Мәғлүмәт үҙәге бинаһына яңы ҡыйыҡ

Мәғлүмәт үҙәге бинаһына яңы ҡыйыҡ
Белорет мәғлүмәт үҙәгенең ҡыйығын ремонтлау буйынса эштәр, ниһайәт, тамамланды. Контракт ҙур булғанлыҡтан, һатыуҙы БР Иҡтисади үҫеш министрлығы электрон аукцион ысулы менән ойошторҙо.
1994 йылда төҙөлгән дүрт ҡатлы бинаға ҡыйыҡ эшләнде һәм күҙ яуын алып торған йәшел төҫтәге профнастил ябылды. Ремонт эштәрен «Заказсы хеҙмәте» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бригадаһы башҡарҙы. Улар башлаған эштәрен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, октябрь аҙағында, контрактҡа ярашлы, тамамлап та ҡуйҙы.

Рөстәм Мингәрәев етәкселегендәге алты эшсенән торған бригада 9 йыл бергә эшләй.
- Был бинаның түбәһе элек рубероид менән яҫы килеш ябылған. Был маҡсатҡа ярашлы түгел, хәҙер ҡыйыҡ дүрт яҡлы ауыш итеп эшләнде. Мәғлүмәт үҙәге бинаһы күркәмләнеп, бейек булып ҡалды. Шулай уҡ ҡар тотоу өсөн һәм тағы ла профилактик ҡамауҙар ҡуйылды, - тип һөйләне бригадир Рөстәм Мөдәрис улы. - Көҙгө үҙгәреүсән һауа торошо ла үҙенең ямғырҙары менән беҙҙе ашығырға мәжбүр итте. Бригадабыҙ ышаныслы, тырыш. Егәрле, үҙ эшен яҡшы белгән оҫталар тупланған, - тип маҡтап алды бригадир эшселәрен.
- Мәғлүмәт үҙәгенең ҡыйығы яңынан ябылғас, көҙгө ямғырҙар ҙа, яҙ көнө ирегән ҡарҙар ҙа ҡурҡыныс булмаҫ. Юғиһә, ямғырҙар мәлендә иҫке түбәнән һыу төшөп борсой ине, ә беҙҙә ҡиммәтле техника, ҡағыҙҙар. «Урал» гәзите мөхәрририәте лә ошо бинала. Хәҙер күңел тынысланды. Рәхмәт эшселәргә, - тип ҡыуаныстары менән уртаҡлаша Үҙәк директоры Гөлнара Фаил ҡыҙы Мөхәмәтғәлина.
Нәркәс ВӘЛИУЛЛИНА.
ҺҮРӘТТӘ: (һулдан уңға баҫып торалар) Йомадил Сафин, Рим Солтанов, Заһир Айытбаев; Илшат Ҡәҙерғәлин, Рөстәм Мингәрәев, Рәхим Шәрипов.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий