Ҡоҙғон-Әхмәр ҡатайҙары тарихы

Атта бик оҫта, ҡош һымаҡ осоп йѳрѳнѳ. Кѳстәр тиң булмаған алышта ла, Әсмән булһа, еңеп сыға торғайныҡ. Дошман ҡылысы менән һелтәгәндә, Әсмән Турыҡайының бауыр аҫтынан урап сығып, ҡотола торғайны”. Был юлы үрҙә телгә алынған яуҙаштарына, ѳҫтәп Үҙәндән Петр Данилович Проскуряковты, Әзекәйҙән Һаҙый Шәрәфетдиновты килтерә.

Тыныс тормошта рәхәтләнеп оҙаҡ йәшәргә тура килмәй Әсмән Шәйәхмәт улына. 1928 йылдың 13 декабрендә уның ғүмере фажиғәле ѳҙѳлә. Үлерҙән бер ѳс кѳн алда тѳш күрә. Имеш, ғазраил, ялбыр сәсле, ҡара йѳҙлѳ ҡатын ҡиәфәтендә, уны йығып һалып, күкрәгенә менеп ултыра ла муйынынан һыға башлай. Әсмән, кѳс-хәл менән, ғазраилды күкрәгенән алып ташлай. Шулай ҙа, ғазраил “ѳс кѳндән барыбер үләһең”, - ти ҙә күҙҙән юғала. Был тѳшѳн еңгәһе Вәхиҙәгә (беҙҙең ѳләсәй) һѳйләй. Был ваҡытта Әсмән Шәйәхмәт улы туған тейеш ағаһына (бер “Шауым” араһы, йәғни бер тамырҙан таралғандар) Байморатов Хәйруллаға ѳй тѳҙѳшѳп йѳрѳгән сағы була. Ѳй тѳҙѳлѳп бѳткәс, Хәйрулла ағаһы ашҡа саҡыра. Быны белеп ҡалған еңгәһе ҡаршы тѳшә, ебәрмәҫкә тырыша, ниҙер һиҙенгәндәй була, үҙе һѳйләгән тѳшѳн иҫкә тѳшѳрә... Ниңә һин бер үҙең генә бараһың, ниңә килен менән бергә бармайһың, тип шиген белдерә.

“Миңә бер нәмә лә булмаҫ, мин утты-һыуҙы кискән кеше. Ҡурҡма, еңгә”, - тип сығып китә. Аш ашағандан һуң ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында, яңылышлыҡ килеп сыға. Йәғни, Әсмән менән Хәйрулла араһында ыҙғыш сыға, яғалаша башлайҙар. Мыҡты кәүҙәле Әсмән Хәйрулланы йығып, муйынынан һыға башлай. Үлер сиккә еткән ирен ҡотҡарырға тип, ҡатыны Сәмсиямал (Тамъян-Ҡатай кантонының мировой судьяһы Мѳхәмәтшакир Ғәбитовтың ҡыҙы) килеп тора. Был яғалашыуҙы нисек туҡтатырға белмәгән ҡатын, сыуал алдында ятҡан кирбесте алып, Әсмәндең башына һуға. Бер һуғыу ҙур фажиғәгә килтерә, үлемесле яралай. Шул тѳндѳң иртәгәһенә, Әсмән Шәйәхмәт улы, мәңгелек донъяға күсә.
Мосолман ғәҙәте буйынса, Әсмән Шәйәхмәт улын дѳйѳм зыяратта тауыш-тынһыҙ ғына ерләргә йыйыналар. Ләкин ауылда асылған тәүге совет мәктәбенең беренсе уҡытыусыһы Юнысов Солтан (Аҙнағол ауылынан) быға ҡырҡа ҡаршы тѳшә. “Ул бит ябай ғына кеше түгел. Ул батырҙарҙың батыры, Совет власы ѳсѳн кѳрәшкән кеше. Белорет хәрби комиссариатына хәбәр итергә кәрәк”, - тип, тәҡдимдәрен керетә. Ошонан һуң Белорет хәрби комиссариатына хәбәр иткәндән һуң Әсмән Шәйәхмәт улын һуңғы юлға оҙатырға күрше-тирә ауылдарҙан иҫән ҡалған яугирҙәр, дуҫтары, яҡындары, туғандары йыйыла. Ул ваҡытта Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитетында (БашЦИК) эшләүсе, элекке эскадрон командиры Кинйәбай Ишмѳхәмәтов тынлы оркестр һәм, мылтыҡтан атып, залп бирер ѳсѳн һалдаттар ебәртә.

