Балағыҙ уҡыу йылына әҙерме?  йәки Кѳрсѳк заманында нисек отошло итеп баланы мәктәпкә әҙерләргә? 12-08-2015, 13:45 / Социаль ѳлкә

Балағыҙ уҡыу йылына әҙерме? йәки Кѳрсѳк заманында нисек отошло итеп баланы мәктәпкә әҙерләргә?

Йәйҙең һуңғы айы етеү менән уҡыу йылы башланыр мәл дә яҡынлашты. Ғаиләлә мәктәп йәшендәге балалары булған һәр ата-әсә беренсе сиратта нисек итеп улын йәки ҡыҙын мәктәпкә йыйнап ебәреү тураһында баш вата, сөнки әйберҙәргә көндән-көн хаҡ арта, етмәһә, кеҫәне көрсөк ҡыҫа. Әммә баланы уҡытырға кәрәк. Берҙән-бер сара - уны арзанлата мәктәпкә әҙерләү....
Берәҙәк эттәр проблемаһын кемдәр хәл итер? 27-07-2015, 10:02 / Социаль ѳлкә

Берәҙәк эттәр проблемаһын кемдәр хәл итер?

Эт кешенең дуҫы, юлдашы тигәндәрен бала саҡтан уҡ ишетеп, уларҙы яҡын күреп үҫәбеҙ. Әммә кешеләр бер төрлө булмаған кеүек, эттәрҙең дә төрлөһө була. Шул арҡала ҡайһы бер саҡтарҙа уларҙың дошманға әйләнеп киткәнен дә һиҙмәй ҡалабыҙ. Был осраҡта үҙенә эйәләтеп, күҙенә ҡарап торған хайуанды йүнләп ашатмаған йәиһә кәрәге бөткәс, уны бөтөнләй ҡыуып сығарған хужаһымы, әллә инде кешегә ышанысын юғалтып, ниндәй юл менән булһа ла тамағын туйҙырырға тырышҡан эт ғәйеплеме, белеп булмай....
Үҙгәрештәр бар 4-07-2015, 06:46 / Социаль ѳлкә

Үҙгәрештәр бар

1 июлдән юл йѳрѳү ҡағиҙәләрендә яңы тѳҙәтмәләр кѳсѳнә инде. Элек автомобилеңде тыйылған урында ҡалдырһаң, шунда уҡ эвакуатор менән тейәп алып китһәләр, хәҙер был тыйыла....
Архив документтарына яуаплы ҡарағыҙ 4-07-2015, 06:44 / Социаль ѳлкә

Архив документтарына яуаплы ҡарағыҙ

Бѳгѳнгѳ кѳндә кеше яҙмышы архив эшенең нисек ойошторолоуына туранан-тура бәйле, сѳнки хәҙер үҙеңдең хаҡлығыңды тик документтарға таянып ҡына иҫбатларға була. Ҡайһы бер предприятие-ойошмаларҙың архив документтарын ваҡытында архивҡа тапшырмауы арҡаһында әлеге ваҡытта күптәрҙең зыян күреүе, тейешле пенсияһын ала алмай интегеүе ошоно дәлилләй ҙә инде....
Үҙебеҙҙеке - йыл әйләнәһенә 30-06-2015, 04:18 / Социаль ѳлкә

Үҙебеҙҙеке - йыл әйләнәһенә

Йәйҙең беренсе айы тамамлана. Баҡсабыҙҙа тәүге уңыш ѳлгѳрә башланы. Үҙебеҙ үҫтергән йәшел һуған, ҡыяр кеүек йәшелсәләрҙе ашап ҡыуанабыҙ, баҡса еләгенән беренсе ҡайнатма ла әҙерләп ҡуйҙыҡ. Баҡсалағы емеш-еләк, йәшелсә уңып, беҙҙе шатландырыр әле....
ДӘҮЛӘТ КѲСѲ ХАЛҠЫ ҺАНЫНДА 29-06-2015, 04:11 / Социаль ѳлкә

