«Урау юл» финишҡа яҡынлаша

Әлеге ваҡытта районда иң ҙур тѳҙѳлѳш объекттарының береһе - Ѳфѳ-Белорет- Магнитогорск юлының Белорет ҡалаһы ситенән үтәсәк участкаһы - урау юл финишҡа яҡынлаша. Әлеге кѳнгә 9 километр 200 метр юлға асфальт ҡатламы түшәлгән. Ҡаҙыш эргәһендәге юлға тоташтырырға бары 800 метр ғына ҡалған.

- Ҡайынлы тауы - урау юлдың иң ауыр участкаһы. Тауҙы 8 метр тәрәнлектә уйып алырға кәрәк. Шуға ла бер туҡтауһыҙ шартлатыу эштәре алып барыла. Бер айҙан, Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре кѳнѳнә ҡарата, юлды тапшырасаҡбыҙ. Боғанаҡ йылғаһы аша күпер тѳҙѳлѳшѳ лә тамамланып килә, уны Ѳфѳнѳң күпер тѳҙѳү идаралығы тѳҙѳй, - ти проект етәксеһе Евгений Алексеевич Никитин. Тѳҙѳлѳшкә 40-ҡа яҡын техника йәлеп ителгән. Шул иҫәптән 1 ҙур бульдозер, 4 бәләкәй бульдозер, 4 экскаватор, 7 юл тигеҙләгес, 20-30 берәмек йѳк автомобиле. Тѳҙѳлѳш тамамланыуға табан эш ваҡытын бер сменаға ҡалдырғандар. “Башавтотранс” предприятиеһының башҡа филиалдарынан да ярҙам итәләр, әммә күпселек эшселәр Белорет юл ремонтлау-тѳҙѳү идаралығынан. Киләһе аҙнанан тѳҙѳүселәр юл ситтәрен нығытыуға, ҡырсынташ һалыуға тотонасаҡ. Юл билдәләре лә әҙер. Урау юлдың бер ѳлѳшѳн - Ломовка ауылына тѳшкән юлды Межгорьенан 30-сы тѳҙѳлѳш идаралығы алып бара. Әлеге ваҡытта ер ҡатламын һәм ике яһалма ҡоролманы һалып бѳтѳп, ҡырсынташ түшәйҙәр. Ѳфѳ-Учалы- Миәс юлының Уҡшуҡ эргәһендәге участка- һын Учалы юл ремонтлау-тѳҙѳү идаралығы эшләй. Унда ла ер ҡатламын һалып бѳткәндәр, әлеге ваҡытта ҡырсынташ түшәйҙәр. “Беҙ уларға техника һәм кешеләр менән дә ярҙам итәбеҙ”, - ти Евгений Алексеевич. Ысынлап та, ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән мѳһим тѳҙѳлѳш бик етеҙ бара. Тѳҙѳүселәр уны ваҡытында тапшырасағына шик юҡ.
Рәмилә МУСИНА.
Оставить комментарий