Бының ѳсѳн район хакимиәте, Белорет урмансылығы хеҙмәткәрҙәре үҙ һүҙен әйтер, тип уйлайым.
Ата-бабаларыбыҙҙың йолаһын дауам итеүселәр ауылда күптәр. Һәр ѳйҙә булмаһа ла, ҡортсолоҡ менән шѳғѳлләнеүселәр етерлек.
Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы үткән быуаттың 80-се йылдар башына тиклем Калинин исемендәге колхоздың 5-се бригадаһы ине. Колхоздың тѳп умарталығы беҙҙең ауылда урынлашҡайны. Умарталыҡта ғаиләһе менән Зияев Сѳнәғәт Ғәләүетдин улы эшләне. Умарталарҙы 130 башҡа еткерергә ѳлгәште. Йылына 90 центнерға яҡын бал тапшырҙы. Был инде һәр ҡорт ғаиләһенән 70 килоға яҡын бал алған тигән һүҙ. Ауыл Белорет мал үҫтереү һәм һимертеү совхозына күскәс, ҡорттарҙы Аҙналы бригадаһына күсерҙеләр.

III БҮЛЕК

Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында “Шауымдар”, “Шәкәйҙәр”, “Алағарттар” араһы бар. Ауылға нигеҙ һалыусы Әхмәр олатай үҙе “Шәкәйҙәр” араһынан икән. Ѳйѳнѳң урыны хәҙерге Нәҙербаев Рифтең картуф баҡсаһының осонда, Бәләкәй йылғаның ярында, әлеге ваҡытта сылтырап ағып ятҡан Ҡалмаҡ ҡойоһонан ѳҫтәрәк ултырған булған. Хәҙерге урамдарҙың барлыҡҡа килеүендә лә, араларҙың урынлашып бѳтѳүендә лә Әхмәр олатайҙың ҡатнашлығы ҙур булған. Мәҫәлән: “Шәкәйҙәр” араһы хәҙерге Ағүҙәк урамын һәм Ҡалмаҡ урамын биләгән. Ҡалмыҡ ҡыҙын алыусы егет тә сығышы менән “Шәкәйҙәр” араһынан булған. Сит милләт кешеһен алғанлыҡтан, уны ситләтеберәк, айырымыраҡ ултыртҡандар. Шунан һуң урам Г хәрефенә оҡшаңҡырап ҡалған. Яйлап-яйлап урам тоташып, Ҡалмаҡ урамы тип атала башлай.
Әхмәр олатайҙың тура вариҫтары юҡ. Әммә туғандары етерлек. Шуларҙың береһе Зияев Сѳнәғәт Ғәләүетдин улы (1930 йылғы) бала саҡ хәтирәләрен иҫкә тѳшѳрѳп бына нимә тип һѳйләй:
“Олатайымдың һѳйләгәндәре иҫемдә ҡалған. Ул ейәндәренең берәйһенә Әхмәр тип исем ҡушығыҙ, Әхмәр олатайығыҙҙың исеме юғала бит тип зарлана ине”. Ләкин ауылда Әхмәр олатайҙың исеме ҡабат тергеҙелмәй, йәғни береһе лә Әхмәр исемен йѳрѳтмәй.

IV БҮЛЕК

1730-1750 йылдарҙа И.А. Голубцов тарафынан тѳҙѳлгән картала Ҡоҙғон-Әхмәр ауылына яҡын ауылдарҙан тағы ла Ҡарағужа (Карагужино) ауылы ғына күрһәтелгән. Күбәләк волосына ҡарағанлығы билдәләнгән. Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы үҙе Ҡатай волосыныҡы икәне күренеп тора.

Күрше волостарҙан Күбәләк, Ҡыуаҡан, Тѳбәләҫ, Табын, Гәрәй-Ҡыпсаҡ тип әйтелә. Башҡа ауылдар, ер-һыу атамалары күрһәтелмәгән. Тау теҙмәләре, бейек нѳктәләр ҙә сағылыш тапмаған.

