Берәҙәк эттәр проблемаһын кемдәр хәл итер?

Эт кешенең дуҫы, юлдашы тигәндәрен бала саҡтан уҡ ишетеп, уларҙы яҡын күреп үҫәбеҙ. Әммә кешеләр бер төрлө булмаған кеүек, эттәрҙең дә төрлөһө була. Шул арҡала ҡайһы бер саҡтарҙа уларҙың дошманға әйләнеп киткәнен дә һиҙмәй ҡалабыҙ. Был осраҡта үҙенә эйәләтеп, күҙенә ҡарап торған хайуанды йүнләп ашатмаған йәиһә кәрәге бөткәс, уны бөтөнләй ҡыуып сығарған хужаһымы, әллә инде кешегә ышанысын юғалтып, ниндәй юл менән булһа ла тамағын туйҙырырға тырышҡан эт ғәйеплеме, белеп булмай.

Үҙәк урамдарҙа өйөрө менән йөрөгән эттәргә лә, уларҙың көнө-төнө ѳрѳүенә лә хәҙер инде халыҡ күнегеп бара. Ошо арҡала тағы ла бер социаль мәсьәлә - берәҙәк эттәр проблемаһы ҡалҡып сыға. Бер нәмәнән дә ҡурҡмай, урам тултырып, иркен йөрөгән эттәр бигерәк тә балаларға, малға хәүеф тыуҙыра.

Редакцияға килгән түбәндәге хат та, ҡарауһыҙ эттәрҙән зыян күргән, Егәҙе ауылында йәшәгән Мәүсилә Ишмөхәмәтованан: «Быйыл июнь башында дүрт һарығымдың ете бәрәсе булды. Хоҙайҙың биргән бәрәкәтенә ҡыуанып, нығынғансы уларҙы өйҙән сығармай тәрбиәләнек. Аяҡтарына ныҡлап баҫып киткәс, әсәләренә эйәртеп, урам буйына сығара башланыҡ. Тик ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барманы, бөгөн ошо бәрәстәрҙең, исмаһам, береһе лә тере түгел. Барыһын да урам буйында йөрөгән һимеҙ-һимеҙ эттәр ашап бөттө. Ауыл ерендә күҙ терәп торғаның мал. Кемдеңдер ғәмһеҙлеге, йүнһеҙлеге арҡаһында шул тиклем малымдың юҡҡа сығыуына ултырып иларҙай булдым. Был проблема менән ауыл хакимиәте башлығына ла мөрәжәғәт иттем, әммә күңел йыуатырҙай яҡшы яуап алманым. "Уларҙы тотоу, атыу ѳсѳн ҙур сығымдар кәрәк. Был хеҙмәткә түләү ѳсѳн хакимиәттең хәленән килмәй", - тип яуап бирҙеләр миңә. Эттәрен бәйле тотмағандарға штраф һалып, зыянды ҡаплатһалар, бәлки, битараф булғандар әҙерәк уйланыр ине», - тип әсенеп яҙа Мәүсилә апай.

Эйе, бер кем дә малын икенсе берәүҙең этенә ем булһын тип үҫтермәй. Ауыл кешеһенең һәр малына, уның буласаҡ быҙауына, бәрәстәренә һәм хатта себештәренә тиклем инселәгән уй-ниәттәре була. Малыңдың зыян күреүе ниндәй ҡаза булыуын, бары тик уны тәрбиәләүгә әллә күпме көсѳн һалған, иртә таңдан ҡара кискәсә һарайҙан сыҡмаған ауыл кешеһе генә беләлер. Мәүсилә апайҙың һорауына яуап алыу өсөн Егәҙе ауыл хакимиәте башлығы Рәил Ишмырҙа улы ҒӘЛИУЛЛИНҒА мөрәжәғәт иттек. - Ни тиклем генә ҡыйын булмаһын, һүҙҙең дөрөҫө кәрәк, берәҙәк эттәр проблемаһын халыҡ үҙе тыуҙыра. Кемдеңдер йүнһеҙлеге арҡаһында, ыҙалап мал аҫрап, етеш йәшәргә тырышҡан кешеләр зыян күрә. Шуныһы насар, беҙҙең биләмәлә элек-электән көтөү булмаған, мал һәр саҡ үҙ иркенә йөрөгән. Көтөү булдырайыҡ, тип әйтеп ҡараһаҡ та, көтөүсе булырға ла, малды көтөүгә ҡыуырға теләүселәр ҙә табылмай. Атың насар булһа, һатып ҡотолорһоң, этең насар булһа, атып ҡотолорһоң, тиһәләр ҙә, урамда йөрөгән һәр этте аттыра алмайбыҙ, сѳнки айырым рөхсәт кәрәк.

