Белореттар матурлыҡты һайлай

Белореттар матурлыҡты һайлай
Былтыр Белорет ҡалаһы "Заманса ҡала мөхите булдырыу" федераль проектына старт алған ҡалалар иҫәбенә ингәйне. Ошо программа ярҙамында 41 күп фатирлы йорт ингән 22 йорт алды территорияһына капиталь ремонт яһалды. 5 йылға иҫәпләнгән был проект быйыл да дауам итә.

“Уңайлы мөхит” программаһында ҡатнашыу өсөн әҙерлек эштәре башланған да инде. Әлеге ваҡытта ҡайһы йорт алдарына ремонт яһау аныҡ билдәләнеп, был йәһәттән проект-смета документтары әҙерләнә. Программаға ярашлы, ремонт яһаласаҡ территорияны халыҡ үҙе һайлап тәҡдим итә. Бының өсөн ҡала баҙарында, Күп функциялы үҙәктә, үҙәк почтамта һәм муниципаль район хакимиәтенең вестибюлендә махсус йәшниктәр ҡуйылған. Унда ремонт яһарға кәрәкле объекттар исемлеге лә тәҡдим ителгән: Блюхер һәйкәле, ҡала пляжы, Геройҙар аллеяһы, Уҡытыусылар скверы һәм башҡалар. Шулай уҡ исемлектә буш юл да бар, унда бюллетендә күрһәтелмәгән һәм шулай уҡ төҙөкләндереү талап ителгән икенсе объектты тәҡдим итергә мөмкин. Тәҡдимдәрҙе ҡарау өсөн архитектура, милек менән идара итеү комитеты, территориаль йәмәғәт үҙидаралығы вәкилдәренән, ҡала Советы депутаттарынан торған комиссия ағзалары ниндәйҙер бер объектты тауыш биреүгә ҡуясаҡ. Тауыш биреү 18 марттан 22 мартҡа тиклем бара. Унда район территорияһында йәшәгән, 14 йәше тулған һәр гражданин үҙ тәҡдимен күрһәтә ала. Һайланған объектта быйыл уҡ ремонт эштәре башланасаҡ. Тик шуныһын да хәтерҙән сығарырға ярамай, тәҡдимдәр төшөрөлгән йәшниктәр 9 февралгә тиклем генә торасаҡ.
Проектҡа ярашлы, республика бюджетынан бүленгән субсидия күләменең 15 процентын ҡала бюджеты ҡаплай, ә 5 проценты халыҡтан йыйыла. Программала ҡатнашыу өсөн милекселәр үткәргән йыйылыш протоколы, дизайн-проект, смета документтары кәрәк буласаҡ. Быларҙың барыһын да идара итеүсе компаниялар эшләргә ярҙам итә. Документтарҙы йыйғас, ҡала хакимиәтенә заявка биреү мотлаҡ.
Бынан тыш та һөйөнөслө хәбәрҙәр бар. Йорт алдарын төҙөкләндереү йәһәтенән белореттарға тағы ла бер республика программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге сыҡты. Урындағы инициативаларға нигеҙләнгән был проектты тормошҡа ашырыу Башҡортостанда тәүге тапҡыр башҡарыла һәм ул “Уңайлы мөхит” проекты менән параллель рәүештә тормошҡа ашырыласаҡ.
Яңы программа республикала тәү башлап старт алды. Белорет та унда ҡатнашыу хоҡуғы алған ҡалалар исемлегенә инде. Шуға күрә, тәүге федераль программаға инмәгән милекселәргә лә үҙ йорттары алдында ремонт эшләү мөмкинлеге бар. Программалар башлыса бер-береһенә оҡшаған. Айырма бары тик шунда: береһендә халыҡ аҡсалата ғына ярҙам күрһәтә алһа, икенсеһендә тѳҙѳкләндереү эштәрендә үҙе лә ҡатнаша ала.
Бѳгѳн Белоретта бөтәһе 400 күп фатирлы йорт бар. Былтыр шуларҙың 41-е федераль программала уңышлы ҡатнашты. Быйыл тәүге программа менән параллель рәүештә республика программаһының да старт алыуын иҫәпкә алһаҡ, бер нисә йылдан ҡалабыҙҙа капиталь ремонт яһалмаған бер йорт та ҡалмаясаҡ тигән ышаныс ҙур. Биш йыл эсендә Белоретта 277 күп фатирлы йорт алдын тѳҙѳкләндереү планлаштырылған. Эштәр үҙәк урамдарҙа ғына түгел, ҡаланан ситтәрәк урынлашҡан кварталдарҙа ла башҡарыласаҡ. Быйыл 19 йорт алды ремонтланасаҡ, был маҡсаттан 25,9 млн. һум аҡса бүленгән.
Республикала "Заманса ҡала мөхите булдырыу" проектын тормошҡа ашырыу ѳсѳн 2018 йылға 1 млрд. һумдан ашыу аҡса бүленә, шуның 891 млн. һумы федераль бюджеттан, 175 млн. һумы республика бюджетынан бүленәсәк. Былтыр был программа ярҙамында 23 муниципаль берәмектә 416 күп фатирлы йорт алды, 37 йәмәғәт урыны территорияһы ремонтланған. 2018 йылда был проектта республиканың бѳтә 63 берәмеге лә ҡатнаша.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
Автор фотоһы.







Оставить комментарий