Ятып ҡалғансы - атып ҡал

Республикала 2016 йылдан алып “Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” проекты эшләп килеүе билдәле. Уға Учалы, Бѳрйән, Баймаҡ, Әбйәлил райондары, Сибай ҡалаһы дәррәү ҡушылды. Белореттар ҙа был проекттан ситтә тороп ҡалманы. Асы, Боғанаҡ, Олойылға, Туҡан ауылдары ҡатнашып, еңеү яуланы. Асылар тракторға эйә булһа, Олойылға мәктәбенең тәҙрәләре яңыртылды, Боғанаҡта барлыҡҡа килгән спорт майҙансығы йәштәрҙе ылыҡтырҙы. Уҙған йылда 800 метр оҙонлоҡтағы һыу торбаларын алыштырған Туҡан ауыл хакимиәте быйыл да программаға ҡушылды.
Сермән ауылы халҡы, проектта үҙ кѳсѳн һынап ҡарау маҡсатынан, 16 ғинуар кѳнѳ Сермән ауылы мәҙәниәт йортоноң тамаша залына йыйылды. Ауыл киләсәге ѳсѳн борсолған йәштәр, ололар ултырышҡа ихлас килде.
Иҫәп алыу комиссияһы булдырылып, уның ағзалары З.Р. Ялалетдинова һәм Л.З. Хѳснѳтдинова ултырышҡа барлығы 109 кеше килеүен билдәләп китте. Ултырыштың рәйесе итеп, бер тауыштан, Сермән ауыл хакимиәте башлығы Лилиә Вил ҡыҙы Сибәғәтова, сәркәтибе итеп Лилиә Вәли ҡыҙы Ғәлиәхмәтова һайланды.
Л.В. Сибәғәтова, һүҙ алып, “Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” программаһына ҡушылырға саҡырҙы, уның маҡсатын, тәртибен аңлатып китте. Был проектта халыҡ үҙе теләгән эштәрҙе атҡара, йәғни уйын майҙансыҡтары тѳҙѳй, мәктәп, дауахана, китапхананы яңырта алыуын һѳйләп китте.
Прогнозлау бүлеге начальнигы Лира Фәтих ҡыҙы Анихоязова халыҡҡа, үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы атҡарып сығыу ѳсѳн, актив булырға, тырышырға кәрәклеген әйтте.
Кемдер урамдар яҡтыртылмауына зарланһа, икенселәре һыу үткәреү мәсьәләһен күтәрҙе.
Х.Ғ. Хәйретдинов ауылдағы амбулаторияға ремонт эшләргә кәрәк тиһә, Р.Г. Бакирова ауыл эсендәге Йәндек йылғаһы аша һалынған күперҙе яңыртыуҙы хуп күрҙе.
Проектта ҡатнашыу ѳсѳн проект әҙерләп, смета тѳҙѳп алып килгән мәктәп директоры Ғ.Р. Аҙнабаев мәктәп биләмәһен уратҡан ҡойманы алыштырыу кәрәклеген билдәләне. Уның тәҡдименә барыһы ла риза булды. Йыйылыш уҙған тамаша залының стенаһын уҡыусыларҙың яңы ҡоймалы мәктәп тѳшѳрѳлгән һүрәттәре биҙәүе, ѳҫтәлдәге шиғыр, иншалар ҙа халыҡҡа тәьҫир итмәй ҡалмағандыр.
Ауыл халҡынан да аҡса ѳҫтәләсәге әйтелгәс, был эште атҡарып сығыу ѳсѳн инициатив тѳркѳм булдырылды. Уның составына М. Харисов, Л. Хѳснѳтдинова, Л. Шаһиморатова, З. Хәтиуллина, Л. Сәйәхова, З. Таипова һайланды.
Люциә ШАҺИМОРАТОВА.
Сермән ауылы.
Оставить комментарий