Проблема ҡасан яйланыр

Бер кемгә лә сер түгел, һуңғы йылдарҙа гәзит-журналдарға яҙылып та, уны ваҡытында алмауға зарланыусылар артҡандан-арта. Һәр тармаҡтың проблемалары булған кеүек, «Рәсәй почтаһы»ның да үҙ ѳлкәһендә хәл итәһе мәсьәләләре бик күп әле. Тармаҡтың матбуғат баҫмаларын таратыуға бүленгән 3 миллиард һумлыҡ Хѳкүмәт дотацияһынан ҡолаҡ ҡағыуы ла хәлде ҡатмарлаштыра тѳштѳ. Шул сәбәпле, «Рәсәй почтаһы» баҫмаларға яҙылыу хаҡын ҡырҡа арттырҙы. Һѳҙѳмтәлә, күп кенә тѳбәктәрҙә гәзит-журналадар үҙ уҡыусыһын, тиражын юғалтты, ә ҡайһы бер матбуғат саралары бөтөнләй нәшер ителеүҙән туҡтаны.

Дәүләт Думаһы депутаты Ольга Тимофе- ева белдереүенсә, «Рәсәй почтаһы»ның уйланмаған сәйәсәте арҡаһында гәзит- журналдарға яҙылыу ике тапҡырҙан ашыуға кәмегән, ә был күрһәткес артында яратҡан баҫмаһынан мәхрүм ҡалған 5 миллиондан ашыу рәсәйле тора. «Хѳкүмәт килеп сыҡҡан ситуацияны ҡулға алмаһа, илебеҙ тағы ла күпме уҡыусыһын юғалтыр, күпме гәзит-журнал үҙ эшмәкәрлеген туҡтатыр?», - тип борсолоу белдергәйне ул. Тармаҡтағы ҡыйынлыҡтарҙы, проб- лемаларҙы аңларға ла була, әммә бынан һуңғы тиндәрен яратҡан гәзит-журналын алдырыуға сығарып һалған халыҡтың хәле еңеләйеп китмәй.

Мәсьәләне яйлау маҡсатында, 2013 йыл аҙағында Рәсәйҙең эре федераль матбуғат саралары ил Президенты Владимир Путинға хат та яҙып ҡарағайны, әммә хатҡа яуап ала алманы. «Хѳкүмәттең гәзит-журналдар таратыуға субсидия бүлеүҙе туҡтатыуынан бер баҫма ѳсѳн уртаса 700 һум түләргә мәжбүр булған уҡыусы ғына түгел, ә полиграфия хеҙмәткәрҙәре, таратыусылар, подписка менән шѳғѳлләнеүсе агентлыҡтар ҙа ҙур зыян күрәсәк, һѳҙѳмтәлә миллиондан ашыу кеше эш урынын юғалтасаҡ», - тип белдергәйне матбуғат продукцияларын таратыу ассоциацияһы ла. Был күҙаллауҙың ни тиклем дөрөҫ булыуын бөгөн үҙебеҙ күреп торабыҙ. Халыҡҡа матбуғат сараларын ваҡытында таратыу социаль функция булып һаналһа ла, дәүләт уны субсидиялауҙан туҡтаны. Шул арҡала таратыу гәзит хаҡынан да ҡыйбатыраҡҡа барып баҫты. Шуныһы ҡыҙыҡ, был хәл подписка менән шѳ- ғѳлләнгән почтальондарҙы ла борсоуға һалырға тейеш кеүек ине. Әммә бәләкәй генә эш хаҡына ауыр сумка аҫып, әллә күпме саҡрымдар үткән почтальондарға подписка булды ни ҙә, булманы ни, сөнки килеп сыҡҡан хәл уларҙың кеҫәһенә бер нисек тә йоғонто яһаманы.

Подписканың насар булыуы улар өсөн яҡшыраҡ та кеүек, һәр өй һайын гәзит таратырға ла, ауыр йөк күтәреп йөрөргә лә кәрәкмәй. 2013 йылда 5 миллион кешенең Интернет менән файҙалана башлауы ла подписчиктар һанын шул тиклемгә кәметкән. Заман технологияһы үҫеше менән бер рәттән почтаның насар эшләүе, хаҡтар артыуы альтернатив подписканың үҫеүенә лә килтерҙе, ә был тармаҡ ѳсѳн тағы ла ѳҫтәмә зыян тыуҙырҙы. Уҡыусылар аудиторияһын юғалтҡансы, почта элемтәһен үҙгәртеп ҡороу күпкә яҡшыраҡ булыр ине, тип был йәһәттән үҙ фекерен белдерә белгестәр. Ҡиммәтле хаҡҡа баҫмаларға яҙы- лып та, уны ваҡытында алмаған уҡыусыларға үҙ хоҡуҡтарын нисегерәк яҡларға һуң? Үҙ тауарын таптырып килеүселәргә, шылтыратыусыларға насар хеҙмәтләндереүҙең сәбәбен почтальондар, подписка менән шѳғѳлләнеүсе хеҙ- мәткәрҙәрҙең етешмәүе һәм тағы ла ниндәйҙер сәбәптәр менән аңлатырға тырышалар. Тармаҡтың хәл итә алмаған был проблемаһы арҡаһында ваҡытында барып етмәгән баҫмаларҙа яҙылғандар иҫкергән, кәрәкмәгән мәғлүмәткә әйләнә. Шул сәбәпле гәзит-журналдар тәғәйен маҡсатын юғалта.

