Асылар «Беларус» алып һөйөндө

Асылар «Беларус» алып һөйөндө
«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Урындағы инициативаларға ярҙам итеү» программаһы буйынса башҡарылған эштәрҙе гәзитебеҙ биттәрендә йыш яҡтыртабыҙ.
Былтыр «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» проектында ҡатнашыуға бөтә республика буйынса 660 заявка бирелеп, шуларҙың 345-е еңеп сыҡҡайны. Был проект конкурсында райондан 6 ауыл хакимиәтенең еңеп сығыуы һәм республика, урындағы ҡаҙнанан, халыҡтан һәм бағыусыларҙан 6 млн. һумдан ашыу аҡса йыйылыуы тураһында ла яҙғайныҡ инде. Быйыл, конкурс алаптарының ҡәтғиләштерелеүе һөҙөмтәһендә, бирелгән 10 заявканан бары тик Асы менән Туҡан ауыл хакимиәттәре еңеп сыҡты. Күмәк тырышлыҡ менән туҡандарға һыу үткәреү селтәрҙәренә капиталь ремонт яһау мөмкинлеге сыҡһа, асылар иһә яңыраҡ ҡына өр-яңы «Беларус» тракторы алып һөйөндө.

Был иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы, Асы хакимиәтенә ҡараған ауылдар халҡы ҙур байрам сараһы ойошторҙо. Техника алыуға һәр кем хәленән килгәнсе өлөш индергәнлектән, трактор ҡыуанысы ла уртаҡ булды. Флагтар һәм шарҙар менән биҙәлгән техниканы күрергә теләүселәр ауылдың үҙәк урамына, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков бюсы ҡуйылған ергә йыйылды. Асы мәҙәниәт йорто мөдире Йәмилә Сәлимйәнова иҫтәлекле көнгә арналған байрам сараһын тантаналы асҡас, һүҙ ауыл хакимиәте башлығы Венер Ғариф улы Йосоповҡа (һүрәттә) бирелде. Ул барыһын да уртаҡ һөйөнөс менән ҡотлап, трактор алыуҙа әүҙемлек күрһәткән ауылдаштарға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, дөйөм тырышлыҡ менән һатып алынған тракторҙы оҙаҡ йылдар файҙаланып, мәнфәғәтен бергәләп күрергә яҙһын, тип теләне. Муниципаль район хакимиәтенең финанс идаралығы начальнигы, проект координаторы Әминә Тимербай ҡыҙы Зиятдинова барыһын да уртаҡ байрам менән ҡотлап, проектты аңлап, ваҡытында дөрөҫ эш иткәне өсөн Асы биләмәһе халҡына маҡтау һүҙҙәрен белдерҙе. Ошондай программаларҙа ҡатнашыу төрлө социаль проблемаларҙы хәл итергә, лайыҡлы тормош булдырырға ярҙам итә, шуға күрә, киләсәктә лә әүҙем булырға, дәүләт проекттарында ҡатнашырға кәрәк, тине ул. Ауылдаштарҙы Асы ауылы аҡһаҡалы Марат Йомабай улы Абзалов та ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе һәм артабан да дәүләт программаларында ҡатнашып, ауылды үҫтереп йәшәргә саҡырҙы.
Эльза Мөхәмәҙиеваның тулы материалын гәзиттең 90-сы һанында (10.11.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий