Ҡоҙғон-Әхмәр ҡатайҙары тарихы

Башҡорт ауылдарының исемен руссаға әйләндереп яҙғанда хаталарға юл ҡуйылған. Рәсми документтарҙа Зәит (Заитово) ауылын Заһит (Загитово) тип тәркәгәндәр. Документтан күренеүенсә, “соборная мечеть” Аҙналы ауылында булған, ул мәсеткә Ҡаҙыш ауылын да беркетеп ҡуялар. Ә бына Әзекәй ауылында “пятивременная мечеть” тип әйтелә. Имам итеп Шакиров Ғүмәр тәғәйенләнә. Шакиров Ғүмәр Мѳхәмәтшакир улы Ырымбур губернияһы Верхнеуральск ѳйәҙе Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында Тамъян-Ҡатай кантонының мировой судьяһы Мѳхәмәтшакир Ғәбитов ғаиләһендә тыуа. Башланғыс дини белемде ауылда ала.

Һуңынан Троицк ҡалаһында уҡып белемен арттыра. Әзекәй ауылында ғаилә ҡора. Октябрь революцияһы дини эшмәкәрлекте туҡтатырға мәжбүр итә. Шулай ҙа XX быуаттың 20-се йылдарында Ҡоҙғон-Әхмәр ауылына кире ҡайтып, мәҙрәсә аса һәм балаларға дини белем бирә башлай. 1926 йылда үткән Бѳтә Союз халыҡты иҫәпкә алыу ваҡытында үҙе һәм ҡатынынан башҡа ѳс улы һәм ике ҡыҙы теркәлгәне билдәле. Мәҙрәсә асһа ла күп уҡытырға тура килмәй, сѳнки ауылда совет мәктәбе асыла. Ә инде 30-сы йылдар башында мәсетте лә тамам туҡтатырға ѳлгәшәләр. Ауылда комсомол ячейкаһы тѳҙѳлә. Ячейканың тәүге ағзалары булған Нәҙербаев Хаммат менән Мусин Хызыр мәсет манараһын ҡолатып тѳшѳрәләр. Ошо ваҡиғаларҙан һуң Шакиров Ғүмәр Мѳхәмәтшакир улы 30-сы йылдар уртаһында тотош ғаиләһе менән кире Әзекәй ауылына күсеп китергә мәжбүр була. Улы Мидхәт тә дин юлы менән китә.

Күп тә үтмәй, илдә тынысһыҙлыҡтар башлана. Шакиров Ғүмәр ҙә репрессия ҡорбаны була.
Башҡорт дәүләт тарих архивы биргән 1898 /сп номерлы архив справкаһынан күренеүенсә, улы Ғүмәров Мидхәт (1903 йылғы), улының ҡатыны Зәрхия (1909 йылғы), улының ҡыҙы Зәйҙә (1935 йылғы), улының улы Кәрим (1937 йылғы) менән бергә үҙен дә Белорет районының Кѳҙйылға спецпоселогына (ҡасан икәне күрһәтелмәгән) “кулак” мѳһѳрѳ тағып, һѳргѳнгә ебәрәләр. (БДТА. Р.-1412. Оп. 2.Д.4.т.2 Л.358).
Шулай итеп, Шакиров Ғүмәр Мѳхәмәтшакир улының артабанғы яҙмышы тураһында беҙҙә башҡа мәғлүмәттәр юҡ.

