«Грамоталы ҡала булайыҡ»

Үткән аҙнала муниципаль район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһы халыҡтары
телдәре буйынса комиссияның сираттағы ултырышы булды. Унда комиссия ағзаларынан тыш, ҡаланың сауҙа үҙәктәренең директорҙары, администраторҙар, шәхси магазин тотоусылар һәм “Экспресс реклама» етештереү фирмаһы, «Сплайн» фәнни-производство компанияһы етәкселәре ҡатнашты. Көн тәртибендә тел мәсьәләһенә ҡағылышлы һорауҙар ҡаралды.

«Грамоталы ҡала булайыҡ»Муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев йыйылыштың тѳп мәсьәләһе - “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы республика Законын тормошҡа ашырыу буйынса ҡалабыҙ урамдарында башҡорт телендә яҙылған, сауҙа нөктәләре, учреждение, ойошма-предприятие алтаҡталарындағы яҙыуҙарҙа хаталар булыуы хаҡында билдәләп үтте. “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы республика Законына 2014 йылдың 28 мартынан индерелгән ҡайһы бер үҙгәрештәр менән таныштырып, үрҙә әйтеп үтелгән мәсьәләгә ҡағылышлы мѳһим пункттарын уҡып ишеттерҙе. Артабан алтаҡталарҙағы,
урам исемдәрендәге һәм хатта Белорет май-сыр комбинаты, «Ситно» Белорет икмәк комбинаты етештергән аҙыҡ-түлектең ярлығындағы хаталы яҙмаларҙан эшләнгән слайд-шоу күрһәтелде.

Ысынлап та, нисәмә йыл буйы алтаҡталарҙағы хаталарҙы тѳҙәтәбеҙ. Әлбиттә, ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр бар. Күпселек урындарҙа русса ла, башҡорт телендә лә яҙмалар бар. Улай ғына ла түгел, телдәр тураһындағы законға ярашлы, башҡорт телендәгеһе һул яҡтан, йә өҫтән, рус телендәгеһе уңдан, йә аҫтан урынлаштырылған. Был күренеш бер аҙ күңелде күтәрҙе, тимәк, оҙаҡ ваҡыт һѳйләй торғас, ойошма, сауҙа нөктәләре хужалары ла закон талаптарын иҫәпкә ала башланы. Шулай ҙа араларында хаталы булғандары, йә бөтөнләй башҡортса яҙыуһыҙҙары ла йыш осрай.
Мәҫәлән, күптән түгел ҡалала асылған «Магнит» гипермаркетының алтаҡталарында хаталар бар. Күп осраҡта алтаҡтала башҡорт телендәге яҙыу руссаһының аҫтында урынлашҡан һәм орфографик хаталар ебәрелгән - ялхыҙ (ялһыҙ), тенәфесһеҙ (тәнәфесһеҙ), әш вакыты (эш ваҡыты) М.
Гәфури урамы (М. Ғафури урамы) һәм башҡа. Ә бына Октябрский биҫтәһендәге “Подшипник» магазины алтаҡтаһында бѳтѳнләй башҡа һыймаҫлыҡ хаталар ебәрелгән. Унда аҙна кѳндәре - дү, ши, ша, ке, йо, тип ҡыҫҡартып яҙып ҡуйылған. Илгиз Сафый улы сауҙа нѳктәләре хужаларына, бындай хаталы алтаҡталарҙы ҡайҙан, кемдән яҙҙырып алыуҙарын һорағас, Ѳфѳнән яҙып ебәрәләр, тинеләр.

“Тәүге мәлдә Белорет май-сыр комбинаты етештергән аҙыҡ-түлектең ярлығында хаталар булмай торғайны. Ә бѳгѳн иһә, ундағы күҙҙе сыбарландырған хаталарҙы күреп аптыраным. Эйе, хәреф хаталарын ҡайһы берәүҙәр етди хата тип иҫәпләмәй, күрәһең, әммә тел камиллығы һәр һүҙҙең дөрөҫ яҙылышына ҡайтып ҡала. Артабан был эшкә иғтибар бирергә һәм кисектермәй хаталар ѳҫтѳндә эшләргә кәрәк. Ә инде рус теленән башҡортсаға тәржемә менән махсус рәүештә урындағы “Урал” гәзите редакцияһы шѳғѳлләнә”, - тине Илгиз Сафый улы. “Урал” гәзитенең директор- баш мѳхәррире Сатура Минһажитдинова ҡаланың етештереү һәм фәнни- производство компанияларын “Урал” гәзите редакцияһы менән килешеп эшләргә саҡырҙы.
Район-ҡала буйынса ауыл, ер-һыу атамаларының һәм урам исемдәренең, алтаҡталарҙың, үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек ярлыҡтарындағы яҙыуҙарҙың дѳрѳҫ яҙылышын тикшереп сығырға һәм ундағы яҙыуҙарҙы законға ярашлы тәртипкә килтереү өсөн бер ай ваҡыт бирергә, тигән һығымта яһалды.

Был хаҡта ойошма-предприятиеларға, сауҙа нѳктәләренә яҙма рәүештә хәбәр ителәсәк. Быйыл Әҙәбиәт йылы булыуын күҙ уңында тотоп, ҡала-районыбыҙ юлдарында тел, әҙәбиәт темаһына арналған баннерҙар эшләп ҡуйырға тәҡдим индерелде. Бындай баннерҙар үҫеп килгән йәш быуындың рухи үҫешенә, һис шикһеҙ, ыңғай йоғонто яһаясағын иҫәпкә алып, комиссия ағзалары тәҡдимде хупланы. «Тел, милләт мәсьәләһе - мөһим өлкә, беҙ уны һәр саҡ күҙ уңында тоторға тейешбеҙ, ә инде хатаһыҙ яҙыуҙар халҡыбыҙҙың мәҙәнилеге хаҡында һөйләй. Башҡорт телендә дөрөҫ итеп яҙылған алтаҡталар район-ҡала халҡының грамоталы булыуын күрһәтә», - тине Илгиз Теләүбаев.
Нурия ШӘРИПОВА.
Оставить комментарий