Шатлыҡтар күберәк булһын 23-12-2013, 16:16 / Социаль ѳлкә

Шатлыҡтар күберәк булһын

Ошо кѳндәрҙә загс хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һѳнәри байрамын билдәләне Йыл аҙағында беҙ эштәребеҙгә, үҙ-ара мѳнәсәбәттәребеҙгә йомғаҡ яһарға, киләсәккә пландар ҡорорға күнегеп киткәнбеҙ. Муниципаль район хакимиәтенең загс бүлеге начальнигы Татьяна Ивановна Сметанина менән әңгәмәбеҙ ҙә ошо юҫыҡта ҡоролдо. Татьяна Ивановна, газета уҡыусыларыбыҙҙы тәүҙә 2013 йыл һандары менән таныштырып китәйек – күпме никах теркәлде, нисә бала тыуҙы, айырылышыу, үлем осраҡтары…...
Хеҙмәт - йәшәү маяғы 2-12-2013, 14:56 / Социаль ѳлкә

Хеҙмәт - йәшәү маяғы

Һаулығы буйынса инвалид булғандарҙың сәләмәт кешенән дә артығыраҡ һоҡланғыс ғүмер кисереүенә күпме тапҡыр шаһит булғаныбыҙ бар. Ә бына 6 йәштән һуҡыр ҡалып, кескәйҙән бәләкәй туғандарын тәрбиәләшеп, бѳтә эшкә ѳйрәнеп үҫкән Әфридә Исхаҡ ҡыҙы АЛАЧЕВАНЫҢтегенгә, бәйләмгә оҫта булыуы, 78 йәштә хорҙа йырлап йѳрѳүе бигерәк тә таң ҡалдырҙы....
Аҡса кемгә кәрәкмәй 2-12-2013, 14:21 / Социаль ѳлкә

Аҡса кемгә кәрәкмәй

Аҡса менән эш итмәгән, уның ниндәй кѳскә эйә булғанын аңламаған бер генә кеше лә юҡтыр. Бөгөн шыптырлап торған бәләкәй генә бер ҡағыҙ киҫәге үҙендә ҙур ҡѳҙрәт туплауға ирешкән. Үҙе йәнһеҙ булһа ла, тормошто йәнләндереп, күңелде лә йылытып ебәрә. Ул бѳтәһенә лә кәрәк, барыһы ла уны ярата. Олоһо ла, кесеһе лә аҡсаның көсөн, тормошта тотҡан урынын яҡшы белә. Ҡасандыр, бәхет аҡсала түгел, тип һанағандар ҙа хәҙер был һүҙҙәрҙең заман ҡалыптарына тура килеп етмәүе менән бәхәсләшмәйҙер....
Адреслы социаль ярҙам күрһәтелә 22-10-2013, 13:44 / Социаль ѳлкә

Адреслы социаль ярҙам күрһәтелә

Ҡартлыҡ һәм инвалидлыҡ буйынса пенсия алған эшләмәгән пенсионерҙарға 2011 йылдан алып Рәсәй Федерацияһы Пенсия фонды һәм Башҡортостан Республикаһы бюджеты аҡсаһынан торлаҡҡа газ үткәреүгә киткән сығымдарҙы ҡаплауға адреслы социаль ярҙам күрһәтелә....
Эшкә килһендәр 20-06-2013, 16:20 / Социаль ѳлкә

Эшкә килһендәр

“Ейәнем юрисҡа уҡып йѳрѳй. Диплом алғас, ҡайҙа эшкә урынлашыр, тип хәҙерҙән үк борсолам. Ҡайҙа барма, эш стажы һорауҙарын ишетеп беләм. Йәш белгестәр талап ителгән хоҡуҡ һағы органдары хәҙер бармы икән? Н. Ғәлина”. Гәзит уҡыусыбыҙҙың һорауына Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Белорет район-ара бүлеге начальнигы Ә.К. Ҡасҡынбаев яуап бирҙе:...
Изгелекле  Маһинур 10-06-2013, 08:16 / Социаль ѳлкә

Изгелекле Маһинур

Дини йолаларыбыҙҙы, ғѳрѳф-ғәҙәттәребеҙҙе үтәп йәшәгән ғаиләләр ныҡлы була. Октябрьский биҫтәһендә үҙ йорттарында йәшәүсе Маһинур һәм Рәфис Шаһыбаловтар ана шундайҙарҙан....
Кѳсһѳҙ алкоголдең кѳсѳ нимәлә? 31-05-2013, 11:31 / Социаль ѳлкә

Кѳсһѳҙ алкоголдең кѳсѳ нимәлә?