Шулай итеп, Әсмән Шәйәхмәт улын Ҡоҙғон-Әхмәр ауылына керер саҡтағы сауҡалыҡ араһына ерләйҙәр. Быны килер быуын батырҙы онотмаһын, иҫкә алһын ѳсѳн шулай эшләйҙәр. Кинйәбай Ишмѳхәмәтов “Металл ѳсѳн” гәзитендә (1928 йыл) “Тағы бер ҡорбан” тигән мәҡәлә яҙып сыға. Батырҙы хѳрмәт итергә ѳндәй. (Бѳтә был ваҡиғаларҙы ѳләсәйебеҙ Вәхиҙә Зәйнәғәбдин ҡыҙының һѳйләп ҡалдырғанынан һәм шул ваҡыттағы ваҡиғаларҙың шаһиты булған Ғәббәс Хәмзә улы Хәмзиндың һѳйләгәндәренән сығып яҙылды).
Тормош ары бер самалы ғына бармай. Күп тә үтмәй “вәлидовсылар”, “мортазин-сылар”, “халыҡ дошмандары” тигән уйҙырма, ялған яла яғыуҙар башлана. Элекке яугирҙәрҙе эҙәрлекләүҙәр, ғаиләләренән айырып, хѳкѳмгә тарттырыуҙар башлана. Муса Мортазин, Кинйәбай Ишмѳхәмәтов, репрессияға эләгеп, атылалар. Ошонан һуң Әсмән Шәйәхмәт улының ҡатыны балаһын алып, тыуған ауылы Ҡобағошҡа ҡайтып китә. Ә бѳтә булған документтарын, наградаларын юҡ итәләр.

СССР Юғары судының хәрби коллегияһы 1956 йылдың 14 июнендәге ултырышында № 4 н-010356 ҡарары менән Муса Лут улы Мортазинды ғәйепһеҙ тип таный һәм, үлгәндән һуң, аҡлай. Шуның менән бергә уның кѳрәштәштәре лә аҡлана. Шул иҫәптән, Әсмән Шәйәхмәт улынан да яла яғыуҙар алына һәм батыр исеме кире ҡайтарыла. Бѳгѳнгѳ кѳндә ауылға инер саҡтағы зыярат “Әсмән зыяраты” исеме менән билдәле.
Эйе, быға тиклем шулай йѳрѳтѳлдѳ. Бынан ары “Батырҙар зыяраты” тип йѳрѳтһәң дә, хата булмаҫ, сѳнки Әсмән Шәйәхмәт улы менән йәнәш Ҡоҙғон-Әхмәр ауылының тағы бер йондоҙо, халҡыбыҙҙың йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Хәмзин ерләнгән. Ул, 2009 йылдың 15 ноябрендә, 59 йәшендә генә мәрхүм булып ҡалды. Халҡыбыҙ күңелендә мәңге үлмәҫ йырҙары тороп ҡалды. Улар беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланасаҡ...

МИНЕҢ ШӘЖӘРӘМ
Шәжәрәмдең тарихы ауыл тарихы менән тығыҙ бәйләнештә булғанлығын алдан уҡ әйтеп үткән инем инде. Шуның ѳсѳн ҡабатлап тороуҙың кәрәге юҡтыр. Ете быуын ата-бабаларыбыҙ башы булып Муллабәк олатай тора. Муллабәк олатай “Шауым” араһына нигеҙ һалыусы. Һуңынан “Шауым” араһын “Шауым” урамы тип йѳрѳтә башлайҙар һәм бѳгѳнгѳ кѳнгәсә һаҡлана. Муллабәк олатай тураһында күп мәғлүмәттәр юҡ. Уның ҡасан тыуғанын, нисә йәш йәшәгәнен аныҡ ҡына әйтеп булмай. Шулай ҙа 1834 йылда үткән VIII ревизия мәғлүмәттәренән күренеүенсә, уның XVIII быуаттың 20-се йылдарынан алып XIX быуат баштарына (1720-1805) саҡлы йәшәгәне тѳҫмѳрләнә. VII ревизия ваҡытында Муллабәк олатайҙың дүрт улы теркәлгән, иң оло улы Зәйсән (1741-1819) “отъбравный указной мулла”, - 78 йәш йәшәгән, икенсе улы - Тѳлкѳбай (1749-1834) - 85 йәш йәшәгән, ѳсѳнсѳ улы - Ғәбитулла (1761-1823) - хәрби кеше - Ырымбур хәрби нығытмаларында ил сиген һаҡлауҙа ҡатнаша. Яҡшы хеҙмәте ѳсѳн “заурядъ сотникъ” дәрәжәһендә тыуған ауылына ҡайтып тѳшә, 62 йыл йәшәй. Дүртенсе улы - беҙҙең шәжәрәбеҙҙе дауам иттереүсе - Мәүлит олатай (1773-1831) - Пугачев восстаниеһы башланған йылда тыуған, 58 йыл йәшәгән.

