Ил тѳкѳрһә - күл булыр

Ғәбдѳктә һыу ташыуҙан зыян күреүселәргә ярҙам ҡулы һуҙырға ашығыусылар күп булды. Аллаға шѳкѳр, халҡыбыҙ үҙенең матур күңел донъяһын һаҡлап алып ҡалған, берҙәмлек, татыулыҡ, ҡан-ҡәрҙәшлек рухы кѳслѳ.

“Урал” гәзитендә ташҡын килтергән ҡаза тураһында тәүге мәҡәлә сыҡҡандың иртәгәһенә үк редакцияға хеҙмәт ветераны, күп йылдар күренекле урындарҙа эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Әҡсән Шафиҡ улы Ялалетдинов килеп етте. Эшҡыуарҙар Гүзәл һәм Наиль Шәйәхмәтовтар 600 һум, 21-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Баныу Астанова 500 һум аҡса, бәләкәс балаларға ѳр-яңы кейемдәр, Шығайҙан Рәмилә һәм Зинаф Әбүталиповтар -300 һум, хәйриәлек менән күп йылдар шѳғѳлләнгән пенсионер Хаммат Хәлитов - 1000 һум, уның ҡорҙашы, пенсионер Ғәйфулла Әғлиуллин - 1000 һум, Сермәндән Хәкимйән Хәйретдинов - 500, Хәснә һәм Закир Сәмсетдиновтар, Эльвира һәм Рәмил Таиповтар - 500, Рәис Хәлилов - 500, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зәлифә Әғләмова - 1000 һум, Шығайҙан ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Зилә Хажина, Шайморат Сѳнәғәтов, Мәрйәмә Хажина, Сәмсениса Мырҙабаева, Шығай мәктәбе уҡытыусылары Юлиә Сәйфуллина, Зилә Сәйфуллина, Мәүсилә Эниева, Әлизә Сѳнәғәтовалар бѳтәһе бергә 1050 һум аҡсалата ярҙам күрһәтте. Аҙнағолдан эшҡыуар Вәсилә Сибәғәтова “Урал” гәзите иғлан иткән һәр бер хәйриә акцияһына ихлас ҡушыла. Был юлы ла Вәсилә Мансур ҡыҙы ѳр-яңы ҡатын-ҡыҙҙар курткалары, салбарҙар, юбкалар, башҡа ѳҫ кейемдәре килтерҙе. Шулай уҡ Мәнзүрә Горбачева ла бәләгә тарыусыларҙы ярҙамынан ҡалдырмай, ѳй кәрәк-ярағы, әйберҙәр алып килә. Айыс ауылынан Рәил Динисламов, Ноҡаттан Вил Солтанов бәрәсле һарыҡ бирә, Шығайҙан Фирҙәүес Ғәлекәева, Сәғирә Шәрәфетдиновалар, Баҡыйҙан Таңһылыу Баҡыева, “Урал” редакцияһы хеҙмәткәрҙәре лә әйберләтә ярҙам күрһәтте. Бынан тыш улар бәләгә тарыусыларҙы ярты йылға гәзиткә лә яҙҙы.
“Урал” гәзите ойошторған акцияға ҡушылыусыларҙың ҡайһы берҙәренең исем-шәрифтәре тѳшѳп ҡалыуы мѳмкин, әммә аҡсалата ярҙам күрһәтеүселәр теүәл индерелде һәм тейешле ярҙам - 7150 һум аҡса асылған иҫәпкә күсерелде. Һәр берегеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, бәлә-ҡазаның алыҫ йѳрѳүен теләйбеҙ һәм ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
З. Абзалова.
Оставить комментарий