Сетерекле мәсьәлә

Яңы уҡыу йылы башланыуы ата-әсәләр ѳсѳн бер яҡтан шатлыҡлы ваҡиға булһа, икенсенән, бѳтмәҫ мәшәҡәттәр ҙә килтерә. Баланы мәктәпкә оҙатыу, дәрестәрен әҙерләүҙә ярҙам итеүҙе мәшәҡәт тип ҡабул итеү дѳрѳҫ булмаҫ, сѳнки был һәр ата- әсәнең изге бурысы. Икенсе яғы ла бар: балаларҙан тѳрлѳ сәбәптәр менән аҡса йыйыу башлана.

Был күренеш, әлбиттә, күп ата-әсәләрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Рособрнадзор, “Мәғариф ту- раһында”ғы Федераль законға таянып, ата-әсәләрҙе мәктәптә аҡса талап иткән осраҡтар буйынса ҡурҡмайынса рәсми ялыуҙар яҙырға саҡыра. “Мәғариф учреждениеһын тотоу һәм һаҡлауҙы, матди-техник яҡтан һәм белем биреү процесын ҡорамалландырыуҙы тәьмин итеү, китап һәм әсбап алыуға бәйле ата- әсәләрҙән (законлы вәкилдәренән) аҡса йыйыу ѳлкәһендә ғәмәлдәге “Мәғариф тураһында” законды боҙоуға юл ҡуймау ѳсѳн мәғариф һәм фән ѳлкәһендә күҙәтеү буйынса урындағы органдарға, шулай уҡ прокуратураға мѳрәжәғәт итергә кәрәк”, - тип белдерә мәғариф һәм фән ѳлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт вәкилдәре. Ил Президенты Владимир Путин да халыҡ менән тура бәйләнеш үткәргән саҡта: “Рәсәйҙә белем биреү бушлай тормошҡа ашырыла”, - тип белдерә.
Әммә беҙҙең ҡайһы бер мәғариф учреждениелары элеккесә аҡса йыйыуҙы дауам итә. Беребеҙгә лә сер түгел, мәктәптә үткән беренсе класс сәғәтендә үк класс, мәктәп фонды һәм башҡа тѳрлѳ сәбәптәр менән аҡса йыйыу башлана. Был хәл балалар баҡсаһында бигерәк тә кѳслѳ. Мәҫәлән, ай һайын 150 йәки 250 һум һәм башҡа күләмдә тѳркѳм фонды тип аҡса йыялар. Бынан тыш, ҡағыҙ-ҡәләм, буяу, теш щеткаһы, һабын, бәҙрәф ҡағыҙына тиклем үҙебеҙ алып барабыҙ. Балалар баҡсаһында тѳркѳм бүлмәһен тѳҙѳкләндереү, ремонтлау, мебель, уйынсыҡтар алыу - бѳтәһе лә ата-әсә кеҫәһенән сығып башҡарыла. Түләргә теләйһеңме-юҡмы, был хаҡта һинең фекереңде әллә ни һорамайҙар. Тейешһең!!!

Ә закон буйынса, һәр кем үҙ теләге буйынса бағыусы ярҙамы күрһәтеү хоҡуғына эйә. Мѳмкинлеге булғандар, әйҙә, рәхим итһен! Мәрхәмәтлек ысын күңелдән башҡарылырға тейеш. Риза булмағандарҙан ниңә кѳсләп, мәжбүри рәүештә талап итергә? Ә бит кемдер 50-100 мең һум күләмендә эш хаҡы ала, ә кемдер минималь эш хаҡына йѳрѳй йәиһә бѳтѳнләй эшләмәй, үҙе ярҙамға мохтаж. Был, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, береһен дә ҡыҙыҡһындырмай. Уҡыу йылының тәүге кѳндәренән үк Рособрнадзорға ата-әсәләрҙән ремонт ѳсѳн, хәүефһеҙлек хеҙмәтен тотоуға, китаптарға һәм башҡа бихисап ошондай законһыҙ йыйымдар буйынса ялыуҙар килә башлай. Әммә был сығымдар ата- әсәләр кеҫәһенән түгел, ә башҡа бюджет сығанаҡтарынан ҡапланырға тейеш. Мәктәптәрҙә ата-әсәләрҙән аҡса йыйыу бик сетерекле мәсьәлә, тип иҫәпләйем.

