Пенсия йәшенә етербеҙме, әллә алдан китербеҙме?

2012 йылдың 1 июленә пенсия күләме уртаса 8610,5 һум тәшкил итте.

Һуңғы мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, бөгөн төбәктә 1,075 миллиондан артыҡ пенсионер йәшәй, шуларҙың 308 меңдән артығы эшләй. Хаҡлы ялға сығыусыларҙың 980,7 меңе хеҙмәт пенсияһы ала, уның уртаса күләме - 8849,3 һум. 94,4 мең кеше дәүләт пенсияһы ала, шуларҙың 90,4-е социаль пенсияға эйә. Ундайҙар өсөн пенсияның уртаса күләме 6130,1 һәм 5952,4 һум тәшкил итә.

РФ Хөкүмәте пенсияға сығыу йәшен оҙайтыу идеяһынан баш тартты. РФ хеҙмәт министрлығы иһә, быға алмашҡа хеҙмәт стажын 40-45 йылға тиклем оҙайтырға һәм ваҡытынан алда хаҡлы ялға ебәреүҙән баш тартыу мөмкинлеге тураһында үҙ фекерен белдерә. Түбәндәге таблица үҫешкән илдәрҙә ирҙәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо 70, ҡатын-ҡыҙҙың - 80-дән артыҡ икәнлеген күрһәтә. Әгәр Рәсәйҙә ирҙәргә пенсия йәше планкаһын 65-кә оҙайтҡанда, ирҙәр уны күпме генә алып өлгөрәсәк һуң?
Оставить комментарий