ДӘҮЛӘТ КѲСѲ ХАЛҠЫ ҺАНЫНДА

Халыҡ белемле, арҙаҡлы кешеләре менән көслө, тиһәләр ҙә, үҙ традицияларыңды, ғөрөф- ғәҙәттәреңде, телеңде, мәҙәниәтеңде һаҡлап, уны быуындан-быуынға тапшырып йәшәү өсөн, тәү сиратта, халҡыңдың иҫәп яғынан күп булыуы ла оло әһәмиәткә эйә. Дәүләттең көсө - халҡының күп һанлы булыуында ла. Рәсәй дәүләте алып барған һуғыштарҙа яуланған күп кенә еңеүҙәр ҙә туранан-тура ошо көскә бәйләнгән. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәмәт, ғәләйһис-сәләм, дә бит: “Үҙегеҙҙе яратҡан һәм күп бала тапҡан ҡатындарға өйләнегеҙ. Мин һеҙҙең күп һанлы булыуығыҙ менән ысын күңелдән ғорурланырмын”, - тип әйтеп ҡалдырған. Хөкүмәтебеҙ,...
Урау булһа ла, юл яҡшы 16-06-2015, 15:40 / Социаль ѳлкә

Урау булһа ла, юл яҡшы

Йылдан-йыл транспорт һаны арта бара. Автотранспорттың бер туҡтауһыҙ ағылыуы, бигерәк тә ҙур йѳк автомобилдәренең күбәйеүе федераль, республика юлдары үткән ҡала-ауыл халҡы тормошона ҙур ҡыйынлыҡтар, уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра....
НАРКОТИК ҒҮМЕРҘЕ ѲҘӘ 8-06-2015, 16:01 / Социаль ѳлкә

НАРКОТИК ҒҮМЕРҘЕ ѲҘӘ

Наркотик, токсин матдәләр булған ерҙә, ғәҙеллек һәм намыҫ тигән тѳшѳнсәләр юҡ. Ундайҙар яуызлыҡтар эшләргә әҙер. Аҡ болоттарҙан, наркотиктарҙан һаҡланығыҙ! Ҡыҙыҡһыныуҙан, ҡыйыулыҡтан, яңғыҙлыҡтан, иптәшкә, тѳркѳм менән булһынмы, уларҙы тартмағыҙ, ҡаҙамағыҙ, һуламағыҙ! Алкоголизм, наркомания, токсикомания - йәмғиәтебеҙҙе борсоған тѳп мәсьәләләр. Токсин матдәләр һәм наркотиктар кешене яйлап үлтереүсе ағыу. Улар йәмғиәттә вирус ролен үтәй. Йәмғиәт ҙур бер организм. Организмға наркотик йәки токсин матдә кеүек вирустар үтеп инә икән, ул кѳсһѳҙләнә, аҡыл кимәле түбәнәйә. Беҙ ҙә шул хәлдә......
Изгелек ҡылыусылар 8-06-2015, 15:22 / Социаль ѳлкә

Изгелек ҡылыусылар

Ҡалабыҙҙа 27 йыл дауамында Халыҡты комплекслы социаль хеҙмәтләндереү үҙәге эшләп килә. Социаль хеҙмәткәр булып һәр кем эшләй алмай, ул һәр эште белгән, олоһо менән дә, кесеһе менән дә уртаҡ тел тапҡан, физик мѳмкинлектәре сикләнгәндәрҙе лә, ауырып түшәктә ятҡандарҙы ла үҙ туғанындай ҡабул итеп, хәлен еңеләйтерҙәй изге йѳрәкле, киң күңелле кеше булырға тейеш. Тап шундайҙар менән танышыу маҡсатында беҙ район-ҡаланың 1-се ѳйгә йѳрѳп социаль хеҙмәтләндереү бүлексәһе мѳдире Лилиә Ғарифулла ҡыҙы ХАФИЗОВАға мѳрәжәғәт иттек....
ҠЫРҠЛАП БАШЛЫҠ ТАПШЫРҒАН 5-05-2015, 15:48 / Социаль ѳлкә

ҠЫРҠЛАП БАШЛЫҠ ТАПШЫРҒАН

Арабыҙҙа үҙенсәлекле кешеләр күп. Улар иҫәбенә Белорет металлургия комбинатының мәғлүмәт технологиялары идаралығы оргтехникаһы бюроһының начальнигы Дмитрий Николаевты ла индерергә мѳмкин, сѳнки ул предприятиеның музейына тѳрлѳ ғәскәрҙәргә ҡараған ҡырҡлап баш кейеме алып килгән....