Ҡайһы бер мәктәптәрҙә аҡса йыйыуҙар әле лә дауам итә. Ата-әсәләр: “Балама насар була, уҡыуына ла зыян итәсәк”, - тип шым ғына түләй. Әммә был системаға ҡаршы кѳрәшкән кешеләр ҙә күп. Мәҫәлән, “Ғәҙел Рәсәй” партияһынан депутат Сергей Шудегов белдереүенсә, унда ата- әсәләрҙең мәктәп мохтажлығы ѳсѳн аҡса йыйыуҙарына ризаһыҙлыҡ белдереп яҙған хаттары күп йыйылған, улар Рәсәйҙең һәр тѳбәктәренән тигәндәй ебәрелгән. Был мѳрәжәғәттәр Рәсәй Эске эштәр министрлығына сара күреү ѳсѳн килгән. “Беҙгә ата-әсәләрҙән килеп тыуған хәлгә ҡарата сара күреүҙәрен һорап коллектив хаттар килә. Улар зарланған йыйымдар тѳрлѳ характерҙа була: уҡытыусыға бүләк алыуҙан башлап класс ремонтлауға, йыһазға, компьютер алыуға тиклем барып етә”, - тип белдерә парламентарий. Беребеҙгә лә сер түгел, ата-әсәләрҙән аҡса йыйҙылар һәм әле лә был хәл дауам итә.
Беҙ ҙә бирәбеҙ, баланың кеше араһында ала ҡарға булыуын кем теләһен. Ҡала мәктәптәрендә был хәлдең нисек тороуы менән яҡындан танышыу маҡсатында бер нисә ата-әсәгә мѳрәжәғәт иттек.

САФИЯ:
- Балалар баҡсаһында йѳрѳгән саҡта тѳркѳм фонды, ремонт ѳсѳн һәм башҡа маҡсаттарҙа аҡса йыйыуҙары ныҡ йонсотто. Мәҫәлән, минең бер балаға, балалар баҡсаһы ѳсѳн (туҡланыу) түләүҙе иҫәпкә алмағанда, яҡынса 800 һум аҡса китә ине: 200 һум фонд иғәнәһе, ике ай һайын уйынсыҡтар ѳсѳн, түңәрәктәргә (бала йѳрѳргә теләйме-теләмәйме һо- рамайҙар), кѳнкүреш кәрәк-ярағы ѳсѳн, йәнһүрәт ҡарауға, хатта бер ваҡыт түшәк- ҡаралты ѳсѳн дә йыйҙылар. Ул иҫ китмәле, һанап бѳткѳһѳҙ. Балабыҙ мәктәпкә барыу менән ай һайын аҡса һығыу, түләү проблемалары артта ҡалды. Ҡыҙым 21-се ҡала мәктәбендә уҡый, айына бер тапҡыр туҡланыу ѳсѳн түләйбеҙ, башҡа аҡса йыйыуҙар бѳтѳнләй юҡ. Беҙҙең балабыҙ уҡыған мәктәптә “Мәғариф тураһында”ғы законды боҙмауҙары шатландыра.

