Береш йылғаһын кем бысрата?

Башҡортостан Республикаһы тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры И.Р. Һаҙыев исеменә Берештамаҡ ауылынан түбәндәге йѳкмәткеле хат килә:
“Хѳрмәтле Илдар Рим улы!

Беҙ, Белорет районының Берештамаҡ ауылы халҡы, Һеҙгә мѳрәжәғәт итергә мәжбүрбеҙ, сѳнки урындағы етәкселәргә мѳрәжәғәт итеү һѳҙѳмтә бирмәне.
Хәл айышы түбәндәгесә: урындағы тулы булмаған мәктәп хужалыҡ һәм коммуналь ҡалдыҡтарын һыу соҡорона (выгребная яма) йыя һәм тулһа, Береш йылғаһына түгә. Был йылға мәктәп эргәһенән аға. Йылға ауыл халҡы ѳсѳн бик мѳһим: беҙ унан эсәр һыу алабыҙ, унһыҙ тормош юҡ, тип иҫәпләргә мѳмкин. Ниңә махсус машина менән полигонға сығармайһығыҙ, тигән иҫкәртеүгә директор бик тупаҫ яуап бирә һәм беҙҙең балаларҙың мәктәптә уҡыуына ишара яһай. Тәбиғәткә һәм экологияға кире мѳнәсәбәт булған саҡта ниндәй тәрбиә тураһында һүҙ барһын.
Мәктәп етәксеһе бындай эшмәкәрлеге ѳсѳн енәйәт яуаплылығына тарттырылырға тейеш тип иҫәпләйбеҙ, сѳнки директор менән завхоз ауыл халҡы һаулығына ҙур зыян килтерә: беҙ ҡулланған һыу таҙа булырға тейеш, ә улар аңлы рәүештә ағыулай.
Билдәле сәбәптәр менән исемемде әйтмәйем, сѳнки балаларым был мәктәптә уҡый.
P.S. Документтары ипле булһын ѳсѳн Инйәр торлаҡ-коммуналь хужалығынан ялған справка алалар.
Һеҙҙең ярҙамға ҙур ѳмѳт менән Берештамаҡ ауылы халҡы”.

Аноним хат булһа ла, күтәрелгән мәсьәләнең мѳһимлеген иҫәпкә алып, был хат буйынса БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет территориаль комитеты хеҙмәткәрҙәре 2013 йылдың декабрендә Берештамаҡ ауылына рейдҡа сыҡты. Рейдта “Урал” гәзите хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты.
Беҙ барған саҡта кѳн һыуыҡ ине. Матур тәбиғәт ҡосағына һыйынған Берештамаҡ ауылы һәр миҙгелдә лә матур. Тау башында ауылға тағы ла йәм ѳҫтәп ултырған мәктәптә урындағы халыҡҡа, тәбиғәткә зыян ҡылырлыҡ эштәр алып барылыуына ышанғы ла килмәй. Әммә хат бик мѳһим мәсьәләне күтәрә, шуға ла урынға сығып тикшереү урынлы.
Берештамаҡ мәктәбе директоры Венер Вәхит улы Сибәғәтуллин хат менән танышып сыҡҡандан һуң: “Был мәсьәлә буйынса миңә береһе лә мѳрәжәғәт итмәне. Улар килеп йѳрѳһә, кем яҙғанын белер инем. Күрәләтә һыу бысратып ятырға яуыз түгелбеҙ бит. Һыу тулыуына ҡарап, машина алып китеп тора. Беҙҙә хужалыҡ-торлаҡ ағынтылары әллә ни күп тә йыйылмай, сѳнки мәктәптә бары 41 бала белем ала, ә ҡалған 21 уҡыусы Береш филиалында уҡый”, - тине.
Инспекторҙар тәүҙә мәктәптең ошоға бәйле тейешле документтары менән танышты. Мәктәптең канализацияһы, һыу соҡорон, территорияһын ҡарағандан һуң ошондай һығымта яһаны:

“Берештамаҡ мәктәбенең хужалыҡ-торлаҡ һыуын ваҡытлыса йыйыу ѳсѳн мәктәп территорияһында һыу соҡоро бар, унда йыйылған ағынтыларҙы сығарып тороу ѳсѳн Инйәр торлаҡ-коммуналь хужалығы менән 2013 йылдың 31 ғинуарында 13/А һанлы килешеү тѳҙѳлгән.
Урынға сыҡҡан саҡта һыу соҡоронан хужалыҡ-торлаҡ ағынтыларының ташыуы һәм Береш йылғаһына ағып ятыуы асыҡланманы”.
Тикшереү тамамланып, рәсми яуап булғандан һуң, беҙ был хаттың ауыл халҡы исеменәнме, әллә бер кеше мәнфәғәтенән сығып яҙылыуын белеү маҡсатында Берештамаҡта йәшәгән бер нисә кешегә мѳрәжәғәт иттек.
Әүзәр Мохтар улы Искәндәров, пенсионер:

- Береш йылғаһы яғына бер нисек тә ағынты һыу аға алмай, сѳнки кѳньяҡҡа һѳҙәк, кәртә-ҡуралар, һаҙлыҡ аша үтергә кәрәк. Мин мәктәпте асҡан саҡта завхоз булып эшләнем, шуға ла был турала яҡшы беләм. Махсус машина ярҙамында һурҙырып, һауыттарҙы бушаталар.
Рәлиф Рафаэль улы Рафиҡов, Асы ауыл Советы депутаты:

- Мәктәптә ер аҫтына күмелгән ѳс цистерна бар, бѳтѳн бысраҡ йыуынты һыу шунда аға. Шуға ла ағынтыларҙың йылғаға ағыуы мѳмкин түгел.
Башҡаларҙан да шундай уҡ яуап алдыҡ. Тимәк, хатта яҙылғандар дѳрѳҫлѳккә тап килмәй, ә кемдеңдер үс алыу сараһы булып тора. Әлдә үткән быуаттың ҡәһәрле 37-се йылдарында йәшәмәйбеҙ, тигән уй килде, сѳнки ул заман булһа бер ғәйепһеҙгә, тикшереүһеҙ директорҙы алып та киткән булырҙар ине...
Рәмилә Мусина.
Автор фотоһы.
ҺҮРӘТТӘ: Белорет территораль комитет белгесе Таһир Әмин улы Әбсәләмовҡа Берештамаҡ мәктәбе директоры Венер Вәхит улы Сибәғәтуллин һыу соҡорон күрһәтә.
Оставить комментарий