Архив документтарына яуаплы ҡарағыҙ 4-07-2015, 06:44 / Социаль ѳлкә

Архив документтарына яуаплы ҡарағыҙ

Бѳгѳнгѳ кѳндә кеше яҙмышы архив эшенең нисек ойошторолоуына туранан-тура бәйле, сѳнки хәҙер үҙеңдең хаҡлығыңды тик документтарға таянып ҡына иҫбатларға була. Ҡайһы бер предприятие-ойошмаларҙың архив документтарын ваҡытында архивҡа тапшырмауы арҡаһында әлеге ваҡытта күптәрҙең зыян күреүе, тейешле пенсияһын ала алмай интегеүе ошоно дәлилләй ҙә инде....
Үҙебеҙҙеке - йыл әйләнәһенә 30-06-2015, 04:18 / Социаль ѳлкә

Үҙебеҙҙеке - йыл әйләнәһенә

Йәйҙең беренсе айы тамамлана. Баҡсабыҙҙа тәүге уңыш ѳлгѳрә башланы. Үҙебеҙ үҫтергән йәшел һуған, ҡыяр кеүек йәшелсәләрҙе ашап ҡыуанабыҙ, баҡса еләгенән беренсе ҡайнатма ла әҙерләп ҡуйҙыҡ. Баҡсалағы емеш-еләк, йәшелсә уңып, беҙҙе шатландырыр әле....
ДӘҮЛӘТ КѲСѲ ХАЛҠЫ ҺАНЫНДА 29-06-2015, 04:11 / Социаль ѳлкә

ДӘҮЛӘТ КѲСѲ ХАЛҠЫ ҺАНЫНДА

Халыҡ белемле, арҙаҡлы кешеләре менән көслө, тиһәләр ҙә, үҙ традицияларыңды, ғөрөф- ғәҙәттәреңде, телеңде, мәҙәниәтеңде һаҡлап, уны быуындан-быуынға тапшырып йәшәү өсөн, тәү сиратта, халҡыңдың иҫәп яғынан күп булыуы ла оло әһәмиәткә эйә. Дәүләттең көсө - халҡының күп һанлы булыуында ла. Рәсәй дәүләте алып барған һуғыштарҙа яуланған күп кенә еңеүҙәр ҙә туранан-тура ошо көскә бәйләнгән. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәмәт, ғәләйһис-сәләм, дә бит: “Үҙегеҙҙе яратҡан һәм күп бала тапҡан ҡатындарға өйләнегеҙ. Мин һеҙҙең күп һанлы булыуығыҙ менән ысын күңелдән ғорурланырмын”, - тип әйтеп ҡалдырған. Хөкүмәтебеҙ,...
Урау булһа ла, юл яҡшы 16-06-2015, 15:40 / Социаль ѳлкә

Урау булһа ла, юл яҡшы

Йылдан-йыл транспорт һаны арта бара. Автотранспорттың бер туҡтауһыҙ ағылыуы, бигерәк тә ҙур йѳк автомобилдәренең күбәйеүе федераль, республика юлдары үткән ҡала-ауыл халҡы тормошона ҙур ҡыйынлыҡтар, уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра....
НАРКОТИК ҒҮМЕРҘЕ ѲҘӘ 8-06-2015, 16:01 / Социаль ѳлкә

НАРКОТИК ҒҮМЕРҘЕ ѲҘӘ

Наркотик, токсин матдәләр булған ерҙә, ғәҙеллек һәм намыҫ тигән тѳшѳнсәләр юҡ. Ундайҙар яуызлыҡтар эшләргә әҙер. Аҡ болоттарҙан, наркотиктарҙан һаҡланығыҙ! Ҡыҙыҡһыныуҙан, ҡыйыулыҡтан, яңғыҙлыҡтан, иптәшкә, тѳркѳм менән булһынмы, уларҙы тартмағыҙ, ҡаҙамағыҙ, һуламағыҙ! Алкоголизм, наркомания, токсикомания - йәмғиәтебеҙҙе борсоған тѳп мәсьәләләр. Токсин матдәләр һәм наркотиктар кешене яйлап үлтереүсе ағыу. Улар йәмғиәттә вирус ролен үтәй. Йәмғиәт ҙур бер организм. Организмға наркотик йәки токсин матдә кеүек вирустар үтеп инә икән, ул кѳсһѳҙләнә, аҡыл кимәле түбәнәйә. Беҙ ҙә шул хәлдә......
Изгелек ҡылыусылар 8-06-2015, 15:22 / Социаль ѳлкә