ЛӘЙСӘН:
- Мәктәп, балалар баҡсаһында аҡса йыйып, хәлде алып бѳтәләр. Балалар баҡсаһында ай һайын тѳркѳм фонды ѳсѳн йыялар. Кескәйҙәр тѳркѳмѳнән урта тѳркѳмгә күскәндә сығарылыш кисәһе ойошторалар, уның ѳсѳн һәр бер ата- әсәнән 1500 һум йыйҙылар, ул тѳркѳмдән китһәк тә, ремонт ѳсѳн 1500 һум алдылар. Икенсе балалар баҡсаһына күстек, унда ла шул уҡ хәл, тағы ла ремонт ѳсѳн 2000 һум йыйҙылар. Мәктәптә уҡыған балаға ла аҡса йыйып аптыраталар. Йәрминкәлә ҡатнашмаған балаларға 150 һум аҡса алып килергә ҡушҡандар. Бындай саралар балаларҙы дәртләндереү, аҡса эшләү теләген тыуҙырыу, матди ярҙам булһын ѳсѳн ойошторолорға тейеш түгелме? Мәктәптә башланғыс кластарҙы тамамлағас, сы- ғарылыш кисәһе үткәреү модаға инде. Бының ѳсѳн 2000 һум тирәһе аҡса йыялар. Былтыр ремонт ѳсѳн 1500 һум бирҙек, быйыл ремонт булмаһа ла, балаларҙың үҫеше ѳсѳн тѳрлѳ әйбер алырға ошо сумманы йыйыуҙары ихтималлығын белдерҙеләр. Ошо иҫәптән балаларға стипендия түләйбеҙ, тип аңлаталар. Мин ниңә һуңғы аҡсамды башҡа балаларға стипендия түләү ѳсѳн бирергә тейешмен?! Аңламайым... Мәктәптәрҙә хәл нисек тороуы менән танышыу маҡсатында мәктәп директорҙарына мѳрәжәғәт иттек.

Владимир Иванович САТАРОВ, ҡаланың 20-се мәктәбе директоры:
- Беҙ мәктәпкә ремонтты бюджет аҡсаһына эшләйбеҙ. “Мәғариф ту- раһында”ғы Федераль законға ярашлы, үҙебеҙҙә түләүле ѳҫтәмә хеҙмәттәр күрһәткән аҡсаны ла мәктәптең матди- техник хәлен яҡшыртыуға йүнәлтәбеҙ. Косметик ремонтты мәктәптең техник персоналы атҡарып сыға. Уҡыусылар ҙа, персонал да мәктәп милкенә һаҡсыл ҡарай. Мәктәп сығымдарын кәметеү ѳҫтѳндә, йәғни, һыу, электр утын һаҡсыл тотоуҙы тәьмин итеү буйынса эш алып барабыҙ. Һыу ағып ятмаһын ѳсѳн былтыр үҙебеҙҙең кѳс менән һыу системаһын алыштырҙыҡ. Электр утын экономиялау маҡсатында спортзалдың һәм ашхананың яҡтыртыу ҡорамалдарын яңырттыҡ, утты күп сарыф итмәгән махсус лампочкалар ҡуйып сыҡтыҡ, шулай уҡ кѳндѳҙ ут янып тормаһын ѳсѳн ҡарап торабыҙ. Әлеге ваҡытта беҙҙең мәктәптә 876 бала уҡый. Майҙан буйынса ҡарағанда файҙалы хеҙмәт коэффициенты ла юғары, финанслау ҙа күберәк килә. Былар барыһы ла мәктәптә санитар һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә булышлыҡ итә. Беҙҙең мәктәп берҙәм дәүләт имтиханы биреү пункты булып торғас, 26 июнгә тиклем ремонт эштәрен башлай ал- майбыҙ. Учреждениены яңы уҡыу йылына әҙерләүгә бик әҙ ваҡыт ҡала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең техник персонал мәктәпте яңы уҡыу йылына әҙерләп ѳлгѳрҙѳ. Аҡса йыйыуҙарға килгәндә шуны әйтер инем: тѳрлѳ осраҡтар була, әгәр ҙә мәктәп администрацияһы яғынан бындай тәҡдим тыуа ҡалһа, былар бѳтәһе лә законға ярашлы һәм документтарға таянып ҡына башҡарылырға тейеш, отчет булыуы ла мотлаҡ. Беҙ үҙебеҙ бындай аҡса йыйыу эшенән йыраҡ торорға тырышабыҙ. Мәктәптең тѳп маҡсаты - балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм ныҡлы белем биреү.

