Спорт һѳйѳүселәргә шәп бүләк

Ысын спортсылар мәктәптән үк тәрбиәләнеүе бер кемгә лә сер түгел. Бының ѳсѳн шарттар тыуҙырыу - йәмәғәтселектең тѳп бурысы. Ниһайәт, һуңғы йылдарҙа илдә спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә Рәсәй етәкселеге ҙур иғтибар бүлә. Ә инде Сочи Олимпиадаһындағы еңеү күптәрҙе тағы ла ҡанатландырҙы ғына.

Спорт тейешле кимәлдә үҫешһен ѳсѳн яңы спорт залдары, майҙансыҡтар тѳҙѳү мѳһим. Был йәһәттән Тимер юл ауылы спорт һѳйѳүселәренә, йәштәргә һәм балаларға бәхет йылмайҙы - 28 августа “Комета” физкультура-һауыҡтырыу ком- плексы ишектәрен асты. Спорт һарайын асыу тантанаһында муниципаль ра- йон хакимиәте башлығы Владислав Миронов, Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәте Премьер-министрының бе- ренсе урынбаҫары Рѳстәм Марданов, Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урын- баҫары Анатолий Мещеряков, “Геострой” йәмғиәтенең генераль директоры Рѳстәм Хажиев ҡатнашты.

Владислав Миронов белореттарҙы, Тимер юл ауылы халҡын Белем байрамы һәм яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асыу тантанаһы менән ҡотланы. Тѳҙѳлѳшкә ҙур ѳлѳш индергән “Транснефть-Урал” һәм Республика етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Рѳстәм Марданов сығышында Тимер юл ауылын Республика Башлығы Рѳстәм Зәки улы Хәмитовтың иғтибар үҙәгендә тотоуын белдерҙе һәм киләһе йыл ҡалаға юлды ремонтлау мәсьәләһен дә хәл итергә вәғәҙә бирҙе. Тимер юл ауылында физкультура-һа- уыҡтырыу комплексы былтыр сентябрҙә тѳҙѳлә башланы. Тѳҙѳлѳш эштәрен районда күптән билдәле булған “Геострой” тѳҙѳлѳш ойошмаһы алып барҙы һәм үҙ ваҡытында файҙаланыуға тапшырыуға иреште.

Комплексты асыу тантанаһында үҙ эшенең оҫталары булған тѳҙѳүселәр - биҙәү эштәре буйынса участка начальнигы Темури Мануковҡа, дѳйѳм тѳҙѳү эштәре буйынса участка начальнигы Алмаз Әхмәтшинға, балта оҫтаһы-монтажсы Александр Шерст- невҡа, монтаж-фасад эштәре мастеры Сергей Курашовҡа, электр ярҙамында монтажлау эштәре мастеры Сабир Зыкринға, “Геострой” предприятиеһының генераль директоры Рѳстәм Хажиевҡа муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ә инде физкультура-һауыҡтырыу ком- плексын тантаналы асыу хоҡуғы Рѳстәм Мардановҡа, Владислав Мироновҡа, Ан- дрей Иванютаға, Анатолий Мещеряковҡа бирелде. Ҡыҙыл таҫмаларҙы ҡырҡҡандан һуң ҡунаҡтар бинаға үтте, физкультура- һауыҡтырыу комплексы менән танышты. “Комета” комплексының ҙур залында улар акробаттар, гимнастар, “Вдохновение” бейеү театры артистарының сығышын ҡараны.

Яңы физкультура-һауыҡтырыу ком- плексының уйын залы физкультура дәресе, спорт уйындары, башҡа саралар үткәреү ѳсѳн тәғәйенләнгән. Тренажер залында бәләкәй тѳркѳмдәр ѳсѳн йәштәр кистәрен спорт менән шѳғѳлләнә ала. Асфальт түшәлгән трасса саңғыроллерҙарҙа һәм роликлы конькиҙарҙа күнекмәләр үткәреүгә ҡулайлаштырылған. Урамдағы майҙансыҡ ГТО нормаларын тапшырыуға әҙерләнеү ѳсѳн тәғәйенләнгән. Комплекста уңайлы кейенеп-сисенеү бүлмәһе, душ, медицина кабинеты, тренерҙарға бүлмәләр ҙә бар. Был кѳн Тимер юл ауылының спорт һѳйѳүселәре ѳсѳн ысын байрамға әйләнде, сѳнки уларҙың балалары спорт менән яҡшы шарттарҙа шѳғѳлләнеү мѳмкинлегенә эйә булды.
Рәмилә МУСИНА. Автор фотолары.
Оставить комментарий