БАЛА ҠАРАУ БУЙЫНСА ПОСОБИЕ

“Эшләмәгән ҡатын бала тапҡан осраҡта уға ниндәй пособиелар түләнә. Ул бала ҡарау буйынса айлыҡ пособие ала аламы?”
Н. КАМАЛОВА.
Белорет.
“Балалары булған граждандарға дәүләт пособиеһы тураһында” законына ярашлы, эшләмәгән ҡатын бала тапҡан осраҡта 13 741 һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам (пособие) алырға хоҡуҡлы. Ә инде бала ҡарау буйынса айлыҡ пособие күләме РФ законы буйынса билдәләнә. Мәҫәлән, эшләмәгән ҡатын-ҡыҙҙар ѳсѳн (йәки кәмендә ярты йыл страховка стажы булғанда) 2014 йылға беренсе баланы ҡарау буйынса айлыҡ пособие 2 576 һум 63 тин булһа, икенсе бала ѳсѳн 5 153 һум 24 тин тәшкил итә.
Тимәк, бала ҡараған әсәгә пособие ул ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙ осрағына страховкаланған булһа ғына түләнә. Әгәр ҙә ул алдан бѳтѳнләй эшләмәгән һәм страховкаланмаған икән, был осраҡта пособие булмай.
Нурия ШӘРИПОВА
әҙерләне.
Оставить комментарий