Бурыстарҙы ҡаплауға киткән 22-02-2013, 15:00 / Социаль ѳлкә

Бурыстарҙы ҡаплауға киткән

“Хѳрмәтле редакция, Яңы йыл алдынан уҡытыусыларға Президент премияһы бирелде. Күрше Учалы, Әбйәлил райондарында ул сумма 25-30 мең һум тәшкил итһә, беҙҙең районда 4-7 мең һум ғына булды. Быны мәғариф идаралығы нимә менән аңлата икән. А. йомадилова”....
Иҫеректәргә  административ яуаплылыҡ ҡәтғиләшә 13-02-2013, 16:18 / Социаль ѳлкә

Иҫеректәргә административ яуаплылыҡ ҡәтғиләшә

Эске эштәр министрлығында ошо турала документ әҙерләнә. Уға ярашлы, полиция хеҙмәткәрҙәре урамда кешеләрҙе алкотестер менән тикшерергә хоҡуҡлы буласаҡ. Уның эскән икәне асыҡланһа, 500 һумға тиклем штраф ҡарала, йә 15 тәүлеккә ябып ҡуйыуҙары мөмкин. Алкотестерға тикшереү ике шаһит күҙәтеүендә башҡарылырға тейеш. Әгәр кеше тикшереү һөҙөмтәһе менән ризалашмаһа, медицина тикшереүенә ебәрәсәктәр....
Әллә ғәмһеҙлек, әллә һаҡһыҙлыҡ үлемгә килтерә 8-02-2013, 16:26 / Социаль ѳлкә

Әллә ғәмһеҙлек, әллә һаҡһыҙлыҡ үлемгә килтерә

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү, ҡыҙыл әтәстән һаҡ булыу ѳсѳн граждандарҙы йыш иҫкәртеп, тѳрлѳ профилактик саралар үткәрелеп торһа ла, янғындар һаны кәмемәй. Ғинуарҙан бѳгѳнгә тиклем район-ҡалала 17 янғын сыҡҡан. Унда алты кеше һәләк булып, дүртәүһе тѳрлѳ йәрәхәт алған. Кешеләрҙең ғәмһеҙлеге, йылытыу приборҙары менән һаҡһыҙ ҡыланыуы, спиртлы эсемлек менән артыҡ мауығыуы арҡаһында, ғәҙәттә, күбеһенсә шәхси йорттар яна. Ошо аҙналағы янғын да ҡаланың Октябрьский биҫтәһендәге шәхси йортта сыға. Фажиғәлә 59 йәшлек Нухов Ислам, уның ҡатыны Зәбирә Нухова һәм күршеләре Айгашева Нина һәләк...
Медицина хеҙмәткәрҙәренә коммуналь хеҙмәттәр ниңә аҙ түләнә? 6-02-2013, 14:19 / Социаль ѳлкә

Медицина хеҙмәткәрҙәренә коммуналь хеҙмәттәр ниңә аҙ түләнә?

“Белорет һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы рәйесе В.Г. Нужинаға, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш бухгалтеры А.И. Кожевниковҡа Асыҡ хат Беҙ, Асы амбулаторияһы, Берештамаҡ, Береш, Йѳйәк, Ғәбдѳк, Исҡушты фельдшер-акушер пункттары медицина хеҙмәткәрҙәре, “Урал” гәзитендә ауыл ерендә йәшәүсе медицина хеҙмәткәрҙәренә коммуналь хеҙмәттәр йәки аҡсалата компенсация түләү тәртибен аңлатып үтеүегеҙҙе һорайбыҙ. Ауыл уҡытыусыларына түләнгән коммуналь хеҙмәттәр менән беҙҙеке араһында айырма ҙур булыуы ғәжәпләндерә. Беҙ бит бер шарттарҙа йәшәйбеҙ, әммә компенсация бер нисә...
Иң оҙон ғүмерлеһе - ҡағылар 5-02-2013, 15:38 / Социаль ѳлкә

Иң оҙон ғүмерлеһе - ҡағылар

Белорет районы муниципаль район буйынса 2010 йылда халыҡ иҫәбен алыу һѳҙѳмтәләре Бѳтә Рәсәй буйынса халыҡ иҫәбен алыу 2010 йылдың аҙағында булды. 2012 йыл дауамында ѳлѳшләтә һѳҙѳмтәләр килде һәм хәҙер халыҡты ҡыҙыҡһындырған ҡайһы бер һорауҙарға яуап бирәбеҙ. Дѳйѳм алғанда... районда һәм ҡалала 107248 кеше йәшәй, (46,3% - ир-егет, 53,7% - ҡатын-ҡыҙ), шуларҙың 68806-һы ҡалала (45,1%-ирҙәр, 54,9%-ҡатын-ҡыҙҙар). Беҙҙә халыҡтың уртаса йәше 38,6, шул иҫәптән ир-егеттәрҙеке - 36, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы - 40,9 йәш. Эшләгән кешеләр һаны - 63725 кеше (59,4%), эшләргә йәше етмәгәндәр - 18,7%, эшләү...
Уллыҡҡа инвалид бала алған өсөн- 100 мең һум 4-02-2013, 15:31 / Социаль ѳлкә

Уллыҡҡа инвалид бала алған өсөн- 100 мең һум

РФ Мәғариф һәм фән министрлығы физик яҡтан сәләмәт булмаған, 10 йәштән өлкәнерәк балаларға һәм бер туғандарына ата- әсә табыу мәсьәләһен хәл итеүҙә яңы алым тапҡан. Был категорияға ҡарағандарҙы тәрбиәгә алған ғаиләләргә һәр бала ѳсѳн 100 мең һум түләү ҡарала. Әлегә уллыҡҡа алған барлыҡ ғаиләләргә лә 13 мең һум бирәләр. Бындай ҡарар Рәсәйҙә етем балаларҙы дәүләт яҡлауы буйынса иң һөҙөмтәле сараларҙың береһе тип иҫәпләй белгестәр. Мәғлүм булыуынса, Дәүләт Думаһы ҡабул иткән яңы законға ярашлы, Рәсәйҙән етемдәрҙе Америка ғаиләләренә уллыҡҡа биреү тыйылды. Тимәк, хәҙер Рәсәйҙә уллыҡҡа...
Бала  күңеле быяла... 23-01-2013, 16:10 / Социаль ѳлкә

Бала күңеле быяла...

Азат бѳгѳн бик уйсан кеүек, бала күңелен ниҙер борсой, тигән ауыр уйҙар менән ҡайтырға сыҡты тәрбиәсе. Ә Азат, һәр кѳндәгесә, түҙемһеҙлек менән ѳйҙәренә ашыҡты, күрