ҮЛГӘН ИРЕМ ѲСѲН ПЕНСИЯ

«Күптән түгел ирем мәрхүм булды, уның пенсияһы минекенән юғарыраҡ ине. Мин үлгән ирем ѳсѳн пенсия ала аламмы?»
З. ӘХМӘТОВА.
Белорет.
“Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт пенсияһы” законының 9-сы статьяһына ярашлы, ҡараусыһыҙ ҡалған осраҡтағы пенсия хеҙмәт пенсияһының бер тѳрѳ булып тора.
Пенсия мәрхүмдең тәрбиәһендә булған, эшкә яраҡһыҙ ғаилә ағзаларына түләнә. Мәрхүмдең 55 йәштән үткән ата-әсәһе, ҡатыны, йәки ире, уның тәрбиәһендә булыу-булмауына ҡарамаҫтан, хеҙмәт пенсияһы алыуға хоҡуҡлы. Хеҙмәт пенсияһының был тѳрѳ мәрхүмдең тәрбиәһендәге кешегә уның үлгән кѳнѳнән алып эшкә яраҡһыҙ тип иҫәпләнгән ваҡыт осорона йәки, осрағына ҡарап, срокһыҙ билдәләнә. Был пенсияның күләме үлгән ирегеҙҙең пенсияһына тап килә тигәнде аңлатмай. Ҡараусыһыҙ ҡалған осраҡта хеҙмәт пенсияһы, башҡа хеҙмәт пенсиялары кеүек үк, закондағы формулалар буйынса һанала һәм был пенсияның база ѳлѳшѳ ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының база ѳлѳшѳнән ике тапҡырға кәмерәк килеп сыға. Ҡараусығыҙҙың пенсияһына ай һайын бирелгән түләүҙәр, шул иҫәптән, хеҙмәт ветераны булараҡ, ордендары ѳсѳн, тѳрлѳ компенсациялар, ул үлгәндән һуң пенсияны иҫәпләгәндә ҡаралмай.
Әйткәндәй, закондың 17-се, 19-сы статьялары пенсионерҙарҙың ғаризаһы буйынса бер хеҙмәт пенсияһынан икенсе тѳрѳнә күсеүҙе рѳхсәт итә. Әммә ғариза яҙырҙан алда һеҙгә нисек файҙалыраҡ булыуын Пенсия фонды идаралығында белешергә кәрәк.
Оставить комментарий