Эскесе алкоголиктан нисек айырыла

Эскесенең алкоголикка әүерелеүен нисек белергә. Эскесе байрамдарҙа, ял көндәрендә йәки әҙләп кенә көн һайын эсергә ярата. Был этапта ул эскене үҙе ташлай ала әле. Дөрөҫөрәге, уға шулай тойола. Табипҡа тик 10% эскесе генә мөрәжәғәт итә. Шуныһы ғәжәп: бындайҙарҙы дауалауы ауырыраҡ. Урталыҡта тарбанлағандарға ҡарағанда, иң төптән сығарыуы еңелерәк, тип иҫәпләй табиптар. Сөнки ундайҙар, теләһәм, үҙем ташлай алам, тип уйлай һәм табиптарҙың кәңәшен һанға һуҡмай.

Икенсе типаж - проблемалы эскесе. Ул уңышһыҙлыҡтарын алкоголь менән баҫа. Әммә бөтә проблемаһы - ни бары артабанғы рюмкаға һылтау ғына. Алкоголь менән бәйле төп проблемалар - аҡса етмәү, эскән саҡта агрессивлыҡ, ғаиләлә талаш һәм эшкә сыҡмау барлыҡҡа килһә, һағайырға сәбәп.
Әгәр кеше «запойға» китә икән, тимәк, ул - алкоголик. Беренсе «запойҙан» һуң мотлаҡ икенсеһе лә буласаҡ. Уны яҡларға ярамай. Йыш ҡына туғандары: «Уға бит ҡыйын, шуға эсте, бер аҙнанан запойҙан сыҡҡас, 3 ай эсмәй йөрөй ала ул», - тип яҡлаған була. Яҡындарына эскесенән алкоголикка әүерелеп килгән мәлде тотоп алыу мөһим.

Бәйләнгәнлектең формалашыуының беренсе сигналы - иҫ юғалтҡансы эсеү. Нисек ҡайтып еткәнен һәм башҡаны хәтерләмәй икән, был инде ҙур сигнал булырға тейеш. Икенсе сигнал - кешене иҫерткән эсемлектең миҡдарының артыуы. Саманан тыш артмауы ла ихтимал. Алкоголизмдың өсөнсө билдәһе - психологик бәйләнгәнлек. Бындайҙарҙы эсеү ситуацияһында үҙенең тотошонан белеп була. Эсергә әҙерләнгәндә улар сыпрандай, йә нимә һаман торабыҙ, өҫтәлдә әҙер бит инде, эсә һалайыҡ, тип түҙмәй, ашыға, ҡабалана.
Алкоголизмға иң мөһим тест. Иртәнсәк эскесе һыуһынын һыу, һут йәки рассол менән ҡандыра, ә алкоголик баш төҙәтә. Был стадияла инде деградация бара. Ә ул мейенең кибеүе менән аңлатыла.
Туғандарының бурысы - алкоголикты наркологка барырға өгөтләү. Үҙҙәре өгөтләй алмаһа, психологтар ярҙам итер.

Н. ВӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.
Оставить комментарий