Ошо эш менән шөғөлләнеүсе ойошмаларға мөрәжәғәт иткәндә, бер этте аттырыуға ғына яҡынса 1300 һум аҡса китә. Ҡаланың беҙгә алыҫ булыуы сәбәпле, сығымдарҙы ҡапламай тип, эттәрҙе ауларға килергә әллә ни ашҡынып тормайҙар. Бер нисә эт ѳсѳн оҙон юл үтергә риза түгелдәр. Уларҙың һорауы буйынса бер юлы 20-30 этте табып та булмаясаҡ. Ул тиклем эт беҙҙә юҡ. Әлбиттә, был мәсьәләгә күҙ йомоп, ҡул һелтәп ҡуймайбыҙ. Урам буйында йөрөгән эттәрҙең хужаларына иҫкәртеү яһайбыҙ. Иҫкәртеүҙе ҡабул итеп, эттәрен бәйләп ҡуялар ҙа ул, әммә бәйгә өйрәнмәгән, гел иректә йөрөгән эт сынйырын өҙөп, тағы ҡаса. Хакимиәткә генә зарланыуҙан хәл үҙгәрмәйәсәк. Был йәһәттән халыҡ үҙе лә әүҙем булһын ине. Эттең ысынлап та шул кешенеке булыуын дәлилләргә лә кәрәк бит әле. Әгәр кемдеке икәнен белһәләр, шунда уҡ хужаһына барып әйтһендәр, сѳнки иҫкәртеү яһағанда, минеке түгел, тип, хужаларҙың этенән баш тартҡан осраҡтары ла күп. Ғәйеплеһең, һинең этең тешләгән тип, кемгәлер нигеҙһеҙ дәғүә белдереп, штраф һалып булмай, сөнки хакимиәттең быға хоҡуғы юҡ, - тине Рәил Ишмырҙа улы.
Ошондай мәсьәләләр буйынса гәзитебеҙҙә күп мәҡәләләр баҫыла. Проблема бер Егәҙе ауылында ғына күҙәтелмәй, бѳтә хакимиәт башлыҡтары ла тѳп эштәренән айырылып, эттәргә ҡаршы кѳрәшкә баҫҡан, тиһәк тә хата булмаҫ. Шул арҡала хакимиәт бюджетындағы әҙме-күпме аҡсаны берәҙәк эттәрҙән ҡотолоу өсөн сығарып һалырға мәжбүрҙәр. Әлбиттә, аҡ эт бәләһе ҡара эткә тигәндәй, мәсьәләне хакимиәткә генә япһарып ултырыу дөрөҫ тә булмаҫ. Әммә халыҡ урындағы властың мөмкинлегенә, көсөнә ышана һәм ниндәйҙер проблемаларын да, тәү сиратта, уның ярҙамы менән хәл итә алыуына өмөт итә. Башҡа хакимиәттәрҙә хәлдең нисек булыуын белештек. Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы Русим Рәмил улы БАЙМӨХӘМӘТОВ: - Үҙебеҙ генә хәл итә алырҙай мәсьәләне олоға ебәреп, былай ҙа саҡ осон-осҡа ялғап йәшәгән хакимиәттең аҡсаһын елгә осорабыҙ. Был проблема буйынса ҡаланың "Водоканал" ойошмаһына мөрәжәғәт итәбеҙ, сѳнки уларҙың был эште башҡарыуға лицензияһы бар. Былтыр 50 мең һум сығым түгеп, эт аттырып, бер КамАЗ эт үләкһәһен түктек. Бер этте аттырыу хаҡы - 1288 һум. Әлбиттә, был беҙҙең ѳсѳн ҙур сумма. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп, уның хәүефһеҙлеген ҡайғыртып, аҡсаһын да түләргә мәжбүрбеҙ.

