Ғүмер бер генә...

Һуңғы йылдарҙа үҙенә ҡул һалған балалар һәм үҫмерҙәр һаны артыуы күҙәтелә. Зеленоград ҡалаһында 16 йәшлек ҡыҙ күп ҡатлы йорттан ырғый. Абаканда 13 йәшлек уҡыусы ѳйѳндә аҫылынған килеш табыла. Удмурт Республикаһы ауылдарының береһендә 14 йәшлек үҫмер насар уҡыған ѳсѳн ѳләсәһенән шелтә ала һәм һарайҙа аҫылына. Татарстанда 16 йәшлек үҫмер, мин үлһәм, башҡаларға еңел булыр, тигән ниәт менән башын элмәккә тыға. Северодвинскиҙа 17 йәшлек ҡыҙ дарыу эсеп ағыулана. Ставрополдә 9 йәшлек малай яҡты донъя менән хушлаша...

Был исемлекте әллә күпме дауам итергә булыр ине. Ни ѳсѳн балалар, үҫмерҙәр ошо ҡот осҡос аҙымға бара һуң?
Суицид - кешелектең ғүмерлек проблемаларының береһе, сәбәптәре лә тѳрлѳ быуатта тѳрлѳсә. XIX быуатта тапалған намыҫ ѳсѳн яҡты донъя менән хушлашһалар, хәҙерге ваҡытта иһә башҡа ҡиммәттәр, ҡайғылар һәм мәсьәләләр...
Рәсәй статистика мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы 10 йылда үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар 1,8 тапҡырға артҡан. Суицид йәштәр араһында күҙәтелә. 10-14 йәшлек үҫмерҙәрҙең 18,5 проценты, 15-17 йәшлектәрҙең 81,5 проценты ошо аҙымға бара. Ҡыҙҙар араһында - 15-17 (36,1%), үҫмер егеттәр 17-18 (40%) йәштә яҡты донъя менән хушлашыу аҙымын яһай. Үлергә теләгәндәрҙең һәр ѳсѳнсѳһѳ - тулы булмаған, шуларҙың 50 процентҡа тиклем имен булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнә.
Һуңғы йылдарҙа ғаиләлә бер йәки икеһе лә эшләмәгән ата-әсә ҡулында тәрбиәләнгән үҫмерҙәрҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы күҙәтелә.

Рәсәй Генераль прокуратураһы тикшереүҙәренән сығып, енәйәти эш материалдарын анализлап, шуны әйтергә була: бәлиғ булмаған үҫмерҙәрҙең яҡты донъя менән хушлашыуының 62 проценты ғаилә мѳнәсәбәттәренең ҡатмарлы булыуы, имен йәшәмәүҙән килә. Ололар тарафынан баҫым, уҡытыусылар, тиҫтерҙәре, класташтары менән аңлашылмаусанлыҡ та оло этәргес. Йәштәр ата-әсәһенең, педагогтарының үҙ мәсьәләләренә иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында, яңғыҙлыҡтан, бер кемгә лә кәрәкмәү тойғоһонан, йәшәү мәғәнәһе ҡалмауҙан ҡурҡыныс аҙымға бара. Ауыр тормош юлында ҡалған үҫмерҙәргә ваҡытында күрһәтелгән психологик ярҙам ошо афәттән ҡотҡара ала.
Психолог Е. Вроно билдәлә-үенсә, суицид яһаусы үҫмерҙәрҙең 70 проценты донъя менән хушлашырға теләүҙең тѳп сәбәбен мәктәптә килеп тыуған конфликттарҙы күрһәтә. Ә ысынында иһә, был ғаиләнең имен булмауынан килә. Матди яҡтан тәьмин ителгән, тыштан ҡарағанда ѳлгѳлѳ ғаиләлә мѳнәсәбәт ҡатмарлы булыуы күҙәтелә. Мәктәптәге хәл “һуңғы тамсы” булып ҡала, сѳнки үҫмер күп ваҡытын унда үткәрә.
Үҫмерҙәр күберәк кумирын юғалтыу сәбәпле, сектаға эләгеп, ата-әсәһе, тиҫтерҙәре араһындағы мѳнәсәбәт, яуапһыҙ мѳхәббәт, наркотик ҡулланыу, алкоголизм, психик яҡтан бѳгѳлѳп тѳшѳүҙән үҙ-үҙенә ҡул һала. Ҡайһылары “тамаша” ѳсѳн, ҡурҡытыу ѳсѳн генә донъя менән хушлашырға теләй, тик ул үлем менән тамамлана.
Психолог Л.В. Ким балалар суицидының тағы бер сәбәбен билдәләй - уңыш прессингы. Илебеҙҙә юғары белем алыу абруйлы һанала. Һәр ата-әсә балаһының юғары белем алып, тормошта үҙ урынын табыуын теләй һәм бының ѳсѳн бѳтәһен дә эшләй, ә күтәрә алмаҫлыҡ йѳк бала елкәһенә тѳшә.

