ДӘҮЛӘТ КѲСѲ ХАЛҠЫ ҺАНЫНДА

Халыҡ белемле, арҙаҡлы кешеләре менән көслө, тиһәләр ҙә, үҙ традицияларыңды, ғөрөф- ғәҙәттәреңде, телеңде, мәҙәниәтеңде һаҡлап, уны быуындан-быуынға тапшырып йәшәү өсөн, тәү сиратта, халҡыңдың иҫәп яғынан күп булыуы ла оло әһәмиәткә эйә. Дәүләттең көсө - халҡының күп һанлы булыуында ла. Рәсәй дәүләте алып барған һуғыштарҙа яуланған күп кенә еңеүҙәр ҙә туранан-тура ошо көскә бәйләнгән. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәмәт, ғәләйһис-сәләм, дә бит: “Үҙегеҙҙе яратҡан һәм күп бала тапҡан ҡатындарға өйләнегеҙ. Мин һеҙҙең күп һанлы булыуығыҙ менән ысын күңелдән ғорурланырмын”, - тип әйтеп ҡалдырған. Хөкүмәтебеҙ, динебеҙ хуплап торғанда, нилектән тыуым һаны кәмей, күп бала тәрбиәләгәндәр юҡ тиерлек? Ҡайһы бер илдәр, мәҫәлән, Ҡытай, артыҡ тыуымға ҡаршы көрәш алып барғанда, бик күп территорияһы булған Рәсәй, элекке СССР, Африка илдәре ни өсөн демографик кризис кисерә?

Рәсәй власы барлыҡҡа килеү дәүеренән алып, үҙ халҡынан демографик дөрөҫлөктө йәшерергә тырышҡан. 1985 йылға тиклем үлем һәм тыуым, халыҡ иҫәбе бары тик махсус баҫмаларҙа ғына телгә алынһа, ғүмер оҙайлығы, балалар үлеме, аборттар һаны бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла күрһәтелмәгән. Бының сәбәптәре яҡшы аңлашылалыр, сөнки нәҡ ошо һандар дәүләттең бөтә ысынбарлығын сағылдырған. Бөгөн илебеҙҙең демографик хәле тураһындағы мәсьәлә төрлө дәүләт ултырыштарында, рәсми сығыштарҙа йыш телгә алына. Шулай ҙа демографтар, халыҡ һанының кәмеүе етди, фәнни кимәлдә күтәрелмәй һәм хәл ителмәй тип бара. Был мәсьәлә бөгөн көнүҙәк проблемаларҙың береһенә әйләнгән һәм етди саралар күреүҙе талап итә, тип һанай улар. Илебеҙҙең демографик кѳрсѳк кисе- реүенең төп сәбәбе булып тыуымдың кәмеүе, үлемдең артыуы тора.