VII БҮЛЕК
Зәит ауылына ҡағылышлы тағы бер тарихи документҡа иғтибар бирәйек. Ул “Ревизская сказка 10-й народной переписи 2-го Верхнеуральского кантона Катайской волости Заитовского общества. Дерев. Заитовский” тип атала. Минеңсә, яҙылышында хата киткән. Белеүемсә, Верхнеуральск кантоны түгел, Верхнеуральск ѳйәҙе (уезд) тип аталған. Бынан тыш, “Заитовского общества” тигән яҙыуҙы һыҙыҡ ѳҫтѳнә алғандар. Тимәк, йорттарға (юрты) бүлеп йѳрѳтѳү менән бергә “йәмғиәттәр”гә (общество) бүлеп йѳрѳтѳү ҙә киң ҡулланылған. “Йәмғиәт”кә бүлеп йѳрѳтѳү XX быуаттың 20-се йылдары башына тиклем дауам итә. Мәҫәлән, Ҡоҙғон-Әхмәр ауылын 1920 йылда үткән халыҡ иҫәбен алыу ҡағыҙында “Тамъян-Катайский кантон, Катайская волость, Общество Заитовское” тип теркәгәндәр. Зәит ауылына Әзекәй, Ҡаҙыш, Аҙналы ауылдарынан тыш, тағы ла бер ауылды кереткәндәр. Минең аңлауымса, хәҙерге Ҡаҙыш станцияһы ултырған урындағы ауылдың иҫәбен айырым алғандар һәм айырым теркәгәндәр. Ләкин Зәит ауылының бер ѳлѳшѳ тигәнде аңлата. Мәғлүмәттән күренеүенсә, был ауылда бѳтәһе 7 ѳйҙә 63 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 32 ир кеше, 31 - ҡатын ҡыҙ. Тик был ауылдың халҡын “типтәрҙәр” тип яҙғандар. Ә инде Ғәлиулла Мулламбәтовты (37 йәштә), улы Түлебай (7 йәштә) менән икәүһен, “перечислены по предписанию Г командующаго войскомъ отъ 16 сентября 1858 год. За № 11144 въ д.Кузгунъ Ахмерову” тип билдәләгәндәр. Бынан ары Әзекәй, Ҡаҙыш, Аҙналы ауылдары халҡын айырмайынса, бер бѳтѳн итеп, бѳтәһе бергә 120 йортта 928 кешене теркәгәндәр. Шул иҫәптән 482 ир кеше, 446 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Аҙналы ауылынан Ҡушкилде Ҡанбулатовты “указной мулла” тип билдәләгәндәр. Ҡушкилде Ҡанбулатовтың ҡатындары: 1-се Ҡаҙнабикә Дәүешова, 73 йәштә, 2-се Фариха Килмәкова - 76 йәштә, ейәне Яҡуп Мѳхәмәтаскаров - 16 йәштә, “пасынокъ” Ғәбделмәхмүт Байгилдин - 44 йәштә, уның ҡатыны Шәмсисултан Биксурина - 43 йәштә, ҡыҙҙары Сәрғиямал - 7 йәштә, Шәһидә бер айлыҡ тип яҙылған. Әзекәй, Ҡаҙыш, Аҙналы (Мышы) халҡын башҡорттар (башкиры, башкирки) тип яҙғандар. Халыҡ иҫәбен алыуҙы “Губернский секретарь А. Грековъ” алып барған. Дѳрѳҫлѳгѳн тикшереп, ҡултамғаларын “Деревенский начальникъ, старшина №1-ой юрты заурядъ хорунжий Кутлубаевъ и управляющий 6-м кантоном заурядъ сотникъ Сибаевъ” һалалар. Ә бына дѳрѳҫлѳгѳн раҫлаусы “Волостной старшина заурядъ хорунжий” тигәндең фамилияһын уҡып булманы, сѳнки ул ҡултамғаһын ғәрәп хәрефтәре менән яҙған.

VIII БҮЛЕК
Илдә барған үҙгәрештәр Ҡоҙғон-Әхмәр ауылын да урап үтмәй. 1914 йылда башланған Беренсе бѳтә донъя империалистик һуғышының тәүге кѳндәренән үк йәш егеттәр һуғышҡа алына. Уныһы бѳтѳп ѳлгѳрмәй, Октябрь революцияһы үтә һәм күп тә тормай Граждандар һуғышы башлана.
1920 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу ҡағыҙынан күренеүенсә, ошо ауыр дәүер эсендә бәләкәй генә ауылдан ѳс тиҫтәгә яҡын кеше тѳрлѳ хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан тип әйтеп була. Иҫәпкә алыу ваҡытында тереләрҙе генә теркәгәндәрҙер. Үлеләр иҫәпкә алынмаған, күрәһең. Мәҫәлән, “Аҫылғужин Шәйәхмәт олатайҙың улы Сѳләймән (1888 йылғы) Беренсе империалистик һуғышҡа алына һәм 1915 йылда “хәбәрһеҙ юғалған” тигән хаты килә. Иҫәп алыу ваҡытында ул теркәлмәгән.