VII ревизия ваҡытында Мәүлит олатайҙың биш улы теркәлгән. Иң олоһо булып беҙҙең шәжәрәне ары дауам иттереүсе Әбүбәкир олатай (1799 йылғы). Икенсе улы - Ғүмәр олатай (1805-1841), ѳсѳнсѳ улы - Ибнеәмин (1811 йылғы), дүртенсе улы - Сәмситдин (1814 йылғы) һәм бишенсе улы - Исрафил (1831 йылғы) теркәлгәндәр.

Әбүбәкир олатайҙың үҙенең ѳс улы һәм ике ҡыҙы булғанлығы билдәле. X ревизия мәғлүмәттәренән күренеүенсә, беренсе улы - Абдулла (1820 йылғы), икенсе улы - Йомағужа (1826 йылғы), ѳсѳнсѳ улы, беҙҙең шәжәрәне тағы ла ары дауам иттереүсе - Асылғужа (1831 йылғы) һәм ҡыҙҙары: Малбикә (1833 йылғы), Сәмсиямал (1856 йылғы) теркәлгәндәр.
Аҫылғужа олатайҙың ике улы тураһында ғына мәғлүмәт бар. Беренсеһе - Ҡотлоәхмәт (1856 йылғы), икенсеһе - Шәһиәхмәт (1858 йылғы) олатай.
Шәһиәхмәт олатайҙың исе-ме, тора-бара ҡыҫҡартылып, Шәйәхмәт тип кенә йѳрѳтѳлә башлай.
Шәйәхмәт олатайҙың тиҫтәләгән баш йылҡы һәм тиҫтәләгән баш һыйыр тотҡанлығы билдәле. Үҙ малын үҙе кѳткән. Кѳтѳү урыны булып Йәндек яланы торған. Йәндек яланы, бынан алда, Мәүлит олатайҙың йәйләү урыны булып торған. Рустар ул яланды “Мавлеткин кочевня” тип йѳрѳткәндәр. Малын кѳтѳүгә ҡыуғанда һәм кѳтѳүҙән алып ҡайтҡанда Боғанаҡ йылғаһын ауылдан остараҡ ерҙә кисеп сығып йѳрѳгән. Һуңынан ул кисеүҙе “Шәйәхмәт кисеүе” тип йѳрѳткәндәр. Хәҙерге кѳндә ул кисеүгә, торбалар һалып, күпер тѳҙѳлгән һәм фермаға барған юл һалынған.
Шәйәхмәт олатайҙың ѳйѳ, бѳгѳнгѳ кѳндә Хәмзин Нәғим йәшәгән ѳйҙѳң урынында булған. Үткән быуаттың 30-сы йылдар башында мәрхүм булып ҡала. Шунан һуң ѳйѳн Хәмзин Мирхәй Хәмзә улына һаталар.
Ул оҫта ҡурайсы булған. Ҡурайын һәр ваҡыт үҙе менән бергә алып йѳрѳгән. Ҡайҙа ғына бармаһын, ҡайҙа ғына булмаһын, ҡурайынан һис кенә лә айырылмаған. Кистәрен ѳйѳнән йыш ҡына ҡурай моңо ағылған. (Ғәббәс Хәмзә улы Хәмзиндың һѳйләгәндәренән).
Шәйәхмәт олатай менән Рәбиға ѳләсәйҙең ѳс улы, ике ҡыҙы булғанлығы билдәле. Оло улы, Имаммѳхәмәт, 1884 йылдың 20 авгусында тыуған, икенсе улы Сѳләймән 1888 йылғы, ѳсѳнсѳ улы Әсмәндиәр - 1896 йылдың 2 сентябрендә, ҡыҙҙары: Рәҡиә - 1892 йылда һәм Рәхимә исемлеһе - 1900 йылда тыуғандар. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, Рәбиға ѳләсәй үлеп ҡала. Шәйәхмәт олатай икенсеһенә, Ғәрифә Бәҙәмшаеваға (1869 йылғы) ѳйләнә. Балалары: Мѳхәмәтйәр (1906 йылғы) һәм Зәкирә (1910 йылғы) тыуа.