Изгелек ҡылыусылар

Ҡалабыҙҙа 27 йыл дауамында Халыҡты комплекслы социаль хеҙмәтләндереү үҙәге эшләп килә. Социаль хеҙмәткәр булып һәр кем эшләй алмай, ул һәр эште белгән, олоһо менән дә, кесеһе менән дә уртаҡ тел тапҡан, физик мѳмкинлектәре сикләнгәндәрҙе лә, ауырып түшәктә ятҡандарҙы ла үҙ туғанындай ҡабул итеп, хәлен еңеләйтерҙәй изге йѳрәкле, киң күңелле кеше булырға тейеш. Тап шундайҙар менән танышыу маҡсатында беҙ район-ҡаланың 1-се ѳйгә йѳрѳп социаль хеҙмәтләндереү бүлексәһе мѳдире Лилиә Ғарифулла ҡыҙы ХАФИЗОВАға мѳрәжәғәт иттек....
ҠЫРҠЛАП БАШЛЫҠ ТАПШЫРҒАН 5-05-2015, 15:48 / Социаль ѳлкә

ҠЫРҠЛАП БАШЛЫҠ ТАПШЫРҒАН

Арабыҙҙа үҙенсәлекле кешеләр күп. Улар иҫәбенә Белорет металлургия комбинатының мәғлүмәт технологиялары идаралығы оргтехникаһы бюроһының начальнигы Дмитрий Николаевты ла индерергә мѳмкин, сѳнки ул предприятиеның музейына тѳрлѳ ғәскәрҙәргә ҡараған ҡырҡлап баш кейеме алып килгән....
Йорттарыбыҙ ныҡлы һәм имен булһын 18-03-2015, 08:50 / Социаль ѳлкә

Йорттарыбыҙ ныҡлы һәм имен булһын

Торлаҡ-коммуналь хужалығы — ҡатмарлы тармаҡ. Был ѳлкә йәмғиәттең хәлен күрһәтә, социаль-иҡтисади үҫештең тѳп индикаторы булып тора. «Коммунальщик» идара итеүсе компания — ҡаланың торлаҡ-коммуналь комплексының уңышлы эшләгән предприятиеһы. Компания ҡаланың Ленин, Косоротов, Киров, Октябрҙең 50 йыллығы, К.Маркс, Точисский, Б.Хмельницкий һәм башҡа урамдарҙа урынлашҡан күп ҡатлы йорттарҙы хеҙ- мәтләндерә....
КОМПЕНСАЦИЯ КҮЛӘМЕ АРТТЫРЫЛДЫ 2-03-2015, 15:12 / Социаль ѳлкә

КОМПЕНСАЦИЯ КҮЛӘМЕ АРТТЫРЫЛДЫ

Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәте 2015 йылдың 6 февралендәге 22-се ҡарары менән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр ѳсѳн түләүҙең яңы хаҡтарын билдәләне. Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре буйынса граждандарҙың айырым категорияларына (Бѳйѳк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға, инвалидтарға, хәрби хәрәкәт ветерандарына, хеҙмәт ветерандарына, инвалид балалары булған ғаиләләргә, тыл эшсәндәренә, күп балалы ғаиләләргә) торлаҡ йортона һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса аҡсалата айлыҡ компенсацияның күләме билдәләнә....
ТЕЛДЕ БЕЛҺӘҢ - ИЛГӘ КИЛ! 18-02-2015, 10:10 / Социаль ѳлкә

ТЕЛДЕ БЕЛҺӘҢ - ИЛГӘ КИЛ!

2015 йылдың 1 ғинуарынан миграция ҡануниәтендә телгә бәйле үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, сит ил граждандарына хеҙмәт эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу, ваҡытлыса йәшәүгә йәки тороу ѳсѳн таныҡлыҡ алыуға рус телен, Рәсәй Федерацияһы ҡанундары нигеҙен һәм тарихын белеү мотлаҡ....