V БҮЛЕК

Ер-һыу мәсьәләһе һәр ваҡыт ҡырҡыу торған. Белорет заводы хужалары алмашынып торған һайын, заводҡа яҡын ерҙәрҙе аҫаба башҡорттарҙан тартып алырға тырышҡандар. Бигерәк тә был ерҙәрҙең урманы ҡыҙыҡһындырған. Сѳнки эше кѳндән-кѳн алға киткән һайын, завод ѳсѳн күмер күберәк кәрәк булған. Завод тирәһендәге урмандар аяуһыҙ ҡырҡылыу сәбәпле, яңы ерҙәр үҙләштереү, ѳҫтәүенә, эшсе кѳстәр ҙә күберәк талап ителгән. Эшселәрҙе Үҙәк Рәсәй ѳйәҙҙәренән килтереү бик ҡыйынға тѳшкән. Тәүҙәрәк күмер яндырыуға урындағы башҡорттарҙы йәлеп итергә тырышыу әллә ни ыңғай һѳҙѳмтә бирмәй. Батша Хѳкүмәтенең, дѳрѳҫѳрәге, Сенаттың 1724 йылдың 21 майында сыҡҡан “О нерубке башкирцам заповедных лесов” Указы буйынса Уралдағы башҡорт урмандары ҡаҙнаныҡы тип иғлан ителә.

(Башкортостан с древнейших времен до наших дней. Хроника основных событий. Китап. Уфа. 2007). Ошо Указға таянып, завод хужалары заводҡа урмандарҙы ҡырҡырға тырыша. Ләкин аҫаба башҡорттар быға ҡаршы сыға. Яҡшылыҡ менән алдыра алмағас, завод хужаһы Пашков 1826 йылда батша исеменә ғариза яҙып мѳрәжәғәт итә. Был мѳрәжәғәтендә бер юлы бер нисә ауыл башҡорттарын “үҙ урынына ултыртырға” һорай. Был ауылдар исемлегенә Ҡатай, Күбәләк, Теләү, Ҡара-Табын, Кѳҙәй волостарына ҡараған Ҡолош, Мәһәҙей, Һѳйѳндѳк, Мәхмүт, Ҡоҙғон-Әхмәр, Ҡотой, Байрамғол, Науруз, Әбләй, Ҡарағужа һәм Мәҫкәү ауылдары инә.

Был эште ҡарауҙы батша Хѳкүмәте үҙ сиратында Ырымбур губернияһы идаралығына ҡайтара. Ул ваҡыттағы Ырымбур генерал-губернаторы Циолковский ер эштәрен тикшереп, кире яуап биреүҙе Верхнеуральск һәм Ѳфѳ ѳйәҙ судтарына йѳкмәтә. Был ер эштәрен ҡарау бер йылда ғына тамамланмай. Туғыҙ йыл буйына дауам иткәндән һуң тик 1835 йылдың 10 декабрендә генә тамамлана. (Башҡорт дәүләт тарих архивы. Фонд И-352, опись 1, дело 194).
Бынан һуң инде үрҙә телгә алынған ауылдарҙа күмер яндырыу мейестәре күпләп барлыҡҡа килә. Был мейестәрҙә эшләр ѳсѳн урындағы башҡорт халҡын йәлеп итәләр. Бер беҙҙең Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы биләмәләрендә тиҫтәгә яҡын күмер яндырыу мейесе була. Мәҫәлән, Буҙағас йылғаһы буйында, Боғанаҡ йылғаһы буйында (бѳгѳнгѳ кѳндә “Мейес” тип йѳрѳтәләр), Йәндек яланында, Һүренйәк яланына яҡын ерҙә, Мәйәрҙәк тауында, Тайһуйған, хәҙерге Аҡкѳсѳк яланында, Олаҡтан, Кѳйәҙе яландарында урынлаштырылған мейестәр Бѳйѳк Ватан һуғышы башланғансы эшләй. Тик Бѳйѳк Ватан һуғышы ғына ауыл халҡын урман эшенән арындырып торорға мәжбүр итә. Ысынлап та, урман аяуһыҙ ҡырҡыла. Мәҫәлән, Сермән лесничествоһына ҡараған 44-се, 45-се, 46-сы кварталдар бер быуат эсендә ѳс тапҡыр ҡырҡылыуға дусар ителә. Үткән быуаттың 60-сы йылдар уртаһында “Шауым” араһы Мѳхәмәтғәлин Йәнйегет Мѳхәмәтғәли улы (1910 йылғы, хәҙер мәрхүм инде) “Был кварталдарҙа урман минең дәүеремдә икенсе тапҡыр ҡырҡыла”, - тип белдергәйне.
90-сы йылдар аҙағында ѳсѳнсѳ тапҡыр ҡырҡылды. Урманға һаҡһыҙ ҡараш бѳгѳнгѳ кѳндә лә дауам итә.

