Тағы ла пенсия реформаһы кѳтѳлә

РФ Президентының 597-се (7 май, 2012 йыл) Указына ярашлы, Рәсәйҙә пенсия системаһын оҙайлы үҫтереү стратегияһы эшләнде. Уны РФ Хеҙмәт министрлығы РФ Пенсия фонды менән берлектә әҙерләгән.

Проект положениеһы киң мәғлүмәт сараларында, социаль-хеҙмәт мѳнәсәбәттәрен кѳйләү буйынса Рәсәй ѳс яҡлы комиссия ултырыштарында, Дәүләт Думаһында, Федераль Йыйылыштың федерация Советында, Рәсәй сәнәғәт һәм эшҡыуарҙар союзында тикшерелде. Стратегия тексы Рәсәй Хеҙмәт министрлығы сайтында баҫылды (www.rosmintrud.ru).

Яңыраҡ Рәсәй Пенсия фонды идаралыҡтарында Пенсия фонды үҫеш стратегияһына арналған видео-конференция үтте. Журналистар һорауына Рәсәй Пенсия фонды рәйесе Антон Дроздов яуап бирҙе.
Проект ѳҫтѳндә эшләүселәр тармаҡта хәл ителмәгән мәсьәләләр күп тип белдерә. Бѳгѳн хеҙмәт пенсияһы күләмен социаль яҡтан ҡулай кимәлдә тотоу ѳсѳн страховка сығанаҡтарының етерлек булмауы, страховка иғәнәләрен түләүселәр һаны кәмеүе һәм пенсия йәшендәгеләрҙең артыуы, финанс институттарының үҫешмәүе кеүек мәсьәләләр киҫкен тора.

Реформа ваҡытында эш биреүсенең күпме страховка иғәнәһе күсереүе, кешенең хеҙмәт стажы һәм хаҡлы ялға сыҡҡандағы йәше иҫәпкә алынасаҡ. Стажың ни тиклем ҙурыраҡ - пенсияң да шунса мулыраҡ буласаҡ, ти проектты әҙерләүселәр. Мәҫәлән, 20-25 йәштә эш башлаған ҡыҙ һәм егеттәр 60-65 йәштәрҙә 40 йыллыҡ хеҙмәт стажын туплап ѳлгѳрә. Иң бәләкәй пенсия пенсионерҙың йәшәү минимумынан кәм булмаҫҡа тейеш. Яңы пенсия системаһы ѳс кимәлдәге моделдән торасаҡ: беренсе кимәл - страховка иғәнәләре иҫәбенә барлыҡҡа килгән хеҙмәт пенсияһы, 40 йыл хеҙмәт стажы булғанда пенсия күләме уртаса эш хаҡының 40 процентын тәшкил итәсәк; икенсе кимәл - корпоратив пенсия - эш биреүсе менән шәхси хеҙмәт йәки коллектив килешеү нигеҙендә барлыҡҡа килгән пенсия; ѳсѳнсѳ кимәл - хеҙмәткәр тарафынан ирекле рәүештә булдырыла.

Стратегияның тѳп йүнәлештәре тариф-бюджет сәйәсәтен камиллаштырыуҙы, ваҡытынан алда пенсия түләү институтын үҙгәртеп ҡороуҙы ла күҙ уңында тота.Ҡайһы бер эш биреүселәр һаулыҡ ѳсѳн зарарлы һәм хәүефле хеҙмәт урындарын ҡыҫҡартырға ашыҡмай, сѳнки хеҙмәткәрҙәр Пенсия фонды бюджетының дѳйѳм килеме иҫәбенән ташламалы пенсия ала. Хаҡлы ялға ваҡытынан алда китеүселәр араһында ауыр хеҙмәт һѳҙѳмтәһендә сәләмәтлегенә бер ниндәй ҙә зыян килтермәгән, әммә һѳнәрҙәре 1-се, 2-се исемлеккә индерелгән кешеләр күп. Әлеге ваҡытта пенсияға ваҡытынан алда сыҡҡан һәм шул уҡ ваҡытта эшләп йѳрѳгән 2,4 миллион кеше иҫәпләнә.

Яңы системаға күсеү осоронда хеҙмәт пенсияһын иҫәпләү норматив стаждан сығып билдәләнәсәк. Хаҡлы ялға сығырға ваҡыт етеп тә эшләргә теләк белдереүсе һәм пенсия тәғәйенләүҙе кисектереүсе граждандарҙы дәртләндереү, ҡыҙыҡһындырыу саралары ла тәҡдим ителеүе мѳмкин. Хеҙмәткә түләүҙәр кимәленән сығып, эшләүсе пенсионерҙарға пенсия түләү буйынса механизм булдырыласаҡ.
Стратегия пенсия йәшен арттырыуҙы күҙ уңында тотмай, ә уны тормошҡа ашырыуҙың тѳп йүнәлештәре - тариф-бюджет сәйәсәтен камиллаштырыу, страховка иғәнәләрен мотлаҡ түләттереү, эш биреүселәрҙең бѳтә категорияларына ла ҡағылышлы ҡабул итерлек кимәлдә страховка иғәнәләренә берҙәм тариф булдырыу.
Әлеге ваҡытта ҡартлыҡ буйынса пенсияның уртаса күләме 9,7 мең һум тәшкил итә.
Р. МУСИНА.
Оставить комментарий