Ветерандарҙы күп һорауҙар борсой

Ҡала Мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Юрий Пустовгаровтың урынбаҫары, ярҙамсыһы Зѳһрә Сәитҡолова Белорет металлургия комбинаты ветерандары менән осрашты. Сараны комбинаттың ветерандар советы рәйесе Сергей Болонин үткәрҙе.

Осрашыу “һорау-яуап” рәүешендә барҙы. Әлеге ваҡытта комбинатта эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан 7 мең ветеран бар. Яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж булған оло быуын кешеләрен күп мәсьәләләр борсой, бѳгѳнгѳ тормош менән дә улар ҡәнәғәт тип әйтеп булмай. Ҡаланың Артамонов урамында йәшәгән оло ағай: “Ѳй алдындағы колонканы алыуҙарын һорап бер нисә тапҡыр хакимиәткә мѳрәжәғәт иттем, файҙа булманы, ѳйгә һыу инә”, - тип зарланды. Икенсе ветеран ҡалала дарыуханалар күп булһа ла, дарыуҙарға хаҡтың ҡиммәт булыуы тураһында һѳйләне. Бер апай ҡа- лала медицина хеҙмәтләндереүе насар ойошторолоуына зарланып сығыш яһаны. Икенсе ветеран уның һүҙҙәрен хуплап, бѳтә ҡалаға тик бер генә ингаляция приборы барлығын белдерҙе. Ломовка ве- терандарын ауылдағы күпер борсой: “Күпер авария хәлендә, әгәр ҙур йѳк машиналары үтһә, емереләсәк”, - ти улар. Комбинат ветерандары осра- шыуҙа эскелек проблемаһын кү- тәрҙе. “Һәр магазинда тип әйтерлек кәштә аҫтынан сығарып, антисептик спирт, “фанфуриктар” һаталар. “Ниңә һатаһығыҙ?” - тип ризаһыҙлыҡ белдерһәң, һатыусылар: “Кит! Ҡыҫылып йѳ- рѳмә!” - тип аҡыртып ҡуя.

Халыҡ эскелек һаҙлығына бата, йәштәр һәләк була. Былай ҙа аҙым һайын араҡы магазиндары асыла”, - тине бер апай. Ҡалалағы “Ветерандар йорто”на ҡағылышлы мәсьәлә лә күтәрелде. Элек унда үҙ йорттарында йәшәй алмаған ветерандар кѳн күрһә, хәҙер комбинат бушаған бүлмәләрҙе йәш белгестәргә торлаҡ итеп һата икән. Комбинаттың бындай сәйәсәтенә ризаһыҙлыҡ белдерҙе улар. Оло быуын вәкилдәре ком- бинаттың ерләү ѳсѳн бирелгән 1500 һум күләмендәге ярҙамы менән дә риза түгел. Янғын булған осраҡта махсус комиссия ҡарары буйынса 10 мең һум күләмендә ярҙам ҡаралған. - Хәҙер бѳтѳнләй икенсе замана. Элек комбинат менән коллектив идара итһә, хәҙер бер хужа бѳтәһен дә хәл итә. Уның компанияһында 75 мең кеше эшләй, - тине Сергей Болонин. Халыҡты социаль яҡлау ида- ралығы хеҙмәткәре Виталий Лебедев коммуналь хеҙмәттәргә компенсация, субсидиялар түләү тәртибе, “Хеҙмәт ветераны” исе- менә кемдәр лайыҡ булыуы, пенсионерҙарҙы ниндәй һѳнәрҙәргә уҡытыуҙары тураһында һѳйләне. Ғаилә һәм балаларға комплекслы ярҙам үҙәгенән килгән вәкил пенсионерҙарға бушлай юридик хеҙмәт күрһәтелеүе, шулай уҡ медсестра, психологик ярҙам, һауыҡтырыу буйынса тѳркѳм эше менән ентекләп таныштырҙы. Осрашыуҙа банк, страховкалы медицина вәкилдәре үҙҙәренең эшмәкәрлеге, күрһәткән хеҙмәттәр тураһында һѳйләне. Зѳһрә Сәитҡолова һәр бер мѳрәжәғәтте яҙып алды һәм тейешле саралар күреләсәген белдерҙе.
Рәмилә МУСИНА.
Оставить комментарий