VI БҮЛЕК

Тағы бер тарихи документ. Ул Ҡатай волосы буйынса дини эшмәкәрҙәрҙе теркәү кенәгәһе. Теркәү, русса яҙылғанға күрә, яҡшы уҡыла. Ундағы яҙыуҙарға ҡарағанда, теркәүҙе XIX быуат урталарынан башлағандар. Башҡортсаға тәржемә итеп тороу кәрәкмәҫ, сѳнки мәғәнәһе боҙолоуы мѳмкин. Киң ҡатлам уҡыусыларына аңлайышлы булһын ѳсѳн ундағы яҙыуҙарҙы тѳшѳрѳп ҡалдырмай, теүәл бирергә тырышам.
321. Серменева. 1-ая соборная мечеть. Число душ м.п. - 338, ж.п. 300. Ахмедвалий Кагармановъ. Имамзямигъ и мугаллимъ Утв. ук. отъ 28 апреля 1859 г. № 2549. Умеръ 17-го августа 1900 г. См. Нар. 4/1903 г.

Хабитдинъ Ишниязовъ. Муазинъ и мугаллимо-сыбианъ Утв. ук. Отъ 22 авг. 1859 г. Умеръ 20-го марта 1903 г. См. д. 4 нар. 1903 г.
Ялалетдинъ Тажетдиновъ. Муазинъ. Утвер. Оренбург. губ. Прав. Отъ 8-го мая 1904 г. № 1664. д. № 534. Умеръ давно. Отмеч. Со словъ вновъ утв. Имама Файзуллина.
Шагишарифъ Нурмухаметовъ. Пр.Ор.губ.пр. 20 июня 1908 г. № 2481. Д.№455-908 г. 2 ст. Умеръ 1918 г.
322. 2-ая соборная мечеть. Построена въ 1858 г. Число душ м.п. - 276. ж.п. - 268. февраль Исламъ Мухамедхасановъ. Имамъ. Утв. 11 сентября 1902 г. №432. Д.№45-902. Умеръ
Калимулла Габидуллинъ. Муазинъ. Могущий и.д. Имама въ отсут. Последнего. Утв. ук. Ор.губ.28 января 1881 г. №280.
323 Загитова. 1-ая соборная мечетъ. Построена въ 1870 году. Число душ м.п. - 335, ж.п. - 295. Приходомъ причислена дер. Кадышева. 2 в. Число душ м.п. - 75, ж.п. - 69.

