Хәл итәһе мәсьәләләр күп

Кесе йомала БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Илдар Ғәбитов граждандар менән видео ҡабул итеү ойошторҙо.
Унда район-ҡаланан тиҫтәгә яҡын кеше үҙҙәрен борсоған һорауҙары менән мөрәжәғәт итте.

Граждандарҙы ҡабул итеү-ҙә шулай уҡ муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, "Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексә етәксеһе Людмила Николаева ҡатнашты. Ҡала Мәҙәниәт һарайы ди- ректоры Сергей Михайлов депутатҡа яңы Мәҙәниәт һа райы тѳҙѳүҙә булышлыҡ итеүен һорап мөрәжәғәт итте.

- 2010 йылдың декабрендә Белорет ҡалаһында яңы Мә- ҙәниәт һарайы тѳҙѳү тураһында Хѳкүмәт ҡарар сығарҙы. Шунда уҡ тѳҙѳлѳш урыны билдәләнде, үҙенсәлекле проект эшләнде. 2013 йылда тѳҙѳлѳш башланырға тейеш ине, әммә Ѳфѳлә халыҡ-ара саммитҡа әҙерлек һәм уны үткәреүгә бәйле, беҙҙең проблема ситтә ҡалып торҙо. 60 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалаға яңы мәҙәниәт усағы кәрәк, сѳнки 1931 йылда тѳҙѳлгән Мәҙәниәт һарайы күптән инде иҫкергән һәм бѳгѳнгѳ кѳндә ул авария хәлендә, - тип проблемаларын бәйән итте Сергей Борисович. Мәҙәниәт ѳлкәһендә йылдың-йылы юғары күрһәт- кестәргә ѳлгәшкән, талант- тарға бай район-ҡала хал- ҡы яңы Мәҙәниәт һара- йына хаҡлы булыуын билдәләп үтте. Тѳҙѳлѳштә рес- публика бюджетынан ярҙам итеүҙәрен үтенде. "Был мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә мотлаҡ бергәләшеп, министрҙар һәм башҡа яуаплы хеҙмәттәр менән эшләйәсәкбеҙ һәм республика Хѳкүмәтенә хат ебәрермен”, - тине Илдар Исмәғил улы. Ҡағы ауылы халҡы исеменән мәҙәниәт йорто директоры Зинаида Финапетова ауылды газ яғыулығы менән тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса килгәйне.

- 90-сы йылдарҙа ауылдың бер ѳлѳшѳнә газ үткәрелә. Бѳгѳнгѳ кѳндә 100-гә яҡын йорт газһыҙ интегә. Әлеге мәлдә 4,5 км-ға газ үткәреүгә проект әҙерләнә, тик уны тормошҡа ашырыу өсөн 7 млн. һум аҡса кәрәк буласаҡ, - тип проблемаларын һѳйләне Зинаида Юрьевна. Ошондай уҡ һорауҙы Сосновканан Сергей Сергеевич Ручушкин бирҙе. Был юҫыҡтағы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлашырға вә- ғәҙәләне Илдар Ғәбитов. Исмаҡай ауылынан мѳрә- жәғәт иткән Радик Тимерғәле улы Мәхмүтов Үрге Әүжән менән Исмаҡай араһындағы күперҙәрҙе яңыртыу проб- лемаһын күтәрҙе. - Ауылдар араһында өс күпер бар. Икәүһе күптән инде емерелгән, ә өсөнсөһө авария хәлендә. Ауыл халҡы дауаханаға, йә башҡа төрлө шәхси йомоштары менән күрше ауылға, ҡалаға йөрөй. Шуға күрә, беҙгә күпер бик кәрәк, - тип депутатҡа халыҡтың үтенесен еткерҙе Радик Тимерғәле улы. Шундай уҡ һорау менән Ломовка ауылы халҡы исеменән Зоя Ивановна Мосалева килгәйне. Иҫкергән, авария хәлендәге күперҙе ремонтлау, йәки реконструкциялауҙа булышлыҡ итеүен һораны ул. “Был проблемаларҙы ыңғай хәл итергә ярҙамлашырмын”, - тине Илдар Исмәғил улы. Артабан Шығай ауылы мәктәбе директоры Исмәғил Әбүталипов ауылда яңы мәктәп бинаһы һәм балалар баҡсаһы комплексы тѳҙѳүҙә ярҙам итеүҙәрен һорап, мөрәжәғәт итте.

- 1957 йылда төҙөлгән бер ҡатлы ағас мәктәп заман талаптарына яуап бирмәй, йәғни типовой спорт залы юҡ һәм башҡа нормативтарға тап килмәй. Ә инде балалар баҡсаһында ла һыу үткәргестең һәм бәҙрәфтең булмауы санитар талаптарға яуап бирмәй, - тине Исмәғил Хәлфә улы. Абҙаҡ ауылы депутаты Рәмил Ишмырҙин ауылда балалар баҡсаһы тѳҙѳү проблемаһын күтәрҙе. Был мәсьәләләрҙе кисектермәй хәл итергә кә- рәклеген Илдар Ғәбитов кү- тәреп алды һәм был хаҡта министрлыҡтарға, Хөкүмәткә хат ебәрәсәген белдерҙе. Ә инде Баҡый ауылынан Наил Вәлиев ике һорау әҙерләгәйне. Беренсенән, Егәҙе, Баҡый, Ботай ауылдарына бѳтѳнләй юл булмау проб- лемаһын күтәрһә, икенсенән, кеҫә телефоны бәйләнеше булдырыу мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һораны. “Ысынлап та, республикала был ауылдар берҙән-бер юлһыҙ ҡалған ауылдарҙыр. Был мәсьәләне республика кимәлендә хәл итергә кәрәк, сөнки беҙ үҙебеҙҙең юлсылар менән генә атҡарып сыға алмайбыҙ. Әлбиттә, йыл һайын юлға мөмкин тиклем таш түгергә һәм ҡайҙалыр нимәһендер йүнәтергә тырышабыҙ, тик был мәсьәләне хәл итмәй”, - тине Илгиз Сафый улы. Илдар Исмәғил улы был һорауҙарҙы хәл итергә яр- ҙамлашырға вәғәҙәләне. Ғө- мүмән, депутат менән ос- рашыуға килгән һәр бер граждан тейешле консультация һәм ыңғай яуап алды.
Нурия ШӘРИПОВА.
Оставить комментарий