Үҙебеҙҙеке - йыл әйләнәһенә

Йәйҙең беренсе айы тамамлана. Баҡсабыҙҙа тәүге уңыш ѳлгѳрә башланы. Үҙебеҙ үҫтергән йәшел һуған, ҡыяр кеүек йәшелсәләрҙе ашап ҡыуанабыҙ, баҡса еләгенән беренсе ҡайнатма ла әҙерләп ҡуйҙыҡ. Баҡсалағы емеш-еләк, йәшелсә уңып, беҙҙе шатландырыр әле.

Ә бына “Металлург” туҡланыу идаралығында эш бер ваҡытта ла туҡтамай. Ҡатын-ҡыҙ эшселәр сәсә, утай, уңышты йыйып ала, ашлама әҙерләй. Предприятиеға барып инеү менән оҙон-оҙон түтәлдәр күҙгә ташлана. Унда, сѳгѳлдѳр, редис сәселгән. Икенсе яҡтараҡ кәбеҫтә майҙансығы. Ѳс теплицала йыл әйләнәһенә йәшелсә үҫтереп, Белорет металлургия комбинатының ашханаларына һәм магазиндарына оҙата эшселәр. Теплицаның бер арауығында сәскәләр үҙ сәғәтен кѳтә. Цинния, сальвия, бәрхәт сәскәләр, агератум кеүек сағыу сәскәләр ҡалабыҙҙы матурлай. Киң танылған петуния ла предприятиела күп үҫтерелә. Ә настурция комбинаттың тѳп бинаһы алдын биҙәй. Сәскәләр алынып бѳтѳү менән, уларҙың урынына йәшел һуған сәселәсәк. - Теплицаларҙа тупраҡ ҡатламы һыуынмай, үҫентеләргә бында йылы, - ти йәшел хужалыҡ эшселәре бригадиры Любовь Александровна Коробова (һүрәт- тә).

- Түтәлдәрҙә һуған йыл Үҙебеҙҙеке - йыл әйләнәһенә әйләнәһенә үҫә, ай һайын 1,2 тонналап завод ашханаларына һәм сауҙа нѳктәләренә оҙатабыҙ. Шулай уҡ эшселәрҙең туҡланыу рационында мѳһим булған укроп, петрушка, редис та үҫә. Икенсе арауыҡта ҡыяр үҫтерәбеҙ, яртыһына борос сәселгән. Икенсе теплицала ҡыяр ѳлгѳрә башланы. Кѳн һайын иртән йыйып алабыҙ. Ҡайһы бер кѳндәрҙә 50 килограмлап. Йәйен уңыш ҡышҡа ҡарағанда, әлбиттә, күберәк була. Уңыш йылына ҡарап килә. Оҙаҡламай помидор ҙа ѳлгѳрә. Борос та йәй уртаһынан алып яңы йылға тиклем беҙҙе ҡыуандырасаҡ. Ташҡабаҡ та үҙебеҙҙеке. Ашхана һәм сауҙа нѳктәләрендәге йәшелсәләрҙең күпселеге үҙебеҙҙә үҫтерелгән. Элекке склад бинаһында бәшмәк цехы урынлашҡан. Ѳс ҡатлы стеллаждарҙа кѳнбағыш ҡабығы тултырылған ҙур булмаған тоҡтар урын алған.

Йылы һәм дымлы бинала ҡарама (вешенка) бәшмәге үҫә. Бәшмәктәр йыйып алынған, икенсе партияһы 21 кѳндән бер айға тиклем әҙер буласаҡ. Эшселәр бәшмәктәр ѳсѳн томан да эшләй белә. Кѳндѳҙгѳ яҡтылыҡ менән тәүлек әйләнәһенә тәьмин ителгән. Эшкәртелгән ҡабыҡ түтәлдәр ѳсѳн дә һәйбәт ашлама. Предприятие ашханаһына кѳн дә 30 килограмлап ҡарама бәшмәге оҙатыла. - Эшебеҙ ауыр. Береһен йыйып алабыҙ, икенсеһен сәсәбеҙ. Серетмә, тиҙәк, минераль аш- ламалар менән эшкәртәбеҙ. Һыуҙы ла ваҡытында һибергә кәрәк. Шулай ҙа ҡыҙҙарыбыҙ бошонмай, барыһына ла ѳлгѳрә. Ауыр булһа ла, һѳҙѳмтәләребеҙҙе күрһәк, барыһын да онотабыҙ. Тѳрлѳләндергәс, әллә ни һиҙелмәй ҙә, - тип һүҙен дауам итә бригадир. Үҙ эшен ярата Любовь Александровна. Юҡҡамы ни 32 йыл ғүмерен йәшелләндереү тармағына арнаған: ябай эшсе- нән бригадирға тиклем үрләй. Быйыл “Тѳҙѳкләндереү” яуаплы- лығы сикләнгән йәмғиәтенең йәшел хужалыҡ бригадиры Любовь Коробованың эше юғары баһаланып, “Теплица хужалы- ғының иң яҡшы эшсеһе” тип табылды һәм район һабантуйында лайыҡлы билдәләнде.
Э. ХӘМЗИНА. Автор фотоһы.
Оставить комментарий