Һуңғы йылдарҙа ҡулына төҫлө сағыу банкалар тотҡан йәштәрҙе, хатта балаларҙы урамда йыш осратабыҙ. Үкенескә күрә, улар ҡулында лимонад та, һут та, хатта һыра ла түгел. Матурлап биҙәлгән тимер һауыттың эсендә - әҙ күләмдәге алкоголле энергетик эсемлек. Был үҙенсәлекле эсемлек составына кѳстѳ арттырыусы, тонусты күтәреүсе матдәләр йә иһә кофеин, алкоголь һәм төрлө тәм биреүсе ҡатнашмалар инә. Беҙҙә “дәртләндереүсе” эсемлектәр һәр магазинда тиерлек һатылһа ла, Европала хәл бөтөнләй башҡаса. Мәҫәлән Данияла, Францияла, Норвегияла бындай эсемлектәрҙе бары тик дарыуханаларҙан ғына табырға була....
Юғары сифат - Рәсәй почтаһы  ҡуйған талаптарҙың береһе 30-05-2013, 15:11 / Социаль ѳлкә

Юғары сифат - Рәсәй почтаһы ҡуйған талаптарҙың береһе

Эшсе ҡулдары көсөн кәметеү маҡсатында ниндәй генә ҡорамалдар, йыһаздар уйлап сығарылмай. Күптәр уларҙың рәт-сиратына төшөнөп, аңлап та етмәй. Элек күмәкләп эшләгәнде лә хәҙер бер техника, ыһ та итмәй әҙ генә ваҡыт эсендә башҡарып та ҡуя. Барыһы ла тормошто яҡшыртыу, хеҙмәт процесын еңеләйтеү өсөн эшләнһә лә, бындай үҫештәрҙең күп кенә ябай халыҡты эшһеҙ урамда тороп ҡалырға мәжбүр итеүен күреп, көйөнөргә лә, һөйөнөргә лә белмәйһең. Бөгөн компьютер техникаһы, автоматлаштырылған ҡорамалдар менән файҙаланмаған бер генә өлкә лә юҡтыр. Үҙен хөрмәт иткән һәр ойошма, предприятие хеҙмәткәрен...
Ғүмер  бер  генә... 22-05-2013, 15:03 / Социаль ѳлкә

Ғүмер бер генә...

Һуңғы йылдарҙа үҙенә ҡул һалған балалар һәм үҫмерҙәр һаны артыуы күҙәтелә. Зеленоград ҡалаһында 16 йәшлек ҡыҙ күп ҡатлы йорттан ырғый. Абаканда 13 йәшлек уҡыусы ѳйѳндә аҫылынған килеш табыла. Удмурт Республикаһы ауылдарының береһендә 14 йәшлек үҫмер насар уҡыған ѳсѳн ѳләсәһенән шелтә ала һәм һарайҙа аҫылына. Татарстанда 16 йәшлек үҫмер, мин үлһәм, башҡаларға еңел булыр, тигән ниәт менән башын элмәккә тыға. Северодвинскиҙа 17 йәшлек ҡыҙ дарыу эсеп ағыулана. Ставрополдә 9 йәшлек малай яҡты донъя менән хушлаша......
Ил тѳкѳрһә - күл булыр 20-05-2013, 16:33 / Социаль ѳлкә

Ил тѳкѳрһә - күл булыр

Ғәбдѳктә һыу ташыуҙан зыян күреүселәргә ярҙам ҡулы һуҙырға ашығыусылар күп булды. Аллаға шѳкѳр, халҡыбыҙ үҙенең матур күңел донъяһын һаҡлап алып ҡалған, берҙәмлек, татыулыҡ, ҡан-ҡәрҙәшлек рухы кѳслѳ....