Бүреләр малға тейә

Ауыл халҡы малға ҡарап тора. Эре малын да, ваҡ малын да тотаһың. Кәзә-һарыҡ аҫрау ҙа отошло. Йәй кѳнѳ ваҡ малды ит ѳсѳн һуйып та ебәрәһең, кәзә һѳтѳнән ҡымыҙ эшләйһең.

Кѳҙ еткәйне, Уҫманғәле ауылында кәзәләр икешәрләп юғала башланы, баш-тояғы ла табылмай. 11 октябрь кѳпә-кѳндѳҙ 5 бүре ауылға тѳшѳп, кәзәне тамаҡлаған. Йәштәр урамында балалар күреп, был турала аталарына хәбәр иткәндәр. Ауыл ирҙәре тиҙ генә йыйылышып, бүреләрҙе ҡамап, береһен атып алды.
Был күренеште ҡарарға бѳтә ауыл барҙы. Бүреләр балаларын һунарға ѳйрәтәләрҙер инде, ти һунарсылар. Нисек кенә булмаһын, уҫманғәлеләр һунар-сыларға рәхмәт әйтеп таралашты.
Шәүрә НӘҒИМОВА.
Уҫманғәле.
Оставить комментарий