Республика Президенты - Белоретта

Үткән шәмбе Башҡортостан Республикаһы Президенты Рѳстәм Хәмитов Белоретта эш сәфәре менән булды. Уны муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов оҙатып йѳрѳнѳ.
Президент Тимер юл ауылындағы «Башлеспром» ағас эшкәртеү компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең яңы ағас эшкәртеү комплексында түңәрәк ағасты бысыу буйынса автоматлаштырылған линия менән танышты. Бында әлеге ваҡытта Германияла етештерелгән пилораманы сафҡа индерәләр. Немец белгестәре заман техникаһы менән эшләү нескәлектәре менән уртаҡлаша. Республика башлығы комплекста идара итеү пультын, бысҡы үткерләү бүлеген, киптереү камераһын һәм ҡалдыҡтар менән эшләгән ҡаҙанлыҡты ҡараны.
“Башлеспром” етәкселеге “Кроншпан” компанияһы менән һѳйләшеүҙәр алып барыуҙары, киләсәктә Ѳфѳ янында урынлашасаҡ предприятиены сеймал менән тәьмин итәсәктәре тураһында һѳйләне.
Рѳстәм Хәмитов предприятие менән танышҡандан һуң: “Был предприятиела күргәндәр миндә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы, республика киләсәктә лә ағас эшкәртеү ѳлкәһенә һәм шулай уҡ инфраструктураны үҫтереүгә ярҙам итәсәк”, - тине.
Артабан Рѳстәм Хәмитов “Дефицит” театр студияһында туҡталды. Театр 1987 йылда асыла. Үткән йылда театр бинаһына муниципаль бюджет иҫәбенә 11 млн. һумлыҡ реконструкция эшләнгән. Учреж-дение хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, реконструкциянан һуң эш шарттары яҡшырыуы ҡыуанысы менән уртаҡлашты.
Ҡаланың 2-се поликлиникаһы бинаһы әлеге ваҡытта 21 мең кешене хеҙмәтләндерә. Бында терапия, травматология-ортопедия һәм хирургия бүлектәре урынлашҡан. Шулай уҡ ЭКГ, процедура кабинеттары һәм клиник-диагностика лабораторияһы эшләй. Поликлиника базаһында Респуб-лика ҡан ебәреү станцияһының филиалы ла урынлашҡан.
Элек поликлиника Белорет металлургия комбинатына ҡарай ине. Бер нисә йыл элек предприятие авария хәлендәге бинаны муниципаль милеккә тапшыра. Поликлиника бинаһына капиталь ремонт ѳсѳн 28 млн. һум аҡса талап ителә. Президент проблеманы муниципалитет менән бергә комплекслы хәл итергә кәрәклеген һыҙыҡ ѳҫтѳнә алды һәм ремонт эштәренә проект-смета документтарын әҙерләргә ҡушты.
Рѳтәм Хәмитов ҡаланың тѳп тѳҙѳлѳш объекттарының береһе - 1-се мәктәптәге реконструкция барышы менән дә танышты. 1937 йылда асылған мәктәп күптән инде заман талаптарына яуап бирмәй. 2012 йылда ул реконструкциялауға ябыла. Бѳгѳнгѳ кѳндә тѳп бинаға капиталь ремонт эшләнә, ә һүтелгән мәктәп мастерскойы урынында башланғыс кластар блогы, бассейн урынлашасаҡ. Бѳтә эш күләме 160 млн. һум иҫәпләнә.
- Тѳп бинаны уҡыу йылына ѳлгѳртѳргә кәрәк, балалар яңыртылған мәктәптә парта артына ултырырға тейеш, ә тѳкѳтмәне йыл аҙағына тамамлау мотлаҡ, - тигән маҡсат ҡуйҙы Республика Президенты Рѳстәм Хәмитов.
Рѳстәм Хәмитов объекттарҙы ҡарап сыҡҡас, муниципаль район хакимиәте бинаһында ҡала-район предприятиелары, тѳрлѳ структуралар етәкселәре менән осрашты.