Владимир Лукич КРИВОУС, ҡаланың 21-се мәктәбе директоры:
- Үҙ ваҡытында ата-әсәләр ярҙамында күп эштәр атҡарҙыҡ. Бѳгѳн иһә, тотона белгәндә, ремонтҡа бюджет аҡсаһы ла етә. Булғанын һаҡсыл файҙаланырға тырышабыҙ. Әле республиканан тәҙрә алыштырыу ѳсѳн аҡса юлланыҡ. Был маҡсатта мәктәпкә 8 млн. һумға яҡын аҡса бүленде. Ата-әсәләрҙең ҡарашын, хәлен аң- лайбыҙ. Бѳгѳн ауыр заманда йәшәйбеҙ, аҡса еткереүе еңелдән түгел. Балалар ҙа мәктәп милкенә һаҡсыл ҡарай башланы. Үҙебеҙ ҙә был йүнәлештә эшләйбеҙ, уҡыусылар менән әңгәмәләр алып барабыҙ. Энергияны һаҡсыл ҡулланыу маҡсатында, электр утын әҙ алған лампочкалар ҡуйҙыҡ.
21-се мәктәп ра йон-ҡалала иң ҙуры: һандар теле менән әйткәндә, район-ҡала уҡыусыларының 12 проценты - 1301, уҡытыусыларҙың 12 проценты - 100- гә яҡыны беҙгә тура килә. Йән башына финанслауҙы беҙҙең мәктәп ыңғай яҡтан тойҙо. Йыл да кѳҙгѳ йәрминкә ойошторабыҙ. Балалар үҙҙәре килтергән әйберҙе һатып, аҡсаһын алып ҡыуана. Бындай ҡараш балала аҡса эшләү теләге тыуҙыра, дәртләндерә. Күп эштәрҙе үҙебеҙ атҡарабыҙ. Мәктәп биләмәһе һәм уның алдын да үҙ иҫәбебеҙгә тәрбиәләп, сәскәләргә күмеп тотабыҙ. Был бит беҙҙең ҡала һәм уны матурларға, яратырға тейешбеҙ. Ата-әсәләрҙән ремонт һәм башҡа сәбәптәр буйынса аҡса йыйыу менән шѳғѳлләнмәйбеҙ. Улар үҙ-ара нимәлер эшләргә хәл итә икән, беҙ ҡыҫылмайбыҙ.
Мәктәп һәм балалар баҡсаларында аҡса йыйыу мәсьәләһе буйынса муниципаль район хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы

Марина Владимировна САРАНЦЕВАға ла мѳрәжәғәт иттек:
- Ирекле ярҙам тик ата-әсәләр теләге буйынса ғына атҡарылырға тейеш. Әгәр ҙә нимәлер етмәһә, бының ѳсѳн ѳҫтәлмә сығымдар талап ителһә, уҡытыусы ошо хаҡта ата-әсәләргә аңлата, еткерә белергә тейеш. Аҡса йыйырғамы-юҡмы - уныһын иһә ата-әсәләр үҙҙәре хәл итә. Бюджет резина түгел, шуға ла бѳтә кәрәк- яраҡҡа аҡса еткереп булмай. Мәҫәлән, әле башланғыс кластарҙы китап менән тулыһынса тәьмин итеү мѳмкинлеге юҡ. Ата-әсәләргә үҙҙәренә китап алырға тура килә. Эш дәфтәрҙәре лә бер тапҡыр ҡулланыуға тәғәйенләнгән, уларҙы йыл һайын алмаштырырға кәрәк - был да ата- әсә кеҫәһенә һуға. Район-ҡала мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында аҡса йыйыуҙар буйынса тәртип һаҡлау органдарына мѳрәжәғәт итеү осраҡтары булғанмы?
Ошоно асыҡлау йәһәтенән Белорет район- ара прокуратураға мѳрәжәғәт иттек.
- Былтыр балалар баҡсаһында ремонт ѳсѳн аҡса йыйыуҙары тураһында мѳрәжәғәт булды. Был етешһеҙлекте бѳтѳрѳүҙәрен, ғәйепле кешеләргә ҡарата сара күреүҙәрен талап итеп, мәғариф идаралығы начальнигы исеменә күрһәтмә яҙҙыҡ. Йыйған аҡсаларҙы ата-әсәләргә кире ҡайтарҙылар. Эйе, әле лә мәғариф учреждениеларында аҡса йыйыу осраҡтары бар, тик ата- әсәләр балаларына насар булыр тип прокуратураға мѳрәжәғәт итергә ҡурҡа.

