Спорт комплексы сафҡа инде

Спорт комплексы сафҡа инде
Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләү буйынса әҙерлек эштәре бара. Юбилей датаһына ҡарата республикала 100 объект төҙөү планы ҡаралды. Межгорьелағы физкультура-һауыҡтырыу комплексы - “Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект” республика программаһы исемлегенә индерелгән объекттарҙың береһе.
Спорт комплексы сафҡа инде Күптән түгел реконструкциянан һуң тулыһынса яңыртылған физкультура-һауыҡтырыу комплексы спорт һөйөүселәргә үҙ ишектәрен асты. Спорт комплексын тантаналы асыу сараһында республика ҡунаҡтары - Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Марданов, “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте, Башҡортостан Республикаһының “Капиталь төҙөү республика идаралығы” ҡаҙна предприятиеһы етәкселәре ҡатнашты.
Модернизацияланған комплекстар төҙөү - сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауға ҙур иғтибар бирелгән заманса ҡала мөхитен булдырыуҙың мөһим өлөшө. Республиканың күп кенә муниципалитеттары социаль һәм спорт инфраструктураһының үҫеш өлкәһендә ошондай әһәмиәтле ҡаҙаныштары менән маҡтана алмай әле.
Межгорьела физкультура-һауыҡтырыу комплексы Башҡортостан Республикаһының Социаль маҡсатлы программалар фондының “Капиталь төҙөү республика идаралығы” ҡаҙна предприятиеһы, Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмеге араһында төҙөлгән килешеүҙе тормошҡа ашырыу сиктәрендә реконструкцияланды. Ә спорт комплексын төҙөү 4 йыл элек башлана. Төҙөлөш эштәре 2500 кв. метр майҙанда алып барыла һәм комплексты төҙөкләндереүгә инвестор 108,7 млн. һум аҡса һала. Өс ҡатлы бина элеккеһен ҙурайтып эшләнгән. Сифатлы эске биҙәү эштәренән, биләмәне төҙөкләндереүҙән һәм яңы урам спорт майҙансығынан тыш, “Хәүефһеҙ ҡала” проектына ярашлы янғын һағы, видеокүҙәтеү системалары ҡуйылған. Үҙ газ ҡаҙанлығы бар. Урам спорт майҙансығында хоккей корты (йәйен уны төрлө спорт уйындарын үткәреүҙә файҙаланырға була) төҙөлгән. Урам тренажерҙары өсөн урын бүленгән, ә комплекста иркен тренажер, шулай уҡ өҫтәл теннисы, тхэквондо залдары, башҡа спорт уйындары өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Кейем алмаштырыу, душ бүлмәләре... Ғөмүмән, спортсылар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Бөгөн физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөш, янғын хәүефһеҙлеге, санитар-эпидемиологик һәм экологик талаптарға тура килә. Универсаль спортзал 8 бадмин- тон, волейбол, баскетбол һәм мини-футбол майҙансыҡтарын, тренажер, көрәш залдарын һыйҙыра, саңғы базаһы бар. 1-се мәктәп уҡыусылары өсөн физкультура дәрестәре хәҙер комплекста үтәсәк, ә ҡаланың икенсе өлөшөндә йәшәгән уҡыусылар бында айына ике тапҡыр киләсәк. Спорт комплексында “Йәшлек” балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе лә урынлашасаҡ.
Э.Хәмзинаның тулы материалын гәзиттең 24-се һанында (23.03.18) уҡығыҙ.
Оставить комментарий