Ырыҫлы ѳй

Була бит шундай ғәжәп кешеләр: егәрлелеге, уңғанлығы менән таң ҡалдырып, донъя ауырлыҡтарын иңе менән күтәреп, ҡайғы-хәсрәт күрһә лә, шат күңеллелеген, кәйеф күтәренкелеген юғалтмай, тормоштан йәм табып йәшәүселәр. Ундайҙар янында башҡаларға ла еңел булып китә. Уларҙың ышаныслы ҡулдарының йылыһын тойоу һәр кемгә кѳс һәм дәрт, рәхәтлек хисе ѳҫтәй.

Бынан 75 йыл элек Манышты ауылында тыуып үҫкән Гѳлфинә Сәлмән ҡыҙы менән 79 йыл элек Ноҡатта донъяға килгән Хәким Мырҙабай улы Мѳхәмәҙиевтәр ана шундай кѳслѳ ихтыярлы, һоҡланғыс кешеләр. Инйәрҙә йәшәй улар. Оло йѳрәкле, алсаҡ, илтифатлы әсә «Герой-әсә» исемен ҙур ғорурлыҡ менән йѳрѳтә. Был юғары исемгә 1979 йылда лайыҡ була. Ғорурланырлыҡ та шул. Береһенән - береһе матур, аҡыллы, уңған балалар үҫтерҙе Мѳхәмәҙиевтәр. Ҡасан ғына әле йәш ҡыҙ менән йәш егет тормош ҡороп йѳрѳй ине. Баҡһаң, ул кѳнгә 58 йыл тулып та килә. Ғаилә башлығы Хәким ағай иртәнән кискә тиклем эшләне. Гѳлфинә Сәлмән ҡыҙы балаларҙы тәрбиәләп, кейендереп, ашатып мәктәпкә ебәрҙе, тәмле аштар бешереп, йылмайып-кѳлѳп ҡаршы алды. Балалары тырышып уҡыны.

Хәким Мырҙабай улы кесе йәшенән үк Инйәр леспромхозында тәүҙә ярҙамсы булып йѳрѳнѳ, һуңынан үҙ аллы эшләй башланы. Башта тәжрибәле урмансылар ҡаҡса кәүҙәле егеттең ауыр урман эшен башҡара алыуына шикләнеп ҡарай, ләкин ата-бабаларыбыҙ: «Ҡарама беләккә, ҡара йѳрәккә» тип юҡҡа әйтмәгән шул. Хәким ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хеҙмәттәштәре араһында хѳрмәт, ышаныс яулай. Үҙенә йѳкмәтелгән бурысты еренә еткереп башҡара. Шуға күрәлер ҙә Хәким тиҙ ѳйрәнә һәм алдынғылар рәтенә сыға. Планды арттырып үтәгән ѳсѳн уны маҡтап телгә ала башлайҙар. Әйткәндәй, нәҡ Хәким Мырҙабай улы беренселәрҙән булып «Коммунистик хеҙмәт алдынғыһы» исеменә, «Биш йыллыҡ алдынғыһы» билдәһенә, «В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл» миҙалына һәм башҡа бик күп бүләктәргә лайыҡ була. Ауылдаштары уны бер нисә саҡырылыш Ноҡат ауыл Советы депутаты итеп һайлай.
Тәүге йылдарҙа урмансының ҡулында балта, арҡыры бысҡы булһа, һуңғараҡ улар «Дружба», «Урал» бысҡылары менән алмаштырылды. Урманға ла машинала баралар, машинала ҡайталар. Ҡеүәтле техника менән эш тә күпкә еңелләшә.

Мѳхәмәҙиевтәрҙең оло улдары Рәмил дә атаһы кеүек урман эшендә эшләй. Ул тракторсы ла, ағас бысыусы ла, водитель дә. Ғѳмүмән, ун баланың бѳтәһе лә үҙҙәре яратҡан һѳнәргә эйә. Ҡыҙғанысҡа, бер улдары ғына фажиғәле вафат булып ҡалды. Юғары уҡыу йортон тамамлаған иң бәләкәй ҡыҙҙары Розалия әлеге ваҡытта балалар менән ѳйҙә ултыра.

Атай-әсәйҙең бер-береһен хѳрмәт итеп, татыу ғүмер итеүҙәре тормош һуҡмаҡтарында осраған бар ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Улар балаларын кескәйҙән хеҙмәт яратырға ѳйрәтә. Ғѳмүмән, ата-әсә ѳлгѳһѳндә балалар сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу кәрәклеген күңеленә һеңдерә. Алма ағасынан йыраҡ тѳшмәгән кеүек, балалары ла насар ғәҙәттәрҙән алыҫ тора. Ялға ҡайтҡан мәлдәрендә лә атай-әсәйгә мѳмкин тиклем күберәк ярҙамлашып китергә тырышалар. Күмәк саҡта эш тә ырай, күңелле лә, тиҙәр улар.
Балаларының һәр береһе тормошта үҙ юлын табып, тыуған йортто ҡалдырып китһә лә, ырыҫлы ѳйҙѳң бушап, күңелһеҙләнеп ҡалғаны булманы. Ял кѳндәрендә һәм байрамдарҙа был йорт шат балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр тауышына күмелә.
- Балаларҙы киләсәктә ниндәй итеп күргең килһә, улар шулай булырға тейеш, - ти Мѳхәмәҙиевтәр. - Бының ѳсѳн күп тә кәрәкмәй, бары уларҙы яратырға, ярҙам итергә һәм ѳлгѳ күрһәтергә кәрәк.
Н. МИҺРАНОВ,
ҡала-райондың почетлы ветераны.
ҺҮРӘТТӘ: Гѳлфинә Сәлмән ҡыҙы һәм Хәким Мырҙабай улы балалары менән (фото ғаилә архивынан).
Оставить комментарий