ҮЛГӘН ИРЕМ ѲСѲН ПЕНСИЯ 25-08-2014, 14:36 / Социаль ѳлкә

ҮЛГӘН ИРЕМ ѲСѲН ПЕНСИЯ

«Күптән түгел ирем мәрхүм булды, уның пенсияһы минекенән юғарыраҡ ине. Мин үлгән ирем ѳсѳн пенсия ала аламмы?» З. ӘХМӘТОВА. Белорет....
Тәбиғәтте алдап буламы? 20-08-2014, 14:03 / Социаль ѳлкә

Тәбиғәтте алдап буламы?

Ауыл хужалығы белгестәре тағы ла шундай факт килтерә. Баҡһаң, ГМО-орлоҡтарҙы файҙаланған ху-жалыҡтар тулыһынса ошо орлоҡҡа “ултыра”, имеш. Йәғни модификацияланған орлоҡтар сифаты менән үҙенән күпкә ҡайтыш булған тәбиғи “ҡәрҙәштәрен” тыуған тупрағынан ҡыҫырыҡлап сы-ғара икән. Мутант орлоҡтар тағы ла кѳслѳрәк сүп үләндәрен барлыҡҡа килтерә. Ә был иһә ѳҫтәмә сығымдар талап итә. Әлбиттә, кемдер зыян күрһә, икенсе берҙәренә был файҙаға ғына, сѳнки ҡоротҡостарға ҡаршы кѳслѳ ағыуҙарҙы ла ошо уҡ корпорациялар етештерә. Америка «гиганттарының» тағы ла бер ѳҫтѳнлѳгѳ бар. Улар ГМО-орлоҡтарҙы “ҡыҫыр”...
Баҙарға сыҡтым әле... 21-07-2014, 11:18 / Социаль ѳлкә

Баҙарға сыҡтым әле...

Баҙар - иҡтисадты йәшәтеүсе. Һәр кем, ябай етештереүсенән алып ҙур предприятиеларға тиклем, тик уның ҡанундары менән йәшәй. Әгәр ҙә ихтыяж булһа, тауар етештерелә, булмаһа - тауар әйләнеше туҡтай. Баҙарға сыҡҡан һайын һатыусының әйберҙәрен тәҡдим итеүен, ә алыусының мѳмкин тиклем осһоҙораҡҡа алырға тырышыуын күҙәтеп, ниндәй генә заманда йәшәһәк тә, баҙарҙың үҙ ҡануны һаҡланыуына тағы ла бер инанаһың....
Оло кешенең социаль портреты 21-07-2014, 11:14 / Социаль ѳлкә

Оло кешенең социаль портреты

Пенсия фондының Белорет район-ҡала идаралығы, муни-ципаль район хакимиәте, “Урал”, “Белорецкий рабочий”, “Металлург” гәзиттәре, район-ҡала ветерандар советы, БМК ветерандары советы инде бишенсе тапҡыр “Оло кешенең социаль портреты” конкурсын ойоштора. Алдағы дүрт йылда белореттар оло быуын кешеләре тормошон яҡтыртҡан 450 фото тәҡдим итте, 150 мәҡәлә яҙҙы. Яҡшы йолаға әйләнгән конкурс быйыл да 1 августан башлана һәм 1 декабргә тиклем дауам итә....
Халыҡҡа яҡын тармаҡтарҙың береһе 14-07-2014, 11:58 / Социаль ѳлкә

Халыҡҡа яҡын тармаҡтарҙың береһе

Почта инфраструктураһын үҫтереү, модернизациялау ѳсѳн тармаҡ тѳрлѳ юлдар эҙләй Һуңғы йылдарҙа “Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы тураһында күп һѳйләйҙәр һәм яҙалар. Кемдер был предприятиены үҙенең элекке конкурентлыҡ һәләтен юғалтып, банкротлыҡ сигендә тип һанаһа, икенсе береһе “Рәсәй почтаһы”н шәхси ҡулдарға биреү һѳҙѳмтәлерәк булыр, тип бара. Тармаҡтағы проблемалар арҡаһында почтальон хеҙмәтенең дә абруйы тѳшѳп, бәҫе юғалып ҡалғандай булды. Ошо сәбәптән илебеҙ халҡының күбеһе оло әһәмиәткә эйә булған социаль хеҙмәт - гәзит-журналдарға яҙылыуҙан да мәхрүм ҡалды, сѳнки...
Балалар яҙмышы ололар ҡулында 14-07-2014, 10:26 / Социаль ѳлкә

Балалар яҙмышы ололар ҡулында

Муниципаль район хакимиәтенең ҙур залында ярҙамға мохтаж булған ғаиләләрҙең хоҡуғын яҡлау һәм һаҡлау буйынса ултырыш булып үтте. Унда опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Н.Н. Вандышева, Сермән балалар йорто директоры Н.Ғ. Хәмзин, Үҙән балалыҡ йортоноң патронат буйынса яуаплы хеҙмәткәре Г.Я. Зәйнешева, Халыҡты социаль хеҙмәтлән-дереү комплекслы үҙәге директоры В.Н. Храм-цов, Белорет бала табыу йортоноң баш табибы Ф.Ф. Латипов, балалар поликлиникаһының баш врачы М.И. Шакирова, муниципаль райондың мәғариф идаралығы начальнигы М.В. Саранцева, махсуслаштырылған балалар йортоноң баш врачы...
Эш хаҡы арта 14-07-2014, 10:15 / Социаль ѳлкә

Эш хаҡы арта

Башҡортостанда бюджет ѳлкәһе хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡын арттырыуға ҡаҙнанан 1 миллиард 298 миллион һум аҡса бүленде....
Изгелек  ѳләшеүсе 9-06-2014, 11:01 / Социаль ѳлкә

Изгелек ѳләшеүсе

Эй, ҡыҙым, бигерәк һағындырҙың, бер кѳн килмәһәң дә эсем боша башлай, - тип ҡаршы алды Инйәрҙә йәшәгән 82 йәшлек Йәмилә Ғәлиәкбәр ҡыҙы Вәлиева 8 йыл социаль хеҙмәткәр булып эшләгән Сайма Әхмәтгәрәй ҡыҙы Шәрәфетдинованы....
Текә таш сүп-сарҙан арынды 28-05-2014, 11:22 / Социаль ѳлкә

Текә таш сүп-сарҙан арынды

Был айҙа “Йылға-күлдәребеҙгә – таҙа яр!” Бѳтә Рәсәй экологик акцияһы башланды. Уға беҙҙең муниципаль районда ҡушылды. Акция ике аҙна буйы, йәғни 6 июнгә тиклем дауам итә. Үткән йомала муниципаль район-ҡала хакимиәттәре инициативаһы менән Ағиҙел буйының ҡала пляжы, Текә таш, Ағиҙел күпере майҙандары таҙартылды....
Социаль пенсия артты 22-04-2014, 14:34 / Социаль ѳлкә

Социаль пенсия артты

Рәсәй Федерацияһы Хѳкүмәтенең 2014 йылдың 22 мартындағы “2014 йылдың 1 апреленән индексациялау коэффицентын раҫлау тураһында”ғы ҡарары менән социаль пенсияларҙы индексациялау коэффиценты 1,171 дәүмәлендә ҡаралды....