Ҡайһы бер ѳйҙәрҙән икешәр кеше киткән фронтҡа. Мәҫәлән, Мѳхәмәтшин Мѳхәмәтвәлиҙең 30 йәшлек (1890 йылғы) һәм 25 йәшлек (1895 йылғы) улдары, Сәфәрғәлин Шәһиғәленең 35 йәшлек (1885 йылғы) һәм 26 йәшлек (1894 йылғы) улдары, Ҡорманғәлин Зияитдиндең 27 йәшлек (1893 йылғы) улы һәм 25 йәшлек (1895 йылғы) ҡустыһы, Ниғмәтуллин Ғабдулланың 23 йәшлек (1897 йылғы) улы һәм 25 йәшлек (1895 йылғы) ҡустыһы армияла тип билдәләгәндәр.
Кемдең ҡайҙа хеҙмәт итеүен асыҡларға тырышҡандар. Бының ѳсѳн иҫәпкә алыу барышында, хеҙмәт итеү урынын белә алмағандарҙы “солдаты” тип кенә яҙып киткәндәр. Ә инде Ҡыҙыл армия сафында хеҙмәт итеүселәрҙе “красноармеец” тип билдәләгәндәр. Ҡәһәрле һуғыш яланынан күптәре әйләнеп ҡайта алмаған. Ҡайтҡандары ла ғәрип булып ҡалған. Ләкин үҙҙәрен еңеүселәр, ҡан ҡойоу аша совет власы яулаусылар тип ғорурланып йѳрѳгәндәр. Ә инде араларынан берәү, ул ваҡыттағы Рәсәй иленең (РСФСР) тәүге сығарылған Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булыусы Граждандар һуғышы батыры Әсмән Шәйәхмәтов була.

Шәйәхмәтов (Шәһиәхмәтов) Әсмәндиәр (Әсмән, Усман) Шәйәхмәт улы 1896 йылдың 2 сентябрендә Ырымбур губернияһы Верхнеуральск ѳйәҙе Ҡатай волосының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында башҡорт Шәйәхмәт Асылғужа улы менән Рәбиға ғаиләһендә донъяға килә. (БҮТА. Архив справкаһы № 14366/сп 07.12.2011. Фонд И-295, от 9.д.311).
Әсмәндиәр Шәйәхмәт улының бала сағы тураһында уның оло ағаһы Имаммѳхәмәт Шәйәхмәт улы (1884-1956) һѳйләп ҡалдырған. “Әсмән ҡустым бәләкәйҙән үк сос, йылғыр, теремек бала булып үҫте. Бәләкәйҙән үк атта оҫта һыбай йѳрѳнѳ. Сабып килгән ат ѳҫтѳндә “Байыҡ” бейеүен бейей торғайны. Бынан тыш, сабып килгән аттың бауыры аҫтынан әйләнеп сығып, кире эйәре ѳҫтѳнә ултыра ине. Ә инде Тайһуйған йәйләүендә ятҡан саҡта, бейек ҡарағайҙың осон бысып, шуның ѳҫтѳндә “Байыҡ” бейеүен бейер ине, тип һѳйләгән.