ГОНДУРАС БЕҘҘӘН ӘҮҘЕМЕРӘК
«Рәсәй почтаһы»ның үтә һүлпән булыуын, уның Үҙәк Африканың Ангола, Үҙәк Американың Гондурас республикаларынан да насарыраҡ эшләүен 2012 йылда уҡ Гарвард университетының иҡтисад профессоры Андрей Шлейфер иҫбат итеп, Леонтьев миҙалына лайыҡ булған. Петербургта үткәрелгән лекцияла ул бер тѳркѳм фекерҙәштәре менән «Хѳкүмәттең хаттар ярҙамы менән үлсәнгән эш һѳҙѳмтәһе» тигән эшен тәҡдим итә. Ғалимдар ябай ғына эксперимент үткәрә. Улар 2010 йылдың декабре һәм 2011 йылдың феврале арауығында тѳрлѳ халыҡ-ара почта килешеүенә ҡул ҡуйған 159 илдең иң ҙур бер нисә ҡалаһына икешәр хат ебәрә. Был килешеүгә ярашлы, милли почталар хаттарҙы латин хәрефтәре менән тапшырырға, адрес күрһәтелмәгән осраҡта ебәреүсеһенә кире ҡайтарырға тейеш була. Шлейфер һәм уның компанияһы хаттарҙы хаталы адрес менән яҙып, әгәр тапшырып булмаһа уны кире ҡайтарырға, тип яҙып ебәрә һәм уларҙың ҡасан кире әйләнеп килеүен кѳтѳп, ваҡытты билдәләй. Лидер урынға АҠШ сыға. Унан алыҫ булған дәүләттәрҙә лә почтаның сәғәт кеүек эшләүе билдәле була. Шулай уҡ Чехияға ебәрелгән хаттар ҙа ике айҙан кире әйләнә. Ә бына Рәсәйгә, Камбоджаға, Тажикстанға, Ганыға ебәрелән хаттарҙың береһен дә кире ебәрмәйҙәр.

Бер йыл кѳткәндән һуң, иҡтисадсылар экспериментты туҡ- тата. Ғалимдарҙы Рәсәй почтаһының Гондурастыҡынан да насар эшләүе ғәжәпкә ҡалдыра. Рәсәйҙә үткәрелгән ошондай уҡ эксперимент һѳҙѳмтәләре иһә, ил эсендәге саҡрымдар ҙурлығы түгел, ә хаттарҙың тәүлектәр буйы почта бүлексәләрендә ятыуы проблема тыуҙырыуын күрһәткән. «Новые Известия» гәзите «Рәсәй почтаһы»ның матбуғат хеҙмәтенә ға- лимдарҙың был экспериментына баһа биреүҙәрен һорап, хат ебәрә, ләкин яуап ала алмай. Йыл һайын тиерлек ҙур суммала штраф түләүе лә почта тармағының үҙ эшенә һалҡын ҡарауын, халыҡты сифатһыҙ хеҙмәтләндереүен күрһәтә.

Тармаҡ үҙ проблемаһын ябай халыҡтың кеҫәһе менән дә хәл итеп ҡараны, әммә мәсьәләне яйлай алмай әле. Почтальондарҙың эш хаҡы ла һаман да бәләкәй булып ҡала. Ә был иһә хеҙмәткәрҙәрҙең етешмәүенә, эш урындарының тотороҡһоҙлоғона кил- терә. Нәҡ ошо проблемалар арҡаһында баҫмаларҙың тиражы күпкә кәмеп, “ат” хаҡындай булды ла инде. Һанай китһәң, Рәсәй почтаһының әллә күпме етешһеҙлектәрен, кәмселектәрен табырға була. Тик уларҙы һанау менән генә хәл итеү юлдары табылмай. Шуныһы үкенесле, үҙ хеҙмәте өсөн ҙур хаҡ алып та, уны намыҫ менән үтәмәгән почтанан, әлеге лә баяғы, ябай халыҡ зыян күрә. Ҡулланыусы булараҡ тауарын ваҡытында алмаған уҡыусыға нимә эшләргә һуң? Баҫмаларҙы таратыуҙы нисегерәк итеп яйға һалыуҙарын талап итергә?

