Яңы биҫтә ҡалҡып сығасаҡ

Башҡортостанда граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү программаһын тормошҡа ашырыуҙың икенсе этабы башланды. Программаның беренсе этабында 7 меңгә яҡын кеше авария хәлендәге йорттарҙан яңы фатирға күсте. 2015 йылдың аҙағына тиклем 278 күп фатирлы йорт тѳҙѳү планлаштырылған һәм республикала йәшәгән 6,5 меңгә яҡын кеше йәшәү шарттарын яҡшыртасаҡ. Тѳбәктең 18 муниципаль биләмәһе программала ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.

2014 йылда Белорет муниципаль район хакимиәте лә граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү программаһына ҡушылды һәм уңышлы эшләй башланы. Әлегә авария хәлендәге 5 йорттан 44 ғаилә йәшәү шарттарын яҡшыртыуға үҙ сиратын кѳтә. «Выселки-2» биҫтәһендә лә бер- бер артлы социаль объекттар ҡалҡып сыға башланы. Ѳс ҡатлы йорттарҙы «Профстройкомпани» тѳҙѳлѳш ком- панияһы тѳҙѳй. 33 фатирлы беренсе йортҡа газ, һыу ингән. Биҙәү эштәрен генә башҡараһы ҡалған. Йорт июндә файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Икенсе йорт та беренсеһенә параллель тѳҙѳлә, тәүге ҡаты тѳҙѳлѳп бѳткән дә инде. Уны декабрҙә файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған.

- «Профстройкомпани» тѳҙѳлѳш компанияһы бер нисә объектта эшләй. Рәхим Шәрипов етәкселек иткән балта оҫталары бригадаһы Ҡағы мәктәбе ҡыйығын ябыу менән мәшғүл. Ә шулай ҙа бар кѳс “Выселки-2” биҫтәһендә социаль объекттар тѳҙѳүгә йүнәлтелгән. 1, 2, 3 бүлмәле фатирҙарҙан торған йорттар тиҙ арала ҡалҡып сыҡты, уларҙың айырым шәхси йылытыу системаһы буласаҡ. Фәнил Мѳхәмәтдинов бригадаһында һигеҙ ташсы, алты балта оҫтаһы, ярҙамсылар эшләй. Коллектив берҙәм, тѳҙѳлѳш йылдам бара, эшселәр үҙ эштәренең оҫталары, - ти прораб Рәхимйән Дилмѳхәмәтов. Алдағы бер нисә йылда “Выселки-2” биҫтәһе тѳҙѳлѳш майҙансығына әйләнәсәк, программа 2017 йылдың сентябренә тиклем иҫәпләнгән. Әлеге ваҡытта тағы ла ѳс йорт тѳҙѳү ҡаралған. Тиҫтәләгән йорто, мәктәбе һәм башҡа инфраструктуралары булған биҫтәнең киләсәге ҙур.
Э. ХӘМЗИНА.
Н. ВӘЛИУЛЛИНА фотолары.
Оставить комментарий