Әсмән Шәйәхмәт улының йәшлеге шанлы йылдарға тура килә. 1914 йылда башланған Беренсе империалистик һуғыш, 1917 йылғы тәүге Февраль революцияһы, һуңынан Октябрь революцияһы, күп тә үтмәй башланған Граждандар һуғышы Әсмән Шәйәхмәт улына йоғонто яһамай ҡалмай. Үҙ иленең һаҡсыһы булараҡ, ул үҙ ирке менән армияға китә. Был хәл 1919 йылдың апрель урталарында була. Армияға киткәндә үҙенең тоғро атын - Турыҡайын, кейем-һалым һәм аҙыҡ-түлек алып, тәүге кѳндән үк Муса Мортазин етәкселек иткән Башҡорт кавалерия полкына эләгә.
Быны яҡшыраҡ аңлар ѳсѳн Муса Мортазиндың “Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре Граждандар һуғышында” тигән әҫәренән ѳҙѳк килтерәйек. “1-се Башҡорт кавалерия полкы 1918 йылдың июнендә ойошторола башланы. Уны тѳҙѳүҙең маҡсаты - Башҡорт автономиялы республикаһын һаҡлау ѳсѳн уның ҡораллы кѳстәрен ишәйтеү. Полк үҙе тѳҙѳлгән территориялағы иреклеләрҙән ойошторолдо. Кавалерия полкын комплектлау ѳсѳн Тамъян-Ҡатай кантонының (элекке Верхнеуральск ѳйәҙе) Күбәләк-Тиләү, Тамъян-Түңгәүер, Ҡатай һәм Туңғатар волостары бүленде.

Был волостарҙың халҡы, нигеҙҙә, малсылыҡ менән шѳғѳлләнә һәм, шулай итеп, ғәскәрҙе бына тигән һыбайлылар һәм аттар менән тәьмин итергә һәләтле ине”.
1919 йылдың 15 апреленән алып 29 майына тиклем Башҡорт кавалерия полкы Белоретта туҡтала. Бында полк ял итә, яңы яугирҙәр йыя, уларҙы ѳйрәтә. Тап бына ошо осорҙа килеп ҡушыла ла инде Әсмән Шәйәхмәт улы. Ошо осорҙа яҡын-тирәләге ауылдарҙан да кешеләр ҡушыла.

Әсмән Шәйәхмәтов тиҙ генә тыуған ауылына ҡайтып китә алмай, хәрби хеҙмәтен дауам итә. Рәсәй иле яйлап тыныс тормошҡа күсә бара. Ил Хѳкүмәте үҙенең батырҙарын онотмай. 1922 йылда Рәсәйҙең Хәрби Революцион Советы (РВСР) тарафынан бер тѳркѳм яугирҙәрҙе, хәрби батырлыҡтары ѳсѳн, Рәсәйҙең ул ваҡыттағы юғары наградаһы - Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлайҙар. 34-се номерлы приказда Шәйәхмәтов Әсмән тураһында “старшина 4-го эскадрона 2-го Башкирского кавалерийского полка” тип яҙылған. Шул уҡ приказ менән командиры, Сермән ауылынан, Ишмѳхәмәтов Кинйәбай ҙа наградлана. Уның тураһында “командир 4-го эскадрона 2-го кавалерийского полка” тип билдәләнә. Шулай уҡ бер үк приказ менән яуҙаштары: Абдуллин Рәхмәтулла - “красноармеец 2-го кавалерийского полка”, Гатауллин Кәлимулла “красноармеец 2-го кавалерийского полка”, Зиянчурин Ғәделша “командир эскадрона 2-го кавалерийского полка”, Иманғолов Байғужа “командир взвода 2-го кавалерийского полка”, Мохтаров Шәрәфетдин “красноармеец 2-го кавалерийского полка”, Фәттәхетдинов Хәлфетдин “командир взвода 2-го кавалерийского полка”, Фетисов Трофим “командир 2-го эскадрона 2-го кавалерийского полка”, Яҡшыгилдин Шәмсетдин “командир взвода 2-го кавалерийского полка” - наградланалар. (Воинская слава Башкирского народа. Уфа. 2007).