НАСАР ЭШЛӘЙҺЕҢ ИКӘН, ТҮЛӘ
Баҫмаларға яҙылып та, уны ваҡытында алмайһығыҙ, йәиһә бөтөнләй килтермәйҙәр икән, подписчик гәзит-журнал килтереүҙең Бер кемгә лә сер түгел, һуңғы йылдарҙа гәзит-журналдарға яҙылып та, уны ваҡытында алмауға зарланыусылар артҡандан-арта. Һәр тармаҡтың проблемалары булған кеүек, «Рәсәй почтаһы»ның да үҙ ѳлкәһендә хәл итәһе мәсьәләләре бик күп әле. Тармаҡтың матбуғат баҫмаларын таратыуға бүленгән 3 миллиард һумлыҡ Хѳкүмәт дотацияһынан ҡолаҡ ҡағыуы ла хәлде ҡатмарлаштыра тѳштѳ. Шул сәбәпле, «Рәсәй почтаһы» баҫмаларға яҙылыу хаҡын ҡырҡа арттырҙы. Һѳҙѳмтәлә, күп кенә тѳбәктәрҙә гәзит-журналадар үҙ уҡыусыһын, тиражын юғалтты, ә ҡайһы бер матбуғат саралары бөтөнләй нәшер ителеүҙән туҡтаны. яңы срогын билдәләргә, сығымды ҡап- латыуҙы талап итергә, килтермәгән баҫма өсөн аҡсаны кире ҡайтарыуҙарын, подписка килешеүен өҙөүҙе, икенсе баҫма килтерергә килешеүҙе талап итергә хаҡлы. Таратыусы иһә ун көн эсендә уның талабын ҡәнәғәтләндерергә, килешеү өҙөлгәндән һуң килгән зыянды ҡапларға тейеш. Эшенә һалҡын ҡараусылар, һуңлаған һәр көн өсөн таратыу хаҡынан 3 процент неустойка ла түләргә тейеш.

Таратыу хаҡын билдәләп булмаһа, не- устойка экземплярҙың подписка хаҡынан сығып түләнә. Һәр кем хоҡуҡтарын белеп эш иткәндә, был хаҡта ваҡытында кәрәкле урынға дәғүә белдергәндә, бәлки, гәзит-журналдарҙы таратыу эшен дә яйға һалып булыр ине, тип ышанғы килә. Ил төкөрһә, күл була, йәиһә, күмәкләгән - яу ҡайтарған, тип бушҡа ғына әйтмәгән бит халыҡ. Күп осраҡта гәзит уҡыусылар дәғүәһен редакцияға шылтыратып белдерә. Редакцияның почта эшенә ҡыҫылышы булмаһа ла, ул һәр уҡыусыһының мәнфәғәтен ҡайғыртырға, проблеманы яйға һалырға тырыша. Ә бит гәзиткә яҙылып та, уны бөтөнләй алмаған һәм был хаҡта бер кемгә лә хәбәр итмәгән уҡыусыларыбыҙ ҙа бихисап. Кѳн һайын шылтыратып дәғүә белдереүселәргә ҡарағанда, беҙҙең районда ла хәлдәр әллә ни маҡтанырлыҡ түгел. Белорет почтамтын үҫтереү, уны килемле итеү, заманса йыһазландырыу, эшкә белемле белгестәр ҡабул итеү йәһәтенән районда ҙур эштәр башҡарылһа ла, эш хаҡының түбән булыуынан хеҙмәткәрҙәр оҙаҡҡа сыҙамай. Дәүләт ярҙамынан тыш был проблеманы хәл итеү урындағы етәкселектең генә хәленән килмәй. Үҙ тармағында тәртип булдырыу, гәзит- журналдар таратыу сифатын күтәреү буйынса Рәсәй почтаһына уйланырлыҡ урын бар әле. Ҡыйбат хаҡтарға ҡарамай, 2015 йылдың икенсе ярты йыллығына «Урал» гәзитенә яҙылып, уны ала алмағандар, редакцияға 3-14-91 номерына шылтыратып, белдерә ала. Редакция һеҙҙең дәғүә буйынса кәрәкле етәкселәргә хат яҙып, хоҡуҡтарығыҙҙы яҡларға тырышыр. Шулай уҡ “Рәсәй почтаһының” Башҡортостан буйынса идаралығының “ҡыҙыу линия”һына ла шылтыратырға мѳмкин.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий