"Салауат"ты ... "Торос" ҡотҡарҙы

"Салауат"ты ... "Торос" ҡотҡарҙы"Салауат Юлаев" быйылғы миҙгелдә тәүге еңеүен яуланы. Башҡортостан Республикаһы кубогына турнирҙың һуңғы көнөндә уның еңеүсеһе асыҡланды: Өфө клубына "Торос" ярҙамға килде.
Тәүге уйында Чехияның "Энергия"һынан еңелеүҙән һуң, юлаевсылар тәүҙә "Торос"ты ҡыйратһа, аҙаҡ Новокузнецкиҙың "Металлург"ын баш эйҙерҙе. Ә Нефтекама хоккейсылары беренселеккә дәғүә иткән Чехия командаһының бер мәрәйен тартып алып, уларҙың тәүге урынға өмөтөн селпәрәмә килтерҙе. Һөҙөмтәлә "Салауат Юлаев" турнирҙың еңеүсеһе тип табылды. Кубок менән бер миллион һум күләмендә приз – уларҙа! "Металлург"ка иһә икенсе урын һәм 750 мең һум менән мөрхәтһенергә ҡалды. Ә Чехия клубына 500 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк тапшырылды.
Һуңғы уйында өфөләр араһында беренсе звено уйынсылары Сергей Зиновьев, Игорь Григоренко һәм быйыл беҙгә килгән Никита Филатов шәп уйнаны. Турнирҙың иң яҡшы һөжүмсеһе тип Игорь Григоренко табылды. Океан аръяғынан килгән Ииро Таркки менән "Салауат"ҡа ҡайтанан ҡайтҡан Вадим Тарасов та был турнирҙа үҙҙәрен ышаныслы ҡапҡасы тип дәлилләне. Һаҡсыларыбыҙ ҙа уларға әллә ни ҡатмарлыҡ тыуҙырманы.
"Салауат"тың был турнирҙағы уйындарын баһалап, Континенталь хоккей лигаһының яңы миҙгелендә уңышлы сығыш яһарыбыҙға өмөт бар тиергә була. Быны команданың капитаны Виталий Прошкин да билдәләне: "Егеттәр бер-береһе өсөн иңгә-иң тороп көрәшергә әҙер", – тине ул.
Оставить комментарий