Беҙҙәге үлем осрағы үҫешкән илдәр күрһәткесенән 1,6 тапҡырға юғарыраҡ һанала. Ирҙәрҙең үлеме ҡатындарҙыҡынан 4 тапҡырға артып китә. Яңы тыуған балаларҙың үлеме лә Европанан 1,5 тапҡырға күберәк. 1975 йылда Рәсәй ғүмер оҙайлығы буйынса 35-се урында торһа, бөгөн ул 142-се урынды биләй. Һуңғы 15 йылда яҡынса 5 миллионлап кешене юғалтҡанбыҙ. Ә бөгөн иһә халыҡ иҫәбе йылына сама менән 700 меңгә ҡыҫҡара. Хәлдәр ошолай барһа, 2050 йылға Рәсәй халҡы 77 миллионға, йәғни әлеге кимәлдән ике тапҡырға кәмейәсәк, тигән хәүеф бар. Рәсәй донъялағы иң күп милләтле ДӘҮЛӘТ КѲСѲ ХАЛҠЫ ҺАНЫНДА Бай ғаиләләрҙә балалар әҙерәк, ярлыларында күберәк тыуа илдәрҙең береһе. Иң күп халыҡ тип урыҫтар һанала -115,9 млн. Икенсе урында татарҙар - 5,6 млн., өсөнсө урында - украиндар - 2,9 млн., дүртенсе урында башҡорттар - 1,7 млн., бишенсе урында сыуаштар - 1,6 млн., алтынсы урында чечендар - 1,4 млн., етенсе урында әрмәндәр - 1,1 млн. 2012 йылда халыҡ иҫәбе 314 меңгә артып, Рәсәй 90-сы йылдарҙа барлыҡҡа килгән демографик кѳрсѳктән сыға. 2015 йылдың 1 ғинуарына Рәсәй халҡы 146 млн. 270 мең 33 кеше тип иҫәпләнә. Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуынан халыҡ иҫәбе 2,3 млн.-ға арта. 2013 йылда Рәсәй ҡатындарҙың ғүмер оҙайлығы буйынса рекорд ҡуя һәм уларҙың уртаса ғүмер оҙонлоғо 76,5, ирҙәрҙеке - 65,5, ә уртаса ғүмер оҙонлоғо 71 йәш тип һанала. Шулай итеп, Рәсәй ҡатындары Америка ирҙәренән оҙағыраҡ, ә Рәсәй ирҙәренең Америка ҡатындарынан 17 йылға кәмерәк йәшәүе асыҡлана. 2014 йылда илебеҙҙә 1,947 млн. бала тыуа. Ошо йыл аҙағына биш йәшкә тиклемге балалар үлеме, 1990 йыл менән сағыштырғанда, 3 тапҡырға, бала тапҡан ҡатындар үлеме 4,5 тапҡырға кәмей. Ҡайһы берәүҙәр Росстат биргән мәғ- лүмәттәргә шик тә белдерә. Уларҙың әйтеүенсә, йәнәһе лә, Рәсәйҙә халыҡ үлеп бөтөп бара. Ысынбарлыҡта илдә 143 млн. түгел, ә ни бары 90, бәлки 80 млн. ғына халыҡ иҫәпләнә, имеш. Быға ҡаршы икенсе дәлилдәр килтерәләр, мәҫәлән, мотлаҡ медицина страховкаһы фондында 141 млн. кеше иҫәпләнә, ә Рәсәйҙә файҙаланған мобиль телефондары 172 млн. теркәлгән. Ошонан сығып, киреһенсә, Росстат Рәсәй халҡы иҫәбен кәметә, тиергә нигеҙ бар, ти демографтар. Үлем һанының тыуымдан күберәк булыуын, йәғни депопуляцияны кәметеү өсөн Рәсәй Хөкүмәте 2006 йылда әүҙем демографик сәйәсәт алып барыуға күсте.

Ил Президенты тыуымды арттырыу өсөн йәш ғаиләләргә, бала табырға теләгән ҡатындарға төрлө ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Ә бит революцияға тиклем Рәсәй тарихында балалар пособиеһы бөтөнләй түләнмәгән, йән башына килем дә XX быуаттағы кеүек юғары булмаған, әммә, хатта татар-монгол яуы ваҡытында ла әлеге кеүек тыуым кимәле түбән төшмәгән. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла Рәсәйҙә тыуым һаны бөгөнгөнән күпкә юғары торған. Рәсми мәғлүмәттәр, һандар буйынса фекер йөрөтһәң, бай илдәрҙә балаларҙың әҙерәк, ярлыларында күберәк тыуыуы күҙгә салына һәм етеш ғаиләләрҙә балалар һанының берәү, уҙа барһа, икәү булыуы иғтибарға эләгә. Ә бит XIX быуатта аристократтар ҙа, һис тә крәҫтиәндәрҙән ҡалышмай, 5-7 бала тәрбиәләгән. Мәҫәлән, беҙ яратып уҡыған бөйөк классиктарҙың береһе А. С. Пушкиндың ҡатыны ла 4 бала тапҡан. Ғөмүмән, тыуым мәсьәләһендә ниндәйҙер айырым талаптар юҡ. Кемдеңдер бәләкәй генә йортта, етешһеҙ генә йәшәүенә ҡарамаҫтан бала тапҡыһы килһә, икенсе береһендә, һарайҙай йортта көн күрһә лә, был теләк уянмай. Арабыҙҙа чайлдфрилар күбәйә Бөгөн ватандаштарыбыҙҙың көнбайыш модаһына эйәрергә тырышыуы ла де- мографик көрсөккә килтергән сәбәптәр тыуҙыра. Элегерәк, бала - ғаиләне ны- ғытыусы, һаҡлаусы, ир менән ҡатынды бәйләүсе тип һаналһа, бөгөн бының нәҡ киреһен иҫбатларға тырышыусылар бар- лыҡҡа килә. Ундайҙар «Балалар - беҙҙең киләсәк» тигән лозунгыны бөтөнләй инҡар итә. Мәҫәлән, 1970 йылдарҙа уҡ Америка Ҡушма Штаттарында барлыҡҡа килгән Чайлдфрилар хәрәкәтенең бөгөн беҙҙең илдә ҡолас алыуы ошо хаҡта һөйләй. Инглиз теленән тәржемә иткәндә, чайлдфри - баланан азат тигәнде аңлата. Улар ниндәйҙер сәбәптәр менән бала таба алмаған парҙар түгел. Чайлдфрилар үҙ теләге менән бала табып тәрбиәләүҙән баш тарта һәм шуның менән үҙҙәрен бәхетле һанай. Ундайҙар принциптарын йәмғиәткә тағырға һәм башҡаларҙы ла үҙ артынан эйәртергә тырыша. Әлегә Рәсәй чайлдфрилары, көнбайыштыҡыларҙан айыр- малы рәүештә, үҙ йүнәлешен башҡаларға артыҡ ныҡ тағырға тырышмай. Әммә, уларҙың да Интернет селтәрҙәрендә үҙ төркөмдәре, форумдары, фекерҙәштәре бар. Әлеге ваҡыта 30-40 йәштәге һәр бишенсе мәскәүле үҙ теләге менән бала табыуҙан баш тарта. Рәсәй буйынса был күрһәткес һәр ун бишенсе ҡатынға тура килә. Чайлдфриларҙың хәрәкәтен тыймағанда, Хөкүмәтебеҙҙең тыуымды арттырыу йәһәтенән уйлап сығарған Әсәлек капиталы ла, һәр өсөнсө балаға бушлай ер участкаһы биреүе лә ярҙам итмәйәсәк. Был хәрәкәткә ҡаршы сыҡҡандарҙың да үҙ тәҡдиме бар. Улар бала табырға теләмәгән һәм башҡаларҙы ла шуға өндәгәндәрҙең пенсия йәшен арттырырға кәрәк, тип бара. Бала урынына ҡурсаҡ Хәйер, көнбайыштыҡылар беҙҙе ап- тыратыуҙан бушамай. 1990 йылдарҙа Реборн ҡурсаҡтарының популярлыҡ алыуы ла уйланырлыҡ урын тыуҙыра. Реборн - яңынан тыуыу тигәнде аңлата. Бөтә яҡлап та ысын балаға оҡшатып эшләнгән ҡурсаҡтар коллекция, интерьер өсөн сығарылһа ла, уны башҡа маҡсатта файҙаланыусылар күбәйә. Бындай ҡурсаҡтарҙы ысын баланан айырыуы бик ауыр. Уларҙың йөрәк тибеше бар, тын ала, тиреһе аша ҡан тамырҙары ла ысын кеүек күренеп тора. Уларҙың хаҡы ҡиммәт булһа ла, заказ биреүселәр бик күп. Кемдер инде ҙурайып бөткән балаларының бала сағындағы, икенсе береһе мәрхүм булған балаһының күсермәһен эшләүгә заказ бирә.

