Кѳҙ байлығы – йәрминкәләрҙә

Кѳҙ - иң матур, бай, шатлыҡлы һәм йомарт миҙгел. Тәбиғәттең алтынға мансылған кеүек хозурлығы үҙе бер йәм, гүзәллек булһа, бай уңышы - йәшелсә-емештең, игендең ѳлгѳрѳүе, һуғымлыҡ малдың, ҡош-ҡорттоң үҫеп, һимереп етеүе тап ошо мәлгә тура килеп, кешеләрҙе ҡыуандыра. Үҙҙәренән артҡанын улар һатып, аҡса эшләргә ашыға.

Бына быйыл да кѳҙгѳ уңыштың муллығына ишара булған, инде нисәмә йылдар буйы дауам итеп, йолаға әйләнгән йәрминкәләр баш- ланды. Үткән шәмбе, йәк- шәмбе кѳндәрендә ҡала- ның автовокзал майҙанында район-ҡала йәрминкәһе старт алды. Ул яңы йылға ҡәҙәр һәр ялда, байрам кѳндәрендә буласаҡ. Унда халыҡҡа үҙендә булмаған ризыҡты һатып алып, ҡышҡылыҡҡа арзанлата запас йыйып ҡалыу мѳмкинлеге бар. Шәмбе кѳндѳ мин дә йәр- минкәгә юлландым. Кѳн болоҡһоу, ямғыр һибәләп то- роуына ҡарамаҫтан, сауҙа майҙаны һатыусылар һәм һа- тып алыусылар менән шы- ғырым тулғайны. Иң күбе күрше райондарҙан (Әбйәлил, Учалы) алып киленгән ит ине. Ҡабырға ите - 230-250 һум, умыртҡа буйы ите һѳйәге менән - 270-280 һум, һум ите - 300-350 һум, ѳйрәк ите - 250 һум, тауыҡ - 220 һум, ыҫланған ѳйрәк - 450 һум, ә һатыулашҡанда итте тағы ла арзаныраҡҡа алырға була. Быйыл йәйҙең һалҡынса тороуы сәбәпле, бал әҙ булды, әммә йәрминкәлә Бѳрйән, Архангел, Әлшәй, Иглин райондарынан килгән умартасылар балды күп алып килгәйне.

“Мин бында һигеҙенсе йыл бал һатам. Бѳрйән балын халыҡ яратып, маҡтап ала. Быйыл бал бик әҙ булды, былтырғының яр- тыһын да ала алманыҡ, тип әйтергә мѳмкин. Шулай ҙа һатыуға сығарырлыҡ булыуына шѳкѳр итәбеҙ”, - ти Бѳрйәндән килгән Дамир Ейәнсурин. Йүкә балының 3 литры - 1800 һум, 1 литры - 600 һум, 0,5 литры - 300 һум, ә сәскә балының 3 литры - 1500 һум, 1 литры - 500 һум, 0,5 литры - 200 һум ине. Картуфтың күплеге күҙгә ташланды. Картуф һатыу буйынса ла учалылар әүҙем булып сыҡты. 10 литрлыҡ биҙрәһен 120-130 һумға, ки- шерҙең килограмын 20 һум менән һаттылар. Шулай уҡ һуғанды - 22 һумға, помидорҙы - 25, татлы боросто - 40, ҡарбузды - 13 һумға алырға мѳмкин ине. Ҡаланың 16-сы магазины иген алып сыҡҡайны. Бер тоҡ бойҙайҙы - 350, һолоно - 300, ваҡланған бойҙайҙы (дробленка) - 350, кѳрпәне - 170 һум менән һаттылар. Күрше Магнитогорск ҡалаһынан емеш (груша, алма, слива һ.б) һатыусылар күп килгән. Быларҙан тыш йәрминкәлә балыҡ, киптерелгән дарыу үләндәре, селек һеперткеләр, быйма һаталар ине.

Әйткәндәй, районыбыҙҙың атаҡлы быйма баҫыусыһы - Әүжәндән Виктор Витушкиндың ниндәй генә тѳр быймаһы юҡ! Йѳндән баҫылған бейәләйҙәр ҙә алып килгән. “Һуңғы йылдарҙа син- тетик аяҡ-кейемдәренең кү- бәйеүенә бәйле, быймаға их- тыяж кәмене, шуға күрә быйма баҫыуҙы ваҡытлыса туҡтатып торорға тура килде. Был миҙгелдә баҫылғандарын һатып бѳтѳргә иҫәп. Быйыл бейәләйҙәр баҫа башланыҡ, бәлки, улар үтемле булыр, тип ѳмѳт итәбеҙ”, - ти Виктор Васильевич. Ошо уҡ кѳндә ҡаланың 21- се мәктәбе йәрминкәһе лә гѳрләп үтте (аҫтағы һүрәттә). Унда VI-X класс уҡыусылары ҡатнашты. Уҡыусыларҙың шат йѳҙҙәре, һәр ҡайһыһының үҙе һатырға алып килгән әйберҙе кеше араһында их- лас йѳрѳп: “Тәмле бәлеш!” “Арзан хаҡҡа кишер!” - тип һѳрәнләй-һѳрәнләй һатырға маташыуы киноларҙа ғына күргән боронғо заман баҙарын хәтерләтте. Ысынлап та, мәк- тәп йәрминкәһендә үтә лә осһоҙлата аҙыҡ-түлек алырға була ине.

Мәҫәлән, литрлыҡ банкалағы ҡышҡы салат - 25 һум, ҡабаҡ - 10, 1 килограмм алма - 15, 3 литрлыҡ тоҙло ҡыяр - 35 һум һ.б. Әйберҙәрен осһоҙлата ғына һатыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәренә күрә арыу ғына аҡса эшләп алған уҡыусылар йәрминкә тамамланыуға ҡәнәғәт күңел менән ѳйҙәренә таралашты. Ғѳмүмән, йәрминкәләр үткәреү ауыл хеҙмәтсәндәре өсөн дә, ҡалала йәшәүселәр өсөн дә берҙәй файҙалы, сѳнки унда тик сифатлы, йәғни тәбиғи шарттарҙа үҫтерелгән һәм етештерелгән тауарҙарҙы ғына һатып алырға мөмкин булһа, ауыл кешеһенә аҡса эшләү шарттары тыуҙырылыуы яҡшы.
Нурия ШӘРИПОВА. Автор фотолары.
Оставить комментарий