“Халыҡ менән бергә булғанда ғына эш бара”

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2012 йылдың июнендә Муниципаль үҙидаралыҡ хеҙмәткәрҙәре кѳнѳн билдәләү тураһында Указға ҡул ҡуя. Законды тормошҡа ашырыу маҡсатында, Башҡортостан Республикаһы Президенты Рѳстәм Хәмитов 2013 йылдың 2 апрелендә “2013 йылда Урындағы үҙидара кѳнѳнә арналған сараларҙы Башҡортостан Республикаһында үткәреү тураһында”ғы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Бойороҡҡа ярашлы, байрам муниципаль башланғыстарҙа, республика кимәлендә үткәрелә. Шулай итеп, ике йыл рәттән муниципаль үҙидаралыҡ хеҙмәткәрҙәре һѳнәри байрамдарын билдәләй.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 895 муниципаль үҙидаралыҡ бар, шул иҫәптән 9 ҡала округы, 54 муниципаль район, 14 ҡала һәм 818 ауыл хакимиәттәре. Беҙҙең районда 1 ҡала һәм 20 ауыл хакимиәте эшләй.

Бѳгѳн тормошобоҙҙо муниципаль үҙидаралыҡ органдарынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Был ѳлкә халыҡты дәүләт менән бәйләнештә тотҡан звено булып тора. Ошо хаҡта Асы ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәрхәнә Яҡуп ҡыҙы Сәлимйәнова менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

- Фәрхәнә Яҡуп ҡыҙы, элек Һеҙҙә, хакимиәт башлығы булып эшләрмен, тигән уй тыуғаны булдымы?

- Әсәйем ауырып киткәс, ауылға ҡайтырға булдыҡ. Ул саҡта ауылда сельсовет тирәһендә берәй эш булһа ине, тип теләнем. Шулай итеп, ауылға ҡайтҡас, 2005 йылда Асы ауыл хакимиәтендә ер тѳҙѳүсе белгес булып эшкә урынлаштым. 2006 йылда Асы менән Мулдаҡай ауыл хакимиәттәрен берләштерҙеләр. Шул уҡ йылда эштәр идарасыһы итеп ҡуйҙылар. 2008 йылдың 1 апреленән ауыл хакимиәте башлығы итеп һайландым.

- Муниципаль хеҙмәткәр булып эшләүе еңелдән түгел, сѳнки урындарҙа тѳп яуаплылыҡ үҙидаралыҡ органдарына йѳкмәтелгән...

- Эшебеҙ, бер яҡтан, абруйлы булһа ла, икенсе яҡтан, ҙур яуаплылыҡ талап итә. Кешеләрҙе яратып, ҙур ғаиләң итеп күреп, шатлығында ла, ҡайғыһында ла бергә булһаң ғына, эш бара.

- Үҙидаралыҡтарға ҙур вәкәләттәр бирелгән, тип бара етәкселәр. Был ысынбарлыҡҡа тап киләме?

- Вәкәләттәр бирелгән, тип әйтеүҙәре дѳрѳҫ. Әммә дотацияла ултырғас, үҙебеҙ теләгәнсә генә эшләп булмай. Бюджетҡа ҡарап торабыҙ. Дәрт бар ҙа ул, тик уй-ниәттәрҙе тулыһынса тормошҡа ашырыу ѳсѳн мѳмкинлектәр сикләнгән.

- Муниципаль үҙидаралыҡ хеҙмәткәрҙәре байрамын булдырыуҙы нисек ҡабул иттегеҙ?

- Бѳтә һѳнәр кешеләренең дә байрамдары бар, беҙҙеке лә булырға тейештер инде. Байрамыбыҙҙы булдырғас, беҙгә лә иғтибар тәтеп ҡалды. Хәҙер байрам айҡанлы элекке хеҙмәткәрҙәребеҙҙе саҡырып ҡотлайбыҙ, быға тиклем уларҙы Ололар кѳнѳндә генә тәбрикләй инек.
Мин белгәндән Асы ауыл Советында хакимиәт башлығы булып Әүзәр Мѳхтәр улы Искәндәров эшләне. Дамира Әхмәтшәриф ҡыҙы Ғарипова 30 йылдан ашыу ғүмерен ошо ѳлкәгә арнаны - тәүҙә секретарь, аҙаҡ эштәр идарасыһы булды. Шәйхетдин Мѳхѳтдин улы Ғайфуллин тәүҙә Мулдаҡай ауыл хакимәте башлығы йѳгѳн тартты. Асы менән Мулдаҡай хакимиәттәрен берләштергәс, Асы ауыл хакимиәте башлығы вазифаһында хаҡлы ялға сыҡты. Мулдаҡай ауыл хакимиәтендә Ғәлиә Шѳғәйеп ҡыҙы Полякова, Шәрифулла Фәхретдин улы Мѳхәмәтйәров хакимиәт башлығы булып эшләп киткән.
Ғәтиә Кинйәбай ҡыҙы Сәлимйәнова Асы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарған осор үҙе бер яҡты тарих булып ҡалды. Ул эшенә бѳтә йѳрәген бирҙе. Ғәтиә апай иҫән саҡта уның менән кәңәшләшеп эшләнек. Беҙҙең ѳсѳн үрнәк булды. Хәҙер һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды. Шулай уҡ бѳгѳн арабыҙҙан киткән хакимиәттең эштәр идарасыһы Фәниә Нәҙербай ҡыҙы Кәбированы ла ауыл халҡы әле лә яҡты хәтирәләр менән иҫкә ала. Мәрхүмә оҙаҡ йылдар Ноҡат ауыл хакимиәтендә эшләп, аҙаҡ беҙҙән хаҡлы ялға китте.