Беҙҙең шәжәрәнең алтынсы быуыны булған Имаммѳхәмәт олатай 1894 йылдың 20 авгусында Ырымбур губернияһы Верхнеуральск ѳйәҙе Ҡатай волосының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында тыуған. Уның тыуған кѳнѳн раҫлаусы документ булып Ҡатай волосы башҡарма комитеты тарафынан 1923 йылдың 12 мартында бирелгән “Личная книжка” тора. Ошо кѳндә хәрби иҫәпкә ҡуялар һәм ҡулына документ тотторалар. Документҡа Ҡатай волосы башҡарма комитеты председателе Н.Харрасов һәм эштәрҙе алып барыусы (делопроизводитель) ҡултамғаларын (подпись) ҡуялар. Уҡый-яҙа белмәһә лә, үҙ дәүерендә абруй ҡаҙанған кеше. Ҡаҙыш ауылынан Вәхиҙә Зәйнәғәбдин ҡыҙына ѳйләнә. Вәхиҙә ѳләсәй 1888 йылғы.
Тәүге балалары - Ғәлиулла, 1918 йылдың 18 ноябрендә донъяға килә, икенсе улы - Зәйнулла - 05.08. 1927 йылда, ҡыҙҙары Асия - 1930 йылда һәм улы Рәжәп - 14.01.1935 йылда тыуғандар.
Имаммѳхәмәт олатай менән Вәхиҙә ѳләсәйгә бѳтә ауырлыҡтарҙы кисерергә тура килә. 1917 йылда февраль революцияһын да, Октябрь революцияһын да күрәләр, һуңынан Граждандар һуғышын һәм 1922 йылғы аслыҡты ла үткәрәләр. Унан аҙаҡ колхоз тѳҙѳүҙә алдан башлап йѳрѳүселәр булалар. Колхоз ойошторғанда үҙҙәренең бер бейәһен ҡолоно менән, бер баш эш атын, бер баш һыйырын биреп, колхозға инәләр. Имаммѳхәмәт олатай колхозда тәүге кѳндән үк бригадир, һуңынан ферма мѳдире, колхоз председателе юҡ ваҡытта, председатель вазифаһын башҡара. Хаҡлы ялға сыҡһа ла, яратҡан эшен ташламай.
1932-33 йылдарҙа, 2 йыл рәттән, Рәсәй биләмәләрендә кѳслѳ ҡоролоҡ була. Шул иҫәптән Ҡоҙғон-Әхмәр ерҙәре лә ҡоролоҡҡа кибә. Был ваҡытҡа “Яҡтылыҡ” колхозы ойошторола.
“Атайым Имаммѳхәмәт, колхозда бригадир булып эшләп йѳрѳгән сағы. Ҡоролоҡ арҡаһында колхозда иген уңманы. Бының сәбәбен кемдән күрергә белмәй, атайымды тѳрмәгә ултыртып ҡуйҙылар. Ғәйепһеҙ икәнен белгәс, оҙаҡ та тотмай, сығарҙылар”,- тип һѳйләне атаһы тураһында Ғәлиулла Имаммѳхәмәт улы.
Олатайым, ултырып сыҡһа ла, колхозға ҡарата насар уй уйламай, киреһенсә, сәмләнеп, яратҡан эшен дауам итә. Үҙенең артынан башҡаларҙы ла эйәртә. Эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай, намыҫлы эшләй. Халыҡ уны ярата, ихтирам итә һәм тыңлай. Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында ауылдың иң ышаныслы терәге була. Хѳкүмәтебеҙ олатайымдың хеҙмәтен юғары баһалай һәм һуғыш ваҡытындағы хеҙмәте ѳсѳн миҙал менән наградлай.
Имаммѳхәмәт Шәйәхмәт улы һуғыштан һуң да эшләүен дауам итә. Был ваҡытта ул хаҡлы ялда тип иҫәпләнә. 1952 йылда ғына ферма мѳдире эшен уның улы Ғәлиуллаға ышанып тапшыра. 1956 йылдың 12 мартында, 72 йәшендә, яҡты донъя менән хушлаша.
Ѳләсәйем Вәхиҙә Зәйнәғәбдин ҡыҙы, олатайымдың уң ҡанаты, терәге, яҡлаусыһы һәм һаҡлаусыһы була. Беренселәрҙән булып ауыл Советына депутат итеп һайлана. Олатайым үлгәндән һуң ете йыл йәшәп, 18.02.1963 йылда, 75 йәшендә мәрхүмә булып ҡала.
Шәйәхмәт олатайҙың икенсе улы, Сѳләймән, 1888 йылда тыуған. Ул 1914-1917 йылдарҙа барған Беренсе бѳтә донъя империалистик һуғышҡа алына. Шул китеүенән кире әйләнеп ҡайтмай, хәбәрһеҙ юғала. (Был һүҙҙәр атайым, Ғәлиулла Имаммѳхәмәт улы, һѳйләүе буйынса бирелә).
Шәйәхмәт олатайҙың ѳсѳнсѳ улы, Әсмән тураһында яҙып тормайым, сѳнки уның тураһында тѳпсѳрләп яҙып сыҡтым инде. Шәйәхмәт олатайҙың дүртенсе улы