Үҙе бала табып тәрбиәләмәй, йәнһеҙ ҡурсаҡҡа ғүмерен арнаған ҡатындарҙың аҡылы камил булыуы шик тыуҙыра. Был ҡатындар төрлө форумдарҙа ҡурсаҡ балаларын тәрбиәләү буйынса фекер алыша, бер-береһе менән тәжрибә, кәңәштәре менән уртаҡлаша. Бындай ҡатындар күңелендә реборндар кѳндән-кѳн ҙурыраҡ урын ала һәм уларҙы ысынбарлыҡтан алыҫлаштырғандан- алыҫлаштыра төшә. Уларҙың күптәре ваҡыт үтеү менән уйынсыҡҡа бүлгән ваҡытын ысын бала тәрбиәләүгә бүлмәүенә үкенәсәген уйлап та бирмәй. Илебеҙ Хөкүмәте нисек итеп тыуымды арттырыу тураһында баш ватҡанда, был турала саҡ ҡына булһа ла уйланып ҡуймай, рәхәтләнеп ҡурсаҡ уйнағандар арта. Рәсәйгә реборндар 2007-2008 йылдарҙа килеп инә һәм популярлыҡ яулай. Элек уларҙы сит илдәрҙән заказ биреп алдырһалар, хәҙер үҙебеҙҙең оҫталар ҙа барлыҡҡа килгән. Ай һайын түләнгән 100 һум балалар пособиеһына ҡарап, сабыйҙы нисек балалар баҡсаһына урынлаштырайым, ҡайһылай итеп юғары белем бирәйем, тип ҡайғыраһы түгел. Үҙең теләгән бала “ҡарасҡыһы” һатып алаһың да, бер мәшәҡәт-ҡайғыһыҙ, пенсияға тиклем уйнайһың да уйнайһың, ти ҡурсаҡ яратыусылар. Тик улар ҡасандыр бер килеп ишектәрен ҡартлыҡ ҡағыуын, ул ваҡытта уйын ҡайғыһының юғалыуын, эргәләрендә, исмаһам, бер ҡалаҡ һыу биреп, һөйләшеп ултырыу өсөн булһа ла, тере йән кәрәккәнен уйлап та бирмәй, күрәһең.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА
Оставить комментарий