Ошо аҡсаны башҡа эштәргә йүнәлткәндә, файҙаһы ҙурыраҡ булыр ине лә бит... Халыҡ уйлағанса, берәҙәк эттәрҙе тотоу, уларҙы юҡ итеү анһат ҡына эш түгел. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән мәсьәләне хәл итеү ѳсѳн дә әллә күпме рәсми кәртәне үтергә кәрәк. Эттәрҙе ауларға килһәләр, алдан уҡ халыҡты иҫкәртеп иғлан эләбеҙ һәм уларҙы балалар мәктәптә булған саҡта, иртәнге сәғәт 9-ҙан 12-гә тиклем атабыҙ. Быйыл саҡ ҡына аҡса экономиялау маҡсатында, берәҙәк эттәрҙе аулау менән шѳғѳлләнгән шәхси ойошмаға мѳрәжәғәт иткәйнек. Аҡсаны әҙерәк түләнек, әммә халыҡ яҙған ялыуҙар буйынса йѳрѳп, әллә күпме ваҡытты әрәм иттек. Ауылдаштарға иҫкәртеү яһап, берәҙәк эттәрҙе контролдә тоторға тырышһаҡ та, ауылдың ҡалаға яҡын булыуы сәбәпле, Тимер юл ауылының сүп-сар ѳйѳмѳндә йѳрѳгән эттәр ѳйѳрѳ лә ауылға килеп, ѳҫтәмә бәләләр тыуҙыра. Инйәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ғайса Ғәбделхаҡ улы МѲФТӘХЕТДИНОВ: - Берәҙәк эттәр проблемаһын уйлаһаң, йән әсеүҙән сәсең үрә торғандай була. Беренсенән, был проблеманы халыҡ шәхсән үҙе булдыра, икенсенән, мәсьәләне сығымдарһыҙ ғына, үҙ-ара хәл итеп булмай. Ниндәйҙер саралар күрә башлаһаң, китә үпкәләүҙәр, ошаҡлашыуҙар, ялыуҙар. Ошо арҡала үҙебеҙ ултырған ботаҡҡа сабабыҙ, әллә күпме аҡсаны туҙҙырабыҙ. 2007 йылдан бирле хакимиәт башлығы вазифаһын үтәйем. Бер йылда ла эт проблемаһына барып тѳртѳлмәй ҡалғаныбыҙ юҡ. Артыҡ гуманлы булыуыбыҙ арҡаһында, кешегә әллә күпме зыян килтергән, хәүеф тыуҙырған берәҙәк эттәрҙе кешеләрҙән дә ѳҫтѳнѳрәк ҡуя башланыҡ түгелме?

Эттәрҙе утилләштереү ѳсѳн кәрәкле дарыуҙарын алырға, юҡ итеүҙең рәхимле юлдарын табырға, белгестәр саҡыртырға, әллә күпме документ тултырырға, кешеләрҙе йәлеп итергә тура килә. Был проблема, халыҡтың ғәмһеҙлеге, аңларға теләмәүе шул тиклем үҙәккә үтте. Шуға күрә мәсьәләне хәл итеү ѳсѳн Ҡоролтай депутаттарына мѳрәжәғәт итеп, ҡаты закон ҡабул итеүҙәрен һорарға кәрәк. Һәр эттең мотлаҡ ветеринар кенәгәһе, паспорт булыуын да талап итеү мѳһим. Был йәһәттән полицияның участка уполномоченныйҙарының да әүҙемлек күрһәтеүе шарт. Һәр эт артынан йүгереп йѳрѳһѳндәр, тигән һүҙ түгел был. Әммә мәсьәләне улар ҙа контролдә тотһа, ваҡытында иҫкәртеү яһаһа, файҙаһы булыр ине. Ярай әле ауылдарҙа тәртип булдырыу йәһәтенән старосталар ҙур эштәр башҡара. Ә бит уларҙың хеҙмәте ѳсѳн бер ниндәй ҙә түләү ҡаралмаған. Эшләгән кешенең хеҙмәтен күрә белеү, ваҡытында баһалау ѳсѳн старосталарҙы дәртләндереү сараһын да табырға кәрәк. Беҙҙең халыҡ, мал хаҡы бар, тип бушҡа әйтмәгән. Этте аҫрағас, ул да бер һүҙһеҙ ошо исемлеккә инә. Тотаһың икән, тимәк, үҙ ѳҫтѳңә уны ҡарау, ашатыу кеүек яуаплылыҡты ла алаһың. Ул урамға сығып, кеше малы менән тамаҡ туйҙырырға тейеш түгел. Географик яҡтан мѳмкинлек булмау сәбәпле, Инйәрҙә кѳтѳү ойоштороу ҡыйын. Тик береһенә лә кѳтѳү юҡ, мал тотмағыҙ, тип әйтеп булмай. Ә инде ошоларҙы белеп тә мал, эт тоталар икән, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе, талаптарҙы ла үтәргә кәрәк.