Ошондай осраҡтар булһа, улар район-ара прокуратураға
- Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 71 адресына мѳрәжәғәт итһендәр. Шулай уҡ ялыуҙарҙы Интернет селтәре аша прокуратураның электрон почтаһына инеп, хат ебәрергә мѳмкин, - тине прокурор ярҙамсыһы Денис Исламов. Аҡса йыйған осраҡ булһа, был аҡсалар тик маҡсатҡа ярашлы ғына ҡулланылыуын күрһәтергә кәрәк. Аҡсаны мәжбүри йыйыу тыйыла, ололар үҙ теләге менән ярҙам итергә хоҡуҡлы. Ысынлап та, кәрәк осраҡта ата-әсә балаһы ѳсѳн бер аҙ аҡсалата ярҙам итеп ебәреүе лә ихтимал. Тик ҡайһы бер мәктәптәрҙә бындай “ирекле ярҙам” мәжбүри тѳҫ ала һәм был ата-әсәләрҙә, әлбиттә, ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Бюджет резина булмаған кеүек, уларҙың да кеҫәләре артыҡ һуҙылмай шул. Ҡайһы бер ғаиләләрҙә ике һәм унан да күп балалар тәрбиәләнә. Уларға бигерәк тә ауырға тура килә. Барлы-юҡлы эш хаҡың мәктәптән үтмәй. Бынан тыш, баланы кейендерергә, башҡа ваҡ-тѳйәк әйберҙәрен дә алырға тура килә. Беҙҙең арабыҙҙа түбән килем алған халыҡ ҡатламы күпселекте тәшкил итә.

Шуға ла мәғариф учреждениелары артыҡ ялтырауыҡ артынан ҡыумаһын, ә балаларға ныҡлы белем биреүгә ентекләп иғтибар бирһен ине. Ситкә йѳрѳмәйем, үҙ балаларым миҫалынан сығам. Ике улым да бер балалар баҡсаһына йѳрѳнѳ, олоһо йѳрѳгәндә уның тѳркѳмѳндә иҫ китмәле мебель, шарттар ҙа булманы, әммә ул мәктәпкә барғанда минутына 54 һүҙ уҡый ине. Икенсе улым да ошо уҡ тѳркѳмгә йѳрѳнѳ, йыл һайын беҙҙең аҡсаға тѳркѳмдѳ йыһазландыра торғас, шарттар ҙа яҡшырҙы. Үҙебеҙ аҡса йыйып, евро тәҙрәләр ҙә ҡуйҙырттыҡ. Тәрбиәселәр үҙ зауығына ҡарап, беҙҙең кеҫә менән иҫәпләшмәй, мебель ѳҫтѳнә мебель алыштыра башланы. Әммә икенсе баламдың мәктәпкәсә алған белеме менән (балалар баҡсаһындағы түләүле ѳҫтәлмә курстарҙа йѳрѳһә лә) ҡәнәғәт ҡалманым.
Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйтер инем: бала тәрбиәләүҙә иң тәү сиратта педагогтың һѳҙѳмтәле эше мѳһим фактор булып ҡала. Алтын стеналарҙа ултырып ҡына яҡшы белем алыу мѳмкин түгел.
Рәмилә МУСИНА.
Оставить комментарий