«Оптимист булып ҡалам»

Ҡалабыҙҙа мѳмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында үҙҙәренең тырышлыҡтары, маҡсатҡа ынтылышлы булыуҙары менән күп нәмәгә ѳлгәшкән абруйлы һәм хѳрмәтле кешеләр байтаҡ. Рәил Ғәйнетдиновты ла шундайҙар рәтенә индерергә мѳмкин. Ул үҙен һис тә яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған тип иҫәпләмәй. Бѳгѳнгѳ кѳндә Мәскәү иҡтисад һәм хоҡуҡ институтының IV курсында уҡый һәм ауыр атлетика менән шѳғѳлләнә.

- Күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡытым да юҡ тиерлек,- ти Рәил.

- Кешеләр менән аралашырға яратам, шуға ла дуҫтарым күп. Компьютер аша аралашҡан таныштарым да етерлек. Хәҙер үҙемә Рәсәйҙә генә түгел, Германияла, Украинала дуҫтар таптым. Әле юрист һѳнәрен үҙләштерһәм дә, психология менән ҡыҙыҡһына башланым. Бәлки, икенсе юғары белем алыу мѳмкинлеге лә сығыр. Ғѳмүмән, мин оптимист рухлы кешемен, насарлыҡҡа ҡарағанда матурлыҡты, яманлыҡҡа ҡарағанда яҡшылыҡты күрергә һәм табырға тырышам.

Мѳмкинлектәре сикләнгәндәр ѳсѳн бер ниндәй йәшәү шарттары булдырылмаған йорттоң 8-се ҡатында йәшәгән егеттең һәр кѳнѳ үҙе ҡаһарманлыҡҡа тиң. Буш саҡтарында ата-әсәһе ярҙамлашһа, күберәген ауырлыҡтарҙы үҙе еңергә тырыша Рәил. Ата-әсәһе, ағаһы һәм апайы, уларҙың балалары тураһында шундай йылы һүҙҙәр менән һѳйләй егет.

Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған Рәил үҙенең уңыштары менән ҡыуандырып тора. 4 йыл ауыр атлетика менән шѳғѳлләнә ҡала һәм республика ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулай.

- 40-тан башлағайным, хәҙер инде 82 килограмм күтәрәм,- тип дауам итә Рәил. - Тренерым Алексей Заворуевҡа рәхмәт инде. Спорт менән шѳғѳлләнергә ул саҡырғайны. Спорт кешене һәр яҡлап та сыныҡтыра икән. Башҡаларҙы ла үҙем йѳрѳгән Йәштәрҙең ял үҙәгенә күнекмәләргә саҡырам. 1,5-2 сәғәт шѳғѳлләнгәндән һуң үҙеңде бѳтѳнләй икенсе кеше итеп тояһың. Бигерәк тә оҙаҡ ваҡыт компьютер артында ултырыусылар ѳсѳн был файҙалы. Миңә республика ярыштарына йѳрѳү оҡшай, сѳнки бында тѳрлѳ тарафтарҙан спортсылар менән аралашырға, дуҫлашырға була.
Рәил Ғәйнетдиновтың йәшәгән фатирында тәртип һәм таҙа булыуы ла егеттең матур һәм яҡты күңелле, хис-тойғоларға бай кеше икәнен һѳйләй. Уның үҙ бәхетен табасағына шик юҡ. Уңыштар һиңә, Рәил!
З.СѲЛӘЙМӘНОВА.
ҺҮРӘТТӘ: Рәил Ғәйнетдинов.
Оставить комментарий