Кѳсһѳҙ алкоголдең кѳсѳ нимәлә?

Һуңғы йылдарҙа ҡулына төҫлө сағыу банкалар тотҡан йәштәрҙе, хатта балаларҙы урамда йыш осратабыҙ. Үкенескә күрә, улар ҡулында лимонад та, һут та, хатта һыра ла түгел. Матурлап биҙәлгән тимер һауыттың эсендә - әҙ күләмдәге алкоголле энергетик эсемлек. Был үҙенсәлекле эсемлек составына кѳстѳ арттырыусы, тонусты күтәреүсе матдәләр йә иһә кофеин, алкоголь һәм төрлө тәм биреүсе ҡатнашмалар инә. Беҙҙә “дәртләндереүсе” эсемлектәр һәр магазинда тиерлек һатылһа ла, Европала хәл бөтөнләй башҡаса. Мәҫәлән Данияла, Францияла, Норвегияла бындай эсемлектәрҙе бары тик дарыуханаларҙан ғына табырға була. Энерготониктарҙы иң кәрәкле ваҡытта ғына файҙаланыу, уның менән дарыуҙар ҡулланғандағы кеүек һаҡ булыуҙы яҡшы аңлайҙар унда. Шуға күрә халыҡты был мәкерле сирҙән һаҡлауҙың иң хәүефһеҙ юлы - уны һатыуҙы сикләү, тип баралар. Беҙҙә, сит илдәрҙә иң алама тип һаналған ғәҙәткә күптәрҙең битараф ҡалыуы күңелһеҙ эҙемтәләргә килтерә. Ҡайһы бер йәштәр урамға, клубтарға, хатта спорт залдарына ла ошондай банка тотоп барыуҙы модаға индереп алды.

Тәү ҡарамаҡҡа тәмле һәм зыянһыҙ күренгән эсемлектең ғилләһе нимәлә һуң? Баҡтиһәң, был эсемлек баштан уҡ йәш быуын өсөн атап сығарыла икән. Был хаҡта һауыттың сағыу биҙәлеше, тәме, хатта көнө-төнө зәңгәр экрандарҙан күрһәтелгән рекламалар ҙа асыҡ әйтеп тора. Бындай коктейлдәрҙең араҡыныҡы кеүек ҡоҫҡо килтергән һаҡлау рефлексы ла, һыраныҡы кеүек тәмһеҙ тәме лә булмай. Ә инде һаҡлау рефлексы эшләмәһен өсөн эсемлектәге этил спирты төрлө сит тәмдәр менән буташтырыла һәм углекислый газ ѳҫтәлә .

Алма, лимон, грейпфрут тәме, газ ҡушыу - былар барыһы ла алкоголдең тәмен үҙгәртә һәм йәшерә. Ошонан сығып, йәштәрҙә был эсемлек, ябай газлы һыуҙан артыҡ бер нимәһе менән дә айырылмай, тигән яңылыш фекер тыуҙыра. Яйлап ҡына улар был коктейлде һыуһын ҡандырыусы башҡа эсемлек урынына файҙалана башлай. Бындай коктейлдәрҙә алкоголь күләме 5-тән 12 процентҡа тиклем барып етә. Икенсе төрлө әйткәндә, йәштәрҙең яратып эскән Джин-тонигы 0,70 л һыраға, йә иһә 50-80 грамм араҡыға тиң була. Ҡайһы ваҡыттарҙа йәштәрҙең бер эскәндә 4-5 банканы бушатыуын һәм быны көн һайын да ҡабатлап тороуын иҫәпкә алһаң, уйлы кешене уйға һалырлыҡ хәл был. Бына шулай итеп, йәш кешелә алкоголгә ҡарата башта психик, тора-бара физик бәйлелек барлыҡҡа килә лә инде.

Үкенескә күрә, коктейлдәге алкоголь берҙән-бер генә зарарлы фактор түгел. Һатыуҙа бындай тауар күбәйеү менән гастроэнтерология бүлегенә мөрәжәғәт итеүсе йәштәр һаны бермә-бер артҡан. Бының сәбәбе - ашҡаҙан аҫты биҙе ауырыуы, йәғни панкреатит башланыуы. Был сир тәм биреүсе химик ҡатнашмалар нигеҙендә барлыҡҡа килә лә инде. Бынан бөйөр менән бауыр ҙа зыян күрмәй ҡалмай. Энергетик коктейлдәрҙең тағы бер мәкерле яғы - составында кофеин булыуы. Бер банка коктейлдә бер сынаяҡ ҡаты итеп яһалған кофела булған кофеин бар. Бер сәғәттә ике-өс банка коктейль эсеү йөрәккә артыҡ көс төшөрәсәк.
Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, әҙ генә ваҡытҡа үҙен кѳслѳ, дәртле итеп тойоу ѳсѳн һаулығына, ғүмеренә күпме зыян килтереүен онотмаһын ине ялған хистәр аҫтында күңелле йәшәргә теләүселәр.

Э. Мѳхәмәҙиева.
Оставить комментарий