Ялтлап ятһын ЮЛЫБЫҘ

Ҡалабыҙҙың 250 йыллыҡ юбилейы уңайынан юл тѳҙѳү һәм ремонтлау идаралығы эшсәндәренә кѳсѳргәнешле эшләргә тура килде.
Быйыл Блюхер, К.Маркс, Точисский, Тюленин урамдарына, Яңы балалар баҡсаһы территорияһына һәм урамға асфальт түшәлде. Шулай уҡ Магнитогорск юлында 3 километр 800 метр, Татлы тирәһендә 3 километр араға асфальт һалынды. Идаралыҡ директоры урынбаҫары С.Л.Ишбулатов белдереүенсә, асфальт түшәүҙе тиҙ арала һәм сифатлы атҡарыу маҡсатында Ҡаҙыштағы асфальт-бетон заводына яңы «Lintec» ҡорамалы алынған. Быға тиклем сәғәтенә 50 тонна асфальт етештерелһә, хәҙер сәғәтенә 240 тоннаға етте.

Билдәле булыуынса, һәр эштең уңышы кешеләргә бәйле. Юл тѳҙѳү һәм ремонтлау идаралығында ла уңған, үҙ эшен яҡшы белгән эшсәндәр байтаҡ. Шуларҙың береһе - экскаватор машинисы Рәйес Рәсүл улы Арғынбаев. Бында 6 йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, коллективта абруй һәм хѳрмәт ҡаҙанып ѳлгѳргән тәжрибәле эшсе тураһында бары маҡтау һүҙҙәре генә ишеттек. Боғанаҡта йәшәгән ғаилә башлығы зарланып ултыра торғандарҙан түгел, тыуған ауылында эш булмағас, кѳн дә ҡалаға йѳрѳп эшләй. Тормош иптәше Венера Мансур ҡыҙы менән үҙҙәре кеүек уңған, тырыш 5 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер улдары йәшләй генә мәрхүм булып ҡала. Баймаҡ ҡыҙы менән Рәйес Рәсүл улы тимер юл тѳҙѳлѳшѳндә таныша һәм бына шунан бирле татыу ғүмер кисерәләр. Үҙ эшенә намыҫ менән ҡараған Рәйес Арғынбаев Почет грамоталарына һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ булған.

АШНАҠСЫҺЫҘ
НИНДӘЙ ЮЛ?
Юлдарыбыҙҙың матурланы-уында идаралыҡта эшләүсе ашнаҡсыларҙың да ѳлѳшѳ ҙур. 1994 йылдан юл тѳҙѳү һәм ремонтлау идаралығында ашнаҡсы булып эшләгән Ғәбиҙә Сәйфитдин ҡыҙы Мѳхәмәҙиева хеҙмәт һѳйѳүсәнлеге, юл тѳҙѳүселәрҙе үҙенең тәмле аштары менән һыйлауы арҡаһында етәкселек һәм коллегалары араһында ихтирам яулаған. Быға тиклем туҡланыу комбинатында эшләгән тәжрибәле ашнаҡсының эш стажы 36 йыл.

- 16 йыл тѳрлѳ шарттарҙа Баймаҡ, Учалы, Бѳрйән, Әбйәлил райондары трассаларында эшләргә тура килде, - тип һѳйләй Ғәбиҙә Сәйфитдин ҡыҙы. - Бына хәҙер 3 йыл инде үҙәк ашханала ѳлкән ашнаҡсы булып йѳрѳйѳм. Беҙҙә уңған, хеҙмәт яратҡан кешеләр генә эшләй ала. Бына минең менән 10 йыл бергә эшләгән Тәслимә Рысъян ҡыҙы Фәттәхетдинова тилбер, үҙ эшенә яуаплы ҡарай.
Кескәйҙән хеҙмәт яратып үҫкән Ғәбиҙә Сәйфитдин ҡыҙы ҡыҙҙары Гѳлфирә менән Лилиәгә лә матур тәрбиә бирә, икеһенә лә юғары белем алырға ярҙам итә. Гѳлфирә эске эштәр идаралығында, Лилиә стоматологияла балалар табибы булып эшләй.

Оҙаҡ йылдар намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте ѳсѳн Ғәбиҙә Сәйфитдин ҡыҙы Почет грамоталары һәм бүләктәргә лайыҡ булған. «Хеҙмәт ветераны» тигән маҡтаулы исемде ғорурлыҡ менән йѳрѳткән уңған ашнаҡсыға киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын.
Бѳтә юл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен һѳнәри байрамдары менән ҡотлап, юлдарының һәр саҡ тигеҙ һәм уң булыуын теләйбеҙ.
З. СѲЛӘЙМӘНОВА.
Оставить комментарий