АТАЙҘАР, БАЛАҒЫҘҘАН БАШ ТАРТМАҒЫҘ!

Баланы мәктәпкә әҙерләү ата-әсәләргә ҡиммәткә төшөүен һәр кем белә. Тулы ғаиләләр өсөн был әллә ни ҙур ҡыйынлыҡтар ҙа тыуҙырмайҙыр, әммә балаларын бер үҙе үҫтергән әсәйҙәр иңенә күпме ауырлыҡ ятыуын суд приставтарынан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡ. Тап ошо турала Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәре Гөлсинә Ибраһим ҡыҙы ҒӘЛИМОВА менән әңгәмәләшәбеҙ.

Баланы мәктәпкә әҙерләү ата-әсәләргә ҡиммәткә төшөүен һәр кем белә. Тулы ғаиләләр өсөн был әллә ни ҙур ҡыйынлыҡтар ҙа тыуҙырмайҙыр, әммә балаларын бер үҙе үҫтергән әсәйҙәр иңенә күпме ауырлыҡ ятыуын суд приставтарынан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡ. Тап ошо турала Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәре Гөлсинә Ибраһим ҡыҙы ҒӘЛИМОВА менән әңгәмәләшәбеҙ.

- Йыл башынан бөтәһе 1077 кеше алимент түләргә тейеш булһа, бөгөнгө көндә шуларҙың 365-е үҙҙәре тү- ләй, 293 кешенең эшләгән урынынан тотола. Алимент түләмәгән 29 кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Йәшәгән урыны билдәһеҙ 74 кеше эҙләүҙә. Әгәр ҙә ул бер йылдан артыҡ табылмаһа, алиментҡа биреүсе (бәлиғ булмаған балаһы булған осраҡта) судҡа мөрәжәғәт итеп, бурысы булған али- ментсыны хәбәрһеҙ юғалған тип таныта ала.

►Алимент түләүҙән ҡасҡандарға ниндәй яза ҡаралған? - Әгәр ҙә ул суд приставы- башҡарыусыһы ебәргән по- вестка буйынса килмәй икән, штрафҡа тарттырыла. Беренсе тапҡыр килмәгәндәргә 1 000 һумдан 2 500 һумға тиклем штраф һалынһа, икенсе тапҡыр килмәһә, судҡа алып барып, суд аша 1 айға тиклем ҡулға алына.

►Атайһыҙ үҫкән балаларҙы мәктәпкә йыйнау буйынса ниндәй саралар күрелә? - 17 августан 28 авгусҡа тиклем алимент буйынса рейдтар үткәрәбеҙ. Ҡыҙға- нысҡа ҡаршы, атайҙарҙың күбеһе эшләмәй. Уларҙың хәлен еңеләйтеү маҡсатында мәшғүллек үҙәге менән килешеү ҙә төҙөгәнбеҙ. Алиментсы беҙҙән юллама алып, мәшғүллек үҙәгенә барып теркәлә, йәғни унда иҫәптә тороп алимент түләй ала, йә иһә үҙәк аша икенсе һөнәргә уҡыу мөмкинлегенә эйә.

►Алимент түләүҙәге яңылыҡ менән дә таныштырһағыҙ ине… - 2015 йылдың июленән бер ҡайҙа ла эшләмәгән кешеләр алиментты Рәсәй буйынса уртаса эш хаҡына, йәғни физик шәхестәрҙең килеменән 13% ставка һалымынан сығып, 29 907, 99 һумға ярашлы, алимент түләргә тейеш. Мәҫәлән, бер балаға - 7 476,99 һум, ике балаға - 9 969,33 һум, өс йәки унан күберәк балаға 14 953,99 һум килеп сыға.

►Гөлсинә Ибраһимовна, алимент түләүҙән ҡасҡандарға ниндәй мөрәжәғәтегеҙ булыр… - Балалар баҡсаһына, мәк- тәпкә йөрөгән балалар бер тигеҙ кейенергә, бер тигеҙ ашарға тейеш. Балағыҙҙың күңеле китек булмаһын, тиһәгеҙ, ниндәй генә юлдар табып булһа ла, ярҙам итергә тырышығыҙ. Алименттан ҡасып йөрөү - үҙеңдең киләсәгеңә балта сабыу менән бер. Бәхетле ҡартлыҡ тураһында уйлаған кеше бер ваҡытта ла үҙ балаһынан баш тартмаҫ.

►Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Ысын атайҙар кешелек сифатын юғалтмаҫ, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Зөлфирә СӨЛӘЙМӘНОВА әңгәмәләште.
Оставить комментарий