1922 йылдың кѳҙѳндә беренсе башлап яугирҙәрҙе демобилизация башлана. Шул иҫәптән, Әсмән Шәйәхмәт улы ла тыныс тормошҡа ҡайтарыла. Ҡайтыу менән, ең һыҙғанып, үҙенең ғаиләһен булдыра башлай. Ҡобағош ауылынан (хәҙерге Учалы районы) - Гѳлйѳҙѳм исемле тормош иптәшен алып ҡайта. Айырым ѳй һалып алалар. Уларҙың ѳйѳ “Шауым” урамында, хәҙерге кѳндә Сафуанова Нажия менән улы Илсур йәшәгән йорт урынында булған. Күп тә үтмәй ҡыҙҙары тыуа. Уға Хәлисә тип исем ҡушалар.
1920 йылда үткән 1-се Рәсәй Федерацияһының халыҡты иҫәпкә алыу ҡағыҙында Әсмән Шәйәхмәт улын, атаһы Асылгужин Шәйәхмәт йортонда тип теркәгәндәр. “Ҡыҙылармеец”, бер йыл хеҙмәттә тип билдәләгәндәр.
1926 йылдағы Бѳтә Союз халыҡты иҫәпкә алыу ҡағыҙында, айырым хужалыҡ итеп, 29-сы йортта ѳс кеше, шул иҫәптән, бер ир, ике ҡатын-ҡыҙ, теркәлгән.
Әсмән Шәйәхмәт улының батырлыҡтары тураһында тѳрлѳ гәзит-журналдарҙа тѳрлѳ йылдарҙа мәҡәләләр донъя күрә. Бигерәк тә Бикйән Таяр улы Бәхтиев (1927 йылғы, хәҙер мәрхүм инде) Әсмән Шәйәхмәт улының тормошо һәм хәрби юлы менән ныҡ ҡыҙыҡһынған һәм һәр бер асышын гәзит биттәрендә сағылдырған.

“Тѳтѳнлѳ юлдарҙан” (“Урал” гәзите. 1967 йыл №132 (3790). Шәмбе. 4 ноябрь) мәҡәләһендә тирә-яҡ ауылдарҙан бергә хеҙмәт иткән иптәштәрен әйтеп үтә. Улар: Кинйәбай Ишмѳхәмәтов, Ҡасим Фәизов, Әҙелмырҙа Хәмидуллин, Таяр Бәхтиев, Йосоп Арғынбаев, Тимерғәле Мѳхәмәтшин, Оморҙаҡ Канафин, Ҡунаҡбай Камалов. Хәрби батырлыҡтарын һүрәтләгәндә: “Башҡорт атлылары Себерҙә, һуңынан кѳнбайышта - Украина (дѳрѳҫѳ, Польша - Ш.Ф.) фронтында үҙҙәрен һүнмәҫ данға күмәләр. Днепрҙы аша сыҡҡанда М.Мортазин, К.Ишмѳхәмәтов һәм Ә.Шәйәхмәтов батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтәләр”, - тип яҙҙы.
Б. Т. Бәхтиев һуңынан “Балҡый Әхмәр уттары” (”Урал” гәзите №№ 77,78,79,80. Июль. 1999 йыл) мәҡәләһендә лә киң күләмдә һѳйләп бирә. Уның яҙғандарынан ѳҙѳк килтерәйек. “Әсмән Шәйәхмәтов тураһында 1966 йылдар тирәһендә “Ағиҙел” журналында, тағы 1960 йылдарҙа Ленинградта юғары партия мәктәбендә уҡыған иптәшем Ситдыҡ Хәлилов миңә хат яҙғайны. Дәүләт архивындағы “Красная Звезда” гәзитендә Осман Шәйәхмәтов, Учалы районы Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан граждандар һуғышы геройы, тип яҙған. Шуның исемен, районын асыҡларға кәрәк, тигәйне. Боғанаҡ ҡасабаһында йәшәүсе Йосоп Арғынбаев былай тип һѳйләне: “Әсмәндең ҡыйыулығы, батырлығы хатта дошмандың ҡотон ала торғайны. Атта бик оҫта, ҡош һымаҡ осоп йѳрѳнѳ. Кѳстәр тиң булмаған алышта ла, Әсмән булһа, еңеп сыға торғайныҡ.
Фәрит ШӘЙӘХМӘТОВ.
Ҡоҙғон-Әхмәр.
(Дауамы. Башы 123 -124-се һандарҙа).
Оставить комментарий