Беҙҙең хакимиәт районда иң ҙуры. 21 ауылдың етди проблемаларын, һәр ғаиләне, кешене күҙ уңында тотоу, ваҡытында уларҙы хәл итеү, халыҡтың ваҡ-тѳйәк мәшәҡәттәренә тѳрлѳ белешмәләр биреү ѳсѳн 5 кенә хакимиәт хеҙмәткәре бар. Ауылдар буйлап эт аулап, штраф һалып йѳрѳй башлаһалар, уларҙың эшен кем башҡарыр? Этенә баш була алмай, уны берәҙәккә әйләндергән кешелә лә, малын ҡарауһыҙ урамда йѳрѳтѳп, эттән ашатҡан хужала ла ғәйеп бар. Ябай ғына тәртиптәрҙе боҙмай, үҙ-ара дәғүәләшмәй, тыныс юл менән мәсьәләне хәл итһәк, был проблемалар ҙа булмаҫ, һѳҙѳмтә лә яҡшыраҡ булыр ине. Юғиһә, халыҡҡа тигеҙ юлдар ҙа кәрәк, һыуы ла эргәлә генә булһын, эте лә йѳрѳмәһен. Ә үҙе ошоларҙы булдырыу ѳсѳн бәләкәй генә бурыстарын да үтәргә онота. Аҡсаның бер кеҫәнән сығыуына ла етди иғтибар биреү мѳһим. Мәҫәлән, былтыр берәҙәк эттәрҙе утилләштереү ѳсѳн 5 тапҡыр махсус хеҙмәткәрҙәр саҡыртып, 100 мең һум самаһы аҡса тотондоҡ. Быйыл иһә ике тапҡыр эт ауларға саҡырып, 70 мең һум аҡса сығарып һалдыҡ. Әле бит йылдың уртаһы ғына, аҙағына тиклем күпме аҡса сарыф ителеүе билдәһеҙ, сѳнки ѳсѳнсѳ тапҡырға заявка биргәнбеҙ. Ошо һандарҙы күреп, халыҡ әҙерәк уйланһын ине. Бәлки, иҫәпләп ҡарағандар, был аҡсаларға ни тиклем социаль проблемаларҙы хәл итә алыуыбыҙҙы ла самалай алыр. Халыҡ шуны ла аңлаһын: йәмғиәт, тәү сиратта, кеше ѳсѳн. Ә беҙ, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙы тәүге урынға ҡуя башланыҡ. Һүҙ ҙә юҡ, кешелекле булырға кәрәк, әлбиттә, бынан берәү ҙә баш тартмай. Әммә ҡайһы саҡта артыҡ тырышлыҡ күрһәтеүебеҙ менән эттәрҙең социаль яҡтан ғына түгел, ә медицина проблемалары тыуҙырыуын да онотоп ебәрәбеҙ.

Хакимиәт башлыҡтарының фекерҙәренән сығып, был проблеманың кѳнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнеүен барыһы ла яҡшы аңлайҙыр. Аҡса түләмәйенсә ҡыл да ҡыбырҙатып булмаған заманда йәшәүебеҙҙе яҡшы беләбеҙ. Һәр кем хәленән килгәнсә йәшәргә, донъя кѳтѳргә тырыша. Малды берәү ҙә иреккәндән ҡыҙыҡ күреп, матурлыҡ ѳсѳн аҫрамай. Һәр ҡайһыһы уның файҙаһын күреүҙе, килемен алыуҙы күҙ уңында тота. Мәүсилә апайҙың да ете бәрәсенә ҡарата ѳмѳттәре булғандыр. Малға ҡарап торған ауыл кешеһенең кемдеңдер бәйһеҙ эте арҡаһында зыян күреүе береһен дә ҡыуандырмай. Шулай ҙа тѳрлѳ бәлә, зыян килтергән берәҙәк эттәр проблемаһын сығымдарһыҙ ғына үҙебеҙ ҙә хәл итә алабыҙ түгелме? Хакимиәт, полицияның участка уполномоченныйҙары халыҡ менән бер һүҙҙән булып кѳрәшкәндә, мәсьәлә ыңғай хәл ителмәҫ инеме икән?
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий