ТЕЛДЕ БЕЛҺӘҢ - ИЛГӘ КИЛ!

2015 йылдың 1 ғинуарынан миграция ҡануниәтендә телгә бәйле үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Уға
ярашлы, сит ил граждандарына хеҙмәт эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу, ваҡытлыса йәшәүгә йәки тороу ѳсѳн таныҡлыҡ алыуға рус телен, Рәсәй Федерацияһы ҡанундары нигеҙен һәм тарихын белеү мотлаҡ.

Сил ил граждандары илгә килгәс, тәүҙә 7 кѳн эсендә миграция хеҙмәтендә иҫәпкә торорға тейеш. Эшкә тип килгәндәргә 30 кѳн эсендә патент биреү тураһында ғариза менән миграция хеҙмәтенә мѳрәжәғәт итеүе мотлаҡ. Даими йәшәргә килгәндәр 30 кѳн эсендә ваҡытлыса йәшәүгә рѳхсәт һорап, ғариза яҙырға бурыслы. Ошо 30 кѳн эсендә уларға рус телен белеүҙәре тураһында сертификат алырға ла кәрәк. Башҡортостан Республикаһы территорияһында рус теле буйынса тесты Башҡорт дәүләт университетында (Ѳфѳ ҡалаһы, З. Вәлиди урамы, 33а), М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында (Ѳфѳ ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3а, 3-сѳ уҡыу корпусы, 307,309-сы кабинеттар), Ѳфѳ дәүләт нефть техник университетында (Ѳфѳ ҡалаһы, Космонавтар урамы, 8, 2в- 302-се кабинет), Башҡорт социаль технологиялар институтында (Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының Тестлау үҙәге филиалы, Ѳфѳ ҡалаһы, Октябрь проспекты, 74/2, 217-се кабинет), “Динамо” ѳҫтәмә һѳнәри белем биреү дәүләттеке булмаған мәғариф учреждениеһында (Ѳфѳ ҡалаһы, К. Маркс урамы, 2) тапшырырға мѳмкин. Тест ѳс модулдән тора:
1. Рус телен белеү (уны тапшырыуға
190 минут бирелә);
2. Рәсәй тарихы буйынса һорауҙар (45
минут бирелә);
3. Ҡануниәт буйынса һорауҙар (45
минут бирелә).
Әлеге ваҡытта эшкә урынлашыу һәм тест биреү ѳсѳн 5300 һум түләргә кәрәк. Тестарға әҙерлек үтеү ѳсѳн курстар Башҡорт дәүләт университетында, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, “Динамо” ѳҫтәмә һѳнәри белем биреү дәүләттеке булмаған мәғариф учреждениеһында ойошторола.
- Рәсәй Федераль миграция хеҙмә- тенең Башҡортостан буйынса ида- ралығының Белорет ҡалаһындағы бүлегенә 1 февралгә ҡарата эшләргә тип килгән 31 сит ил гражданы теркәлде, шуларҙың бишәүһе тел белеү тураһында сертификат алып килде. Хәҙер уларға патент алырға ғына ҡалды. Шулай уҡ йәшәү ѳсѳн таныҡлыҡ алыуға ике кеше ғариза тапшырҙы, тимәк, уларҙың да рус теле буйынса сертификаттары бар. Ѳс кеше сертификат менән ваҡытлыса йәшәүгә рѳхсәт һорап мѳрәжәғәт итте, документтарын ҡабул иттек. Ғѳмүмән, 18 кѳн эсендә беҙгә 10 кеше имтихан биреп килде, - ти Белорет ҡалаһындағы бүлек начальнигы Урал Сабур улы Солтанов. Былтыр Белорет миграцияһы бүлегенә эшләргә теләк белдереп – 571, ваҡытлыса йәшәргә (ѳс йылға тиклем) рѳхсәт һорап - 79, йәшәргә таныҡлыҡ алыу ѳсѳн 41 сит ил гражданы мѳрәжәғәт иткән.
Р. МУСИНА.
Оставить комментарий