Социаль пенсия артты

Рәсәй Федерацияһы Хѳкүмәтенең 2014 йылдың 22 мартындағы “2014 йылдың 1 апреленән индексациялау коэффицентын раҫлау тураһында”ғы ҡарары менән социаль пенсияларҙы индексациялау коэффиценты 1,171 дәүмәлендә ҡаралды.

Ошоға бәйле, ҡайһы бер пенсионерҙар ѳсѳн ѳҫтәмәләр арттырылды. Бындай ѳҫтәмә түләүҙәрҙе Башҡортостанда Бѳйѳк Ватан һуғышы инвалидтары, Бѳйѳк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар, айырым ҡаҙаныштары һәм почетлы исемдәре булған ветерандар, сәйәси золом ваҡытында енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылып, һуңынан реабилитацияланғандар, шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр инвалидтары ала.
Ѳҫтәмәләрҙең артыу күләме социаль пенсияларҙың дәүмәленә ҡарата билдәләнә. Арттырылған пенсия 1 апрелдән түләнә.
Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәгенең
Белорет районы һәм ҡалаһы буйынса филиалы.
Оставить комментарий