Эшҡыуарлыҡ дилбегәһе ҡулдан ысҡынырмы...

Ҡасандыр ҡайһы бер ойошма-предприятиелар ябылып, колхоз-совхоздар тарҡалғас, эшһеҙ ҡалғандарҙың иртәгәһе көнгә ышанысы кәмеп, дәрте һүнеп ҡалғандай булғайны. Тормошобоҙға эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ проблемалары килеп инеү менән кемдер ауырлыҡтан сығыу юлын эҙләне, икенсе береһе тормош һынауына бирешеп, юғалып ҡалды. Ә хәленән килгәндәре, булдыра алғандайҙары иһә бизнес өлкәһендә үҙ бәхетен һынап ҡарарға йөрьәт итте. Ауылдарҙа таҡта ярыу, икмәк бешереү цехтары һәм төрлө көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса эшҡыуарҙар барлыҡҡа килеп, һүнеп барған тормошҡа йәм инеп ҡалғандай булды. Шул ваҡыттан алып, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһына ярашлы, шәхси эшҡыуар тигән термин ҡулланылышҡа инде.

Үҙ эшен башлағандарҙың ҡайһы берҙәре сослоғо, тырышлығы менән килем алыуға ирешеп, башҡаларға ла аҡса эшләү мөмкинлеге бирһә, икенсе берәүҙәре әллә ни уңышҡа ирешә алмаһа ла, бөтөнләй эшһеҙ, бер тин аҡсаһыҙ урамда тороп ҡалмаҫ өсөн генә эшҡыуарлыҡ йөгөн тартырға мәжбүр булды. Нәҡ бына шул ваҡытта, үҙ граждандарының социаль хәлен яҡшыртыу, уның матур киләсәге өсөн дәүләттең, йәмғиәттең һәм бизнестың бер ҡарарға килеп, үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алыуы талап ителде лә инде. Ошо йәһәттән илебеҙҙә бизнесты үҫтереү, эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү, был өлкәләге административ барьерҙарҙы бөтөрөү буйынса тѳрлѳ алымдар ҡулланылып, саралар үткәрелә башланы. Әленән-әле Хөкүмәт программалары ҡабул ителә, семинарҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторола, эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиллек булдырыла. Шул сәбәптәнмелер, бизнесмендарҙың бөгөн ниндәйе генә юҡ. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә тѳрлѳ тармаҡта эшләгән яҡынса 15 миллион шәхси эшҡыуар бар тип иҫәпләнә.

Бѳгѳн бѳтә ерҙә лә барған үҙгәрештәр еле был ѳлкәне лә ситләп үтмәне. Үҙ кѳнѳн үҙ тырышлығы менән күрергә теләүселәрҙең юлында ла кәртәләр үҫеп сыҡты. Пенсия һәм Мотлаҡ медицина страховкалау фонды иғәнәләренең ҡапыл үҫеүе бәләкәй эшҡыуарлыҡтың меңәрләгән вәкилен һайлау алдына килтереп терәне. Килемдән алынған һалымға хаҡтарҙың бер туҡтауһыҙ үҫеүе лә эшҡыуарҙарҙың дәртен бѳтѳрә, кеҫәһенә һуға, сѳнки эшҡыуар тип ҙурҙан ҡуптарып әйтһәк тә, күптәрҙең килеме һалым, взностар ҡаплауҙан һәм арендаға түләүҙән артмауы, ә үҙ кеҫәләрендә сәй-шәкәрлек кенә ҡалыуы ла билдәле. Бындай боролош күптәрҙе “күләгәле” бизнесҡа китергә, йә иһә бѳтѳнләй бизнесын һатырға мәжбүр итте. Был мәсьәлә буйынса һүҙ ҡуйыртһаң, шуныһы ғәжәпкә ҡалдыра, ҡайһы бер эшҡыуарҙар үҙ эшен рәсми теркәүҙән алып, күләгәлә эшләй башлаһа, дәүләткә ниндәй файҙа була һуң?
15 йыл Үҙәк баҙарҙа кейем-һалым һатыусы Альбина.

- Һалым, взностар артыуы артабан да эшләүгә юлды яба. Мин ҙур килемле эре эшҡыуар түгел. Башҡаса эш булмағандан, сараһыҙҙың кѳнѳнән баҙарҙа торам. Түләүҙәр артыуы кѳрсѳккә килтереп терәй. Аренда ѳсѳн, файҙаланған коммуналь хеҙмәттәр ѳсѳн генә лә 12 меңдән ашыу түләйем. Ә бит бынан тыш үҙемдең ипотека, фатир ѳсѳн түләүҙәр бар, баланы уҡытырға, ашатырға кәрәк. Күптәр эшен ташланы, бутиктарҙың күбеһе буш тора. Яҡын танышымдың үҙ бѳҙрәханаһы бар ине. Ул да эшен япты, сѳнки килем сығымды ҡапламай. Хәҙер ул клиенттарын ѳйѳндә ҡабул итә. Тѳрлѳ түләүҙәр булмағас, күрһәткән хеҙмәте ѳсѳн осһоҙораҡ та ала, шуға күрә уға килергә теләүселәр һаны тағы ла күбәйә тѳштѳ.
Сәкинә Мәғәфүрова, КФХ. Шығай ауылы.

- Һалымдың ҙур, взностарҙың артыуы сәбәпле, үҙ эшебеҙҙе яптыҡ. Һѳт, ҡаймаҡ һатып ҡына ул тиклем түләп булмаясаҡ. Улай булһа, эшләгәнебеҙ үҙебеҙгә лә ҡалмаясаҡ. Сығымдар үҙен аҡламай. Быйыл, етмәгәс, бесәнде лә ѳҫтәп һатып алырға тура килде, яғыулыҡҡа кѳндән-кѳн хаҡ арта. Шәхси эшҡыуар булыу ѳсѳн кеҫәнән аҡса сығарып, әллә күпме йүгерергә, документтар йыйырға тура килгәйне, эште япҡанда ла түләмәйенсә булманы. Хәҙер һѳт ризыҡтарын да таныш-тоноштарға ғына һатырбыҙ, йә башҡа кеше аша һаттырырбыҙ инде.

Э.Мѳхәмәҙиева.
Оставить комментарий