ЙӘШӘРГӘ ТЫРЫШАЙЫҠ

Үткән аҙнала хакимиәттең ҙур залында район-ҡалала үлем осраҡтарын кәметеү һәм ошо юҫыҡта күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү буйынса ултырыш булып үтте.

Унда һаулыҡ һаҡлау системаһындағы һорауҙар һәм район-ҡалала үлем осрағын кәметеү буйынса профилактик эштәр башҡарыу мәсьәләләре ҡаралды. Һаулыҡ һаҡлау ѳлкәһендәге күрһәткестәр буйынса Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш врачы Г.В. Кустов, Белорет психиатрия дауаханаһы баш врачы В.Ю. Начаров, Белорет тѳбәк-ара тубдиспансеры баш врачы И.М. Ҡаһарманов һәм бәлә-ҡазаға тарып, йә суицид арҡаһында ғүмерҙәре ѳҙѳлгәндәр тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт менән полицияның участковый уполномоченныйҙары начальнигы А.В. Завольский, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор А.Н. Кузнецов сығыш яһаны. Бѳгѳнгѳ кѳндә һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар һәм Хѳкүмәттән матди ярҙам бүленә. Миҫал ѳсѳн беҙҙең район-ҡаланы ғына алғанда ла, һуңғы ун йылда Белорет тѳбәк- ара перинаталь үҙәге, балалар поликлиникаһы тѳҙѳлдѳ.

Ҡала поликлиникалары капиталь ремонт эшләү ѳҫтѳндә, киләсәктә ҡалала психиатрия хеҙмәтен булдырыу тураһында һүҙ бара. Ғѳмүмән, кешеләр сәләмәтлеген һаҡлау, ғүмерҙәрен оҙайтыу мәнфәғәтендә һаулыҡ һаҡлау ѳлкәһен үҫтереүгә баҫым яһала. Башҡортостан Президенты Рѳстәм Хәмитов та сығышында быны билдәләп үтте. Рѳстәм Зәки улы әйтеүенсә, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһы ҡорамалдар менән йыһазландырыу, кадрҙар әҙерләү буйынса Рәсәйҙә иң яҡшылар иҫәбендә. Былтыр тармаҡҡа республика бюджетынан - 45, 2014 йылда 54 миллиард һум йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта был өлкәлә тиҙ арала хәл итә торған проблемалар ҙа етерлек. Әммә республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда үлем осраҡтарының йылдан-йыл артыуы күңелгә шом һала. Муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов сираттағы ултырышта тап ошо һорауға яуап алырға һәм уны нисек итеп хәл итеү мәсьәләләрен асыҡларға тырышты. “Поликлиникаларҙағы сираттар, ауырыуҙың тейешле медицина ярҙамы алмауы һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең пациенттарға тупаҫ мѳнәсәбәте - бѳгѳнгѳ кѳнүҙәк проблема. Шулай уҡ йѳрәк-ҡан тамырҙары әйләнеше ауырыуҙары - кеше ғүмерен ѳҙгән сәбәптәр араһында тѳп урынды алып тора.

Әйткәндәй, Рәсәй Президентының 2015 йылды Йѳрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән кѳрәшеү буйынса милли программаларҙы ғәмәлгә ашырыу йылы тип иғлан итеүенән файҙаланып, беҙгә лә кардиология бүлегенә юғары заман ҡорамалдары алып ултыртырға ваҡыттыр. Ә инде бер йыл эсендә район-ҡалала 70 кешенең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Тимәк, тейешле органдар халыҡ менән профилактик эш алып бармай», - тине Владислав Миронов һәм ауыл хакимиәттәре башлыҡтарын, мәғариф, социаль ѳлкә хеҙмәткәрҙәрен, дин әһелдәрен халыҡ менән ошо юҫыҡта эш алып барырға, тѳрлѳ профилактик саралар үткәрергә, районда үлем осраҡтарын кәметеү ѳҫтѳндә
эшләргә саҡырҙы.

Ысынлап та, бѳгѳнгѳ кѳндә иң элек эшһеҙлек, эскелек, наркомания, бәхетһеҙ ғаилә тормошо, яңғыҙлыҡ кешеләрҙе һуңғы аҙымға этәрә һәм үлем осраҡтарының ҡырҡа артыуының сәбәбе булып тора. Ә бит суицид ҡорбандарына ваҡытында медицина, рухи һәм матди ярҙам күрһәтһәк, бәлки, был һандар күпкә кәмерәк тә булыр ине. Шуға күрә тирә-йүндәгеләргә иғтибарлы булайыҡ, мохтаждарҙы ярҙамдан мәхрүм итмәйек.
Нурия ШӘРИПОВА.
Оставить комментарий