- Кем ул муниципаль үҙидаралыҡ хеҙмәткәре?

- Ҡануниәт буйынса, 18 йәше тулған, биографияһы таҙа булған һәр кем был ѳлкәлә эшләй ала. Беҙҙең хеҙмәттә түҙемле, сабыр булырға, халыҡты тыңлай белергә кәрәк. Хакимиәткә кешеләр күп осраҡта үҙҙәрен борсоған һорауҙары менән килә. Беҙҙә справка биреү буйынса тотҡарлыҡтар юҡ, шунда уҡ әҙерләп бирәбеҙ. Ҙур йомоштары буйынса ҡалаға ла йѳрѳргә тура килә.

- Ҡатын-ҡыҙға был йѳктѳ тартыуы ауыр түгелме?

- Ысынлап та, хакимиәт башлығы вазифаһы ир кешенең эше. Ҡатын-ҡыҙға ауырғараҡ тура килә, сѳнки ѳйѳндәге донъя мәшәҡәттәре лә уның иңендә ята. Ә ир-ат иһә электән йылы аштан сығып китә, йылы ашҡа ҡайтып инә. Шулай ҙа коллегаларымдан ҡалышмай, эште урынына еткереп алып барырға ынтылам. Яуаплы бурыс йѳкмәтелгәс, халыҡтың, депутаттарҙың ышанысын аҡларға тырышам. Советтағы урынбаҫарым Хәлит Хәмит улы Дәүләтбаев, депутат һәм Асы ауылы старостаһы Әлтәф Иҙрис улы Түлебаев, депутат һәм Исҡушты ауылы старостаһы Флүзә Хѳснѳтдин ҡыҙы Вәлиева, Берештамаҡтан депутат Рәлиф Рафаэль улы Рафиҡов үҙ иңдәренә алған йѳкләмәләрҙе намыҫ менән атҡара, минең тѳп ярҙамсыларым булып тора. Беҙҙең хакимиәт мәктәп, амбулатория, мәҙәниәт йорто, музей, китапхана, “Асы” шифаханаһы һәм башҡа учреждение-ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Иң мѳһиме - ғаиләлә тылың ныҡ булһын. Минең тормош иптәшем эшемде аңлап ҡабул итә.

- Етәксе булырға теләгәндәр күп тә ул, тик һәр кем был йѳктѳ тарта алмай бит...

- Эйе, тырыш, егәрле, яуаплы кеше генә ауыл хакимиәте башлығы булып эшләй ала. Минең телефон һандарым һәр бер кешелә бар. Халыҡ тәүлек әйләнәһенә шылтырата ала. Шулай булырға тейеш тә. Тѳндә шылтыратһалар ҙа үпкәләмәйем, тыныс ҡына тыңлайым. Кеше кемгәлер ышанырға, таянырға, ярҙам һәм аңлау табырға тейеш. Шуны әйтер инем - халыҡ менән бергә булғанда ғына эш бара.
Мѳмкинлекте файҙаланып, байрам айҡанлы бѳтә коллегаларыма ла тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар, сабырлыҡ, һаулыҡ теләйем.

- Фәрхәнә Яҡуп ҡыҙы, һеҙҙе һәм райондың бѳтә муниципаль үҙидаралыҡ хеҙмәткәрҙәрен һѳнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Эшегеҙҙә - уңыштар, ғаиләгеҙгә именлек теләйбеҙ.

- Әңгәмәгеҙ ѳсѳн рәхмәт.
Рәмилә Мусина әңгәмәләште.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий