Социаль-хеҙмәт мѳнәсәбәттәрен кѳйләү  мәсьәләләре ҡаралды 9-10-2012, 14:55 / Социаль ѳлкә

Социаль-хеҙмәт мѳнәсәбәттәрен кѳйләү мәсьәләләре ҡаралды

27 сентябрҙә Белорет районы муниципаль район хакимиәтендә социаль-хеҙмәт мѳнәсәбәттәрҙе кѳйләү буйынса Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бѳрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Учалы, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡалаһынан ѳс яҡлы комиссия вәкилдәре семинар-кәңәшмәгә йыйылды. Семинар-кәңәшмә эшен БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары В.А. Апокин алып барҙы. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары А.С.Садритдинов «Башҡортостан Республикаһында күп тармаҡлы социаль партнерлыҡ органдары системаһын үҫтереү» темаһына сығыш яһаны. БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты М.Р. Качкаев...
Тәүге юбилей 4-10-2012, 13:24 / Социаль ѳлкә

Тәүге юбилей

5 октябрь мѳмкинлектәре сикләнгән балалар ѳсѳн Реабилитация үҙәге эш башлауына 10 йыл тула. 2002 йылдан бирле үҙәк балалар һәм үҫмерҙәр, шулай уҡ ата-әсәләре ѳсѳн дә квалификациялы социаль, медик-социологик ярҙам күрһәтә. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Реабилитация үҙәге ҙур эштәр атҡарыуға ирешә. Бѳгѳнгѳ кѳндә Реабилитация үҙәге бюджет учреждениеһы Сибай, Учалы ҡалаларында филиалы булған үҙ аллы юридик ойошма булып тора. Ул Белорет, Межгорье, Учалы, Сибай, Баймаҡ ҡалалары, Белорет, Бѳрйән, Архангел, Учалы, Әбйәлил, Йылайыр, Баймаҡ, Хәйбулла райондары биләмәләрендә һаулыҡтары сикләнгән...
4-09-2012, 09:01 / Социаль ѳлкә

"Салауат"ты ... "Торос" ҡотҡарҙы

"Салауат Юлаев" быйылғы миҙгелдә тәүге еңеүен яуланы. Башҡортостан Республикаһы кубогына турнирҙың һуңғы көнөндә уның еңеүсеһе асыҡланды: Өфө клубына "Торос" ярҙамға килде. Тәүге уйында Чехияның "Энергия"һынан еңелеүҙән һуң, юлаевсылар тәүҙә "Торос"ты ҡыйратһа, аҙаҡ Новокузнецкиҙың "Металлург"ын баш эйҙерҙе. Ә Нефтекама хоккейсылары беренселеккә дәғүә иткән Чехия командаһының бер мәрәйен тартып алып, уларҙың тәүге урынға өмөтөн селпәрәмә килтерҙе. Һөҙөмтәлә "Салауат Юлаев" турнирҙың еңеүсеһе тип табылды. Кубок менән бер миллион һум күләмендә приз – уларҙа! "Металлург"ка иһә икенсе урын һәм...