Социаль-хеҙмәт мѳнәсәбәттәрен кѳйләү мәсьәләләре ҡаралды

27 сентябрҙә Белорет районы муниципаль район хакимиәтендә социаль-хеҙмәт мѳнәсәбәттәрҙе кѳйләү буйынса Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бѳрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Учалы, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡалаһынан ѳс яҡлы комиссия вәкилдәре семинар-кәңәшмәгә йыйылды.
Семинар-кәңәшмә эшен БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары В.А. Апокин алып барҙы. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары А.С.Садритдинов «Башҡортостан Республикаһында күп тармаҡлы социаль партнерлыҡ органдары системаһын үҫтереү» темаһына сығыш яһаны. БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты М.Р. Качкаев «Территориаль кимәлдә эш биреүселәр берләшмәһе формалашыуын һәм уларҙың эшмәкәрлегендә ойоштороу-хоҡуҡи мәсьәләләр» темаһын яҡтыртты.
Семинар-кәңәшмәлә ҡатна-шыусыларҙы муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов тәбрикләне, ул ҡунаҡтарҙы район-ҡаланың иҡтисади хәл-торошо менән таныштырҙы.

БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе А.М. Цибизов «Коллектив килешеүҙәр һәм муниципаль башланғыс ойошмаларында бѳтә кимәлдәге үҙ-ара килешеүҙәрҙе бойомға ашырыуҙы контролләү» темаһы буйынса сығыш яһағанда, коллектив килешеү тѳҙѳлмәгән осраҡта РФ Хеҙмәт кодексы автоматик рәүештә ғәмәлдә ҡалыуы, эш хаҡын индексациялау мотлаҡ эшләнергә тейешлеге тураһында билдәләп үтте. БР Профсоюздар федерацияһының производство-иҡтисад бүлеге начальнигы И.А. Голованова ѳс яҡлы килешеүҙәрҙе тѳҙѳү, эскпертизалау һәм тура килтереү тәртибе, практикала ҡулланыу һәм килеп тыуған мѳғаммәләр тураһында һѳйләне.
Белорет районы муниципаль районының ѳс яҡлы территориаль комиссияһы координаторы Е.Я. Карепанов «Муниципаль башланғыстарҙа социаль-хеҙмәт мѳнәсәбәттәрҙе кѳйләү буйынса ѳс яҡлы комиссия эше практикаһы тураһында» сығыш яһағанда, бѳгѳн күпселекте борсоған торлаҡ һәм мәғариф учреждениеларында ҡулайлаштырыуға бәйле килеп тыуған мәсьәләләрҙе лә күтәрҙе, «Белорет икмәк комбинаты», «Башлеспром», «Селена», «Стин» кеүек эре предприятиелар менән әле һаман ѳс яҡлы килешеүҙәр булмауы, эшсе кадрҙарҙың ҡартайыуы, ә предприятиеларҙың яңы кадрҙар әҙерләү менән шѳғѳлләнмәүҙәре тураһында ла һѳйләне.

Муниципаль райондың ѳс яҡлы территориаль комиссияһының профсоюз яғынан координаторы А.П. Лебедев та эре предприятиелар менән эшләүе ауырлыҡтар тыуҙырыуы, күптәренең етәкселәре башҡа ҡалаларҙа, йә булмаһа сит илдәрҙән булыуы эште күпкә ауырайтыуы, уларҙың социаль яуаплылыҡтан ситләшеүе, тик ѳс яҡлы килешеү нигеҙендә генә ыңғай һѳҙѳмтәләргә ирешергә мѳмкин булыуын билдәләп үтте.
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан бүлек начальниктары В.М. Хѳсәйенова, З.Ш. Тазетдинов, БР Профсоюздар федерацияһының хоҡуҡи яҡлау бүлеге мѳдире А.Н. Вәлиева социаль партнерлыҡты үҫтереү, коллектив килешеүҙәр аша мѳнәсәбәттәрҙе кѳйләү, Хеҙмәт кодексын тормошҡа ашырыу, эш хаҡы түләү буйынса сығыш яһаны.
Семинар-кәңәшмә аҙағында социаль-хеҙмәт мѳнәсәбәттәрҙе кѳйләү буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителде. Комиссия эшенә тос ѳлѳш индергән активистар БР Профсоздар федерацияһының Маҡтау грамоталары менән наградланды.
Тормошобоҙға капитализмдың ныҡлап аяҡҡа баҫыуы, предприятиеларҙың шәхси ҡулдарҙа булыуы ябай эшсенең мәнфәғәтен яҡлауҙа ауырлыҡтар тыуҙыра. Нәҡ ошо ѳс яҡлы территориаль комиссияларҙың муниципаль кимәлдә әүҙем эшләүе, яҡтар менән бәйләнеште кѳйләүе күп мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итә.

Р. МУСИНА.
Оставить комментарий