Мингазитдинъ Габдуллатиповъ. Муазинъ могущий и.д. Имама и мугаллимо-сыбианъ. Утв. ук. Ор. губ. 29 декабря 1890 г. №242. Со слов Файзуллина (вновь утв. имамъ) умеръ.
Аюпъ Гайнуллинъ. Имамъ-хатыпъ. Утв. Оренб. губ. Правлением отъ 1 июля 1905 г. № 2079. Умеръ въ 1919 году.
Вахидъ Валиуллинъ Файзуллинъ. 1884 г.р. Утв. Имамомъ 3 июля 1921 г. Дел. 140/921 г.
324. 2-ая мечеть пятивременная. Число душ м.п. - 225, ж.п. - 175. Гумеръ Шакировъ. Имамъ. Утверж. Оренбург. губерн. Правлением отъ 10 сентября 1905 г. №2900 - д.№265-1904 г. по 2 сроку.

Завед. Муазинъ 1 мечети.
325. Рысакаева. Пятивременная мечеть. Число душ м.п. - 263, ж.п. - 200. Яхья Рахимкуловъ Тангатаровъ. Имамъ. Утв. ук. отъ 22 янв.,1864 г. 75 лет.
Хайретдин Мухамедлатиповъ. Муазинъ. Утвер. Оренбург. губ.правл. Отъ 14 июня 1905 г. № 1849. Д. №121-1905 г.
326. Арыпкулова. Пятивре-менная мечеть. Число душ м.п. - 78, ж.п. - 64. Приходомъ причислена дер. Кудашманова. 5 в. Число душ м.п. - 57, ж.п. - 60. Завед. Имамъ Татлинской мечети.
327. Гадильшина. Соборная мечеть. Перестроена въ 1893 г. Число душ м.п. - 208, ж.п. - 190. Приходомъ причислена дер. Бизякъ Ахмерова. 35 в. Мирхазитдинъ Хайруллинъ. Имамъ хатипъ и мугаллимъ. Утв.ук.отъ 18 января 1890 г. № 311. 37 лет.
328. Татлина. Соборная мечеть. Построена въ 1882 году. Число душ м.п. - 286, ж.п. - 270. Приходомъ причислена дер. Бердагулово. 10 в. Мухутдинъ Габдулмазитовъ Юлмухамедовъ, имамъ зямилъ и мугаллимо-сыбаинъ. Утв. ук. отъ 24 августа 1856 г. № 6622. 65 лет.
Гатаулла Мухамитдиновъ. Муазинъ. Утв. Оренбург. губ. Правлением отъ 31 октября 1904 г. № 3602 д.3 252-1904.
Мухаметгарей Габдулма-житовъ, имамъ. Отн. Оренб. губ.прав. отъ 16 марта 1913 г. № 1190.
329. Усмангалина. Соборная мечеть. Число душ м.п. - 152, ж.п. - 125. Приходомъ причислена дер. Ново-Хасаново. 4 в. Число душ м.п. - 163, ж.п. - 132. Галиахмедовъ Хисматуллинъ. Имамъ-хатыпъ. Утв. указ. отъ 8 мая 1879 г. 50 лет. Умеръ. Рапортъ муллы дер. Постановл. Собрания на 12 августа 1905 г.

Галиахметовъ Хамза. Имамъ. Утв. ук. губ. пр. отъ 15 марта 1906 г. за № 1097. д.3448-905 г.
330. Бутаева. Соборная мечеть. Построена въ 1843 году. Число душ м.п. - 529, ж.п. - 258. Тухбетулла Гильмановъ. Имамъ-хатыпъ и мугаллимъ. Утв. ук. Отъ 30 мая 1852 г. № 7633. 77 лет. Умеръ давно.

Мухетдинъ Тухбетуллинъ. Муазинъ. Утв. ук. Отъ 13 марта 1898 г. № 983. 35 лет. Умеръ.
Габдулгарифъ Габдулсалиховъ. Имамъ-хатыпъ. Пр.Орен.губ.пр. 20 мая 1908 г. № 2326. Д.№ 668-908 г. 2 ст.
Ваглитдинъ Тухватуллинъ. Муазинъ. Отн. Оренб. губ. Правл. 31 января 1913 г. № 301.
331. Худайбердина. Соборная мечеть. Построена въ 1893 году. Число душ м.п. - 252, ж.п. - 227. Приходомъ причислена дер. Куюкова. 8 верстъ.
Идиатулла Гибадуллинъ Курмашевъ. Имамъ-хатыпъ. Утв. ук. отъ 18 февраля 1897 г. № 205. 31 лет. Перемещен на 3 м. д.Старой Арметевой Стерлитамакского уезда 10 декабря 1918 г. № 6771. д. № 815/918.