Шулай уҡ Интернет та үҫмерҙәргә кире йоғонто яһай. Унда бѳтә мәғлүмәт тә бар. Тѳрлѳ кешеләр менән аралашыу, һатып алыу, һатыу, кейәү-кәләш табыу, хатта үҙ-үҙенде үлтереү буйынса ла сайттар эшләй. Алдыҡ юл менән кешене үлергә ѳндәйҙәр.

Тик имен булмаған ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар ғына суидцидҡа бара, тип әйтергә ашығырға ярамай. Киреһенсә лә була. Был аҙымға барыусылар араһында урта һәм юғары ҡатлам ғаиләлә тәрбиәләнеүсе балалар ҙа бар. Улар аҡыллы, нескә күңелле, хисле, эмоциональ. Ә ауыр шарттарҙа үҫкән бала тормошҡа нығыраҡ яраҡлаша.
Бала психикаһы шул тиклем нескә, ата-әсәһе менән бәхәсләшеүҙе лә, мәктәптәге аңлашылмаусанлыҡты ла күтәрә алмауы ихтимал.

Суицидҡа бирешеүсән балалар яҡындарын, таныштарын алдан иҫкәртә, ярҙам һорай. Бала үлем тураһында йыш һѳйләй, кәйефе тиҙ үҙгәреүсән, эштәрен тәртипкә килтерә, тиҙ ҡыҙыусан, бер кемде лә тыңларға теләмәй, сәбәпһеҙ илай, кейемдәрен тарата, ашауы насарая, йоҡоһоҙлоҡ менән йонсой, яратҡан шѳғѳлѳнә ҡыҙыҡһыныуы юғала, насар уҡый, яңғыҙлыҡты ярата башлай. Бындай саҡта тиҙ арала сара күрергә кәрәк. Бигерәк тә, тәртибендәге үҙгәрешкә иғтибар итегеҙ. Тынысланыр ҙа үтеп китер тип кѳтѳп ултырмағыҙ.
Үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙар яҙ айында күҙәтелә. Тәбиғәт йәшеллеккә, сәскәгә күмелһә лә, уға контраст булып донъя менән хушлашыусылар арта. Америка яҙыусыһы Томас Эллиот яҙыуынса, “Апрель - иң ҡаты ай”, суицид кимәле 120 процентҡа етә. Суицидтар Раштыуа байрамдарында йышая. Ғаилә тарҡала, үлем, яңғыҙлыҡ, социаль, иҡтисади мәшәҡәттәренән, уңышһыҙлыҡтарынан һуң, кеше, “бәхетле миҙгел” килер, тип ѳмѳт итә. Яңы йылда кѳткән бәхете аҡланмай...
Үҙ-үҙенә ҡул һалырға тырышыусыларҙы иҫкәртеп, туҡтатып була. Улар ҡурҡыныс аҙым эшләр алдынан ниндәйҙер формала үҙенә иғтибар иттерәсәк. Ваҡытында сара күрелһә, бәхетһеҙлектең юлын ҡыйып була.

Суицид тикшереүҙәренең Швед үҙәге докладында, 14-18 йәштәгеләр араһындағы суицидҡа барыусылар буйынса Рәсәй 1-се урында тора, йәғни йыл һайын 2500 бәлиғ булмаған донъя менән хушлаша. Икенсе урында Америка, унда 1800 бала.
Үҫмерҙәр араһында суицидтың күбәйеүе уйланырға мәжбүр итә. Мәҫәлән, 2011 йылда 100 мең балаға 2,7 процент суицид осрағы тура килә.
Белорет районы һәм ҡалаһында 2008 йылда 279 кеше үҙ-үҙенә ҡул һалып маташҡан һәм 86-һы һәләк булған. 2009 йылдың 9 айында - 222 кеше үҙ-үҙенә ҡул һалған һәм 84 кеше һәләк булған.Суицид мәлендә 41 кеше эскән булған, уларҙың 79 проценты эшһеҙҙәр.
2011 йылда район-ҡала 76 кеше үҙ-үҙенә ҡул һалған, шул иҫәптән 11-е ҡаланан, ә ҡалғандары ауылдарҙан.

Г. Кәбирова,
лицей-интернаттың педагог-психологы.
Оставить комментарий