- Мѳхәмәтйәр - 1906 йылда тыуған. Атаһына оҡшап, ул да ҡурайсы була. Ҡурайын һәр саҡ үҙе менән бергә алып йѳрѳгән. Кәрәк саҡта, ала һалып, ҡурайын тартып ебәргән.
Мѳхәмәтйәр Шәйәхмәт улы Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны. Һуғыш башланыу менән хәрби хеҙмәткә алына. 1942 йылдың февралендә хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡағыҙы килә. (“Память” книга седьмая. Уфа. ”Китап. 1995 й.).
Мѳхәмәтйәр Шәйәхмәт улының балалары: ҡыҙы Ҡәнифә - 1935 йылғы, улы Утарбай - 1937 йылғы, Уралбай - 1939 йылғы һәм ҡыҙы Йәнифә - 1942 йылғы, атаһы һуғышта саҡта тыуа.

Шәжәрәмдең етенсе быуыны, әлбиттә, атайым Ғәлиулла Имаммѳхәмәт улы. Атайым 1918 йылдың 18 ноябрендә ғаиләлә иң оло бала булып донъяға килә.
1928 йылда асылған беренсе совет мәктәбенең I класына уҡырға бара. Һуңынан Белорет ҡалаһындағы ФЗО-ны тамамлай, токарь һѳнәренә эйә була. Заводта эшләргә тура килмәй, кире ауылға ҡайтып, “Яҡтылыҡ” колхозында тѳрлѳ эштәрҙә эшләп йѳрѳй. 1939 йылдың октябрендә хәрби хеҙмәткә алына. Алыҫ Кѳнсығышта хеҙмәт итә. Ҡайтырға ваҡыты еткәндә, Бѳйѳк Ватан һуғышы башлана. Алыҫ Кѳнсығыш сиген һаҡлауҙа ҡатнаша, һуңынан Япон илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша, хәрби наградаларға лайыҡ була.
1946 йылдың кѳҙѳндә генә тыуған ауылына ҡайтып тѳшә. Ҡайтыу менән Мәүзифа Шәйхетдин ҡыҙы менән тормош ҡоралар, 9 балаға ғүмер бирәләр. Әсәйем Мәүзифа Шәйхетдин ҡыҙы ла тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәте ѳсѳн миҙал менән наградлана. Икеһе лә “Яҡтылыҡ” колхозында эшләүҙәрен дауам итәләр һәм ғүмерҙәренең ахырынаса яратҡан эштәренән айырылмайҙар.
Атайым, Ғәлиулла Имаммѳхәмәт улы 83 йәшендә донъя ҡуйҙы. Әсәйем, Мәүзифа Шәйхетдин ҡыҙы, 1979 йылдың 11 майында мәрхүмә булып ҡалды.

Фәрит ШӘЙӘХМӘТОВ.
Ҡоҙғон-Әхмәр.
(Аҙағы. Башы 123 -124,125-се һандарҙа).
Оставить комментарий