Галлямитдинъ Мухамедъ-аминовъ. Муазинъ и мугаллимо-сыбианъ. Утв. ук. отъ 31 декабря 1874 г. № 54 д.8.
332. Аисово. Соборная мечеть. Построена въ 1879 году. Число душ м.п. - 247, ж.п. - 224.
Дауть Гайсинъ Мансуровъ. Имамъ -хатыпъ. Утв. указ. отъ 7 марта 1857 г. № 2603. 66 лет. Умеръ 1910г.
Ахмадий Хазимухамедовъ Мурзагуловъ. Муазинъ, могущий и д. Имама въ небытность послидняго. Утв. ук. отъ 27 ноября 1882 г. № 5652. 62 лет. Умеръ 1918 г.

Валиахмедъ Масалимовъ Калмырдинъ. Утв. Имамъ хатыбъ и мугаллимомъ отъ 1 июля 1911 г. № 470. д. 939/11. Перешел в дер. Мырдакаева Стерлитамакского уезда. Д.№47/921 г.
333. Арышпарова. Соборная мечеть. Построена въ 188 году. Число душ м.п. - 80, ж.п. - 70, Приходомъ причислена деревни:
1) Нукатова. 3 в, Число душ м п. - 120, ж.п. - 115.
2) Субханкулова. Где имеется пятивременная мечеть. Число душ м.п. - 115, ж.п. - 98. Габдулмазитъ Буляккуловъ. Имамъ. Утв. ук. отъ 20 июня 1855 г. № 1586. 76 лет. Умеръ 4-5 лет тому назад по сообщ. Имама Шамсутдинова.
Магрифаткулла Юсуповъ. Муазинъ Утв. ук. отъ 16 сентября 1864 г. № 5321. 63 лет. Умеръ 1920 г.
Ахмедъсадыкъ Шамситдиновъ. Имамъ-хатыпъ. Отн Орен. губ. правл. 8/03.13 г. № 654. В отпуске. Перемещен в дер. Тимербаево Стерлитамакского уезда 4 м. д. № 155/921 г.
Субхангулова. Соборная мечеть. Смотр. д.№73-904 г. 1 ст. Число душ м.п. - 183.
Сахауетдинъ Зейнитдиновъ Абдрашитовъ. Утв. Вторымъ имамомъ Оренбургским губ. Прав. отъ 24 июля 1910 г. № 3242. д. № 73-904 г. 1 ст. Возведенъ въ пов. Звании хатыпъ. Отнош. Ор.губ. прав. 8/05-1913 г. № 1804. Перемещен к Ново Шареевской меч. Стерлитамакского уезда 19/02.-21 г. д.№ 99/ 1921 г.
334. Манашлина. Соборная мечеть. Построена въ 1877 году. Число душ м.п. - 220, ж.п. - 153. Приходомъ причислена деревня Сафаргулова. 2 в. Число душ м.п. - 62, ж.п. - 47. Гимранъ Абдулбасыровъ. Муазинъ. Утв. 10 февраля 1903 г. Д.№ 23-901.
Габдулхаиръ Сунаргуловъ. Муазинъ, могущий и.д. Имама въ небытность последняго. Утв. ук. Отъ 24 февраля 1837 г. 79 лет.
Гимранъ Габдулбасировъ Сунаргуловъ. Утв. Оренб. губ. правл. имамомъ 7 августа 1915 г. № 709.
Фазлетдинъ Абзалетдиновъ. Утв. Оренб. губ. правл. муазиномъ 7 августа 1915 г. №712.
335. Асина. Соборная мечетъ. Число душ м.п. - 278, ж.п. - 294. Приходомъ причислена деревня Брушева. 5 в. Число душ м.п. - 138, ж.п. - 115. Габбасъ Гильмановъ Рахманкуловъ. Имамъ зямигъ и мугаллимо-сыбианъ.Утв. ук. отъ 23 июля 1883 г. № 3195. 58 лет. Умеръ въ 1914 г. 25 апреля. Вх №5114-14 г.
Мухамедшарифъ Габдра-шитовъ. Муазинь. Утв. Пред. Оренб. губ. правл. отъ 3 апреля 1900 г. № 978. Д. № 340/99.
Шагивалий Гильмановъ. Муазинъ. Утвержд. Пред. губ. правл. 17 января 1910 г. № 742. д.№ 1317- 09 г.
Бришева. Соборная мечеть. Отнош. Ор. Губ. Правл. отъ 12 июня 1908 г. № 3245 д. № 312-06 г. 1 ст. Сальманъ Юмадилевъ. Утв. Хатыпомъ. Оренбургск. Губ. пр. отъ 17 июня 1910 г. № 2705 д. 312-906 г. 1 ст.
336. Зуякова. Соборная мечеть. Число душ м.п. - 142, ж.п. - 142. Шарифулла Чурагуловъ. Имамъ. Утв. Пред. Оренб. Губ. Прав. Отъ 12 мая 1900 г. № 1234. Ахунъ 1 гр. Оренб. Губ. пр. 20 июля 1909 г. № 3551. Нар. № 10. д. № 171-905 г. 2 ст. д. №433/99. Преданъ суду от Оренб. Губ. Правл. 21 ф. 1911 года. вх. д. № 12-1911. 2 ст. Умеръ 1920 г. 28 ноября. Донес имамъ Урманцевъ. вх. № 2920. Гимранъ Абсалямовъ. Муазинъ пр. Оренб. Губ. пр. отъ 7 ноября 1906 г. № 4088. д. № 499-902 г.
337. Кузгунъ-Ахмерова. Соборная мечеть. Число душ м.п. - 230- ж.п. - 215. Назмитдинъ Габдулгафаровъ Муазинъ и мугаллимо-сыбианъ. Утв. ук. Отъ 20 октября 1860 г. 63 лет