Осрашыуҙа “Яҡташтар” проекты буйынса иң күп тауыш йыйған, район-ҡалала билдәлелек яулаған райондаштарыбыҙ ҙа ҡатнашты.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов үткән йыл йомғаҡтары менән таныштырып сыҡҡас, 2013 йылда дауам итәсәк эштәр, пландар тураһында һѳйләп үтте.
Президент менән аралашыу бик йылы мѳнәсәбәттә барҙы. Рѳстәм Хәмитов район-ҡалала булғанбар мәсьәләләрҙе лә ентекле һорашып, үҙенә бирелгән һорауҙарға яуап ҡайтарҙы. Шул уҡ ваҡытта һәр бирелгән һорау буйынса белгестәр менән кәңәшләшеп, күпме аҡса, ваҡыт китәсәген билдәләне. Ҡайһы бер тѳҙѳлѳштәргә инвесторҙарҙы ситтән йәлеп итергә кәрәк тип белдерҙе.Бер республика бюджетының ғына бѳтә район-ҡалаларҙың ихтыяжын үтәргә кѳсѳ етмәйәсәк, тине Рѳстәм Хәмитов. Сѳнки ҡалаға яңы Мәҙәниәт һарайы, юлдарҙы тәртипкә килтереү, тамамланмаған юл тѳҙѳлѳшѳн дауам итеү, медицина хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ, завод поликлиникаһын ремонтлау, Олойылға-Туҡан юлы, газ, һыу селтәрҙәрен, электр линиялары һуҙыу һәм башҡа бик күп мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Был ҙур сығымдар талап итә, шуның ѳсѳн инвесторҙарҙы йәлеп итеү ѳсѳн бѳтә мѳмкинлектәрҙе лә файҙаланыу мотлаҡ.
- Белорет-Ѳфѳ юлы - ул йыл һайын ҡабатланып торған проблемаларҙың береһе. Быйыл да юлды ремонтлау дауам итәсәк. Елмерҙәккә күтәрелгән ергә юл яңы ысул менән һалынасаҡ. Ҡалала эш башлаған “Белсталь”, ул барыбыҙ ѳсѳн дә уңышлы проект. Тәүге осорҙа 1400 кеше эш урыны табасаҡ. Был ҡала-район ѳсѳн бик яҡшы. Белгестәрҙең урында әҙерләнеүе лә ыңғай күренеш. Артабан да белемле белгестәр талап ителәсәк. Бының ѳсѳн производство мәсьәләләре менән бергә хеҙмәткәрҙәр ѳсѳн уңайлы эш һәм йәшәү шарттары ла булдырылырға тейеш, тине Президент.
Олойылға-Туҡан проекты үҙе үк ѳс ѳлѳшкә бүленә. Беренсеһе - карьер эштәре, икенсеһе - 820 млн. талап иткән юл тѳҙѳлѳшѳ, ѳсѳнсѳһѳ - газ, электр линиялары һәм тейешле инфраструктура булдырыу.
Шулай уҡ завод поли-клиникаһының бѳгѳнгѳ торошо бик ҡыҙғаныс. Тиҙ арала уға ремонт башларға кәрәк. Медицина учреждениеһында бындай алама шарттарҙа эшләргә тейеш түгелдәр. Был поликлиниканың элекке хужаһы БМК-ның яуапһыҙлығы, үҙ эшселәре дауаланған учреждениены шундай ҡурҡыныс хәлгә тѳшѳрѳүе тураһында һѳйләй.
Осрашыуҙа Рѳстәм Хәмитов ыңғай күренештәрҙе лә билдәләп үтте. Ул - “Морат” тау саңғыһы комплексының ыңғай үҫеше. Әлегә унда ла яңы трассалар булдырыу, кешеләргә ял итеү ѳсѳн яңы комплекстар тѳҙѳү мѳмкинлектәре тураһында ла әйтеп үтте.
Ике сәғәт барған һѳйләшеү барыһында ла йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Р. МУСИНА,
С. МИНҺАЖИТДИНОВА.
Оставить комментарий