Габдулла Фазлысатаровъ. Имамъ. Утв. Оренб. губ. правл. отъ 23 июня 1900 г. № 1756.
338. Габдюкова. Соборная мечеть. Построена въ 1883 году. Число душ м.п. - 147, ж.п. - 115. Габдурахманъ Габдулсалямовъ Габидуллинъ. Имамъ зямигъ. Утв. Указ отъ 24 ноября 1883 г. № 5002 41 лет. Сальманъ Юмадилевъ. Муазиномъ. Утв. 19 апреля 1903 г. № 1556. Д.№ 494/902 г.
Нугуманъ Фахретдиновъ. Утв. Муазиномъ отъ 6 июля 1911 г. № 447. Нар. № 11/911.
339. Колашлина. Соборная мечеть. Число душ м.п. - 123, ж.п. - 113. Завед. Мулла Аисовской соб. мечети Даутъ Гайсинъ Мансуровъ.
Канашлиной. Пятивременная мечеть. Число душ м п. - 133, ж.п. - Департаментъ Д.отъ 15 февраля 1916 г. № 983 1 ст. Д. № 65-915 г.
Шуның менән Ҡатай волосына ҡараған ауылдарҙың дин эшмәкәрҙәрен теркәү тамамлана. Тарихи документтан күренеүенсә, Ҡатай волосына ҡараған ауылдар дини белгестәр менән тулыһынса тәьмин ителгән.
Фәрит ШӘЙӘХМӘТОВ.
Ҡоҙғон-Әхмәр.
(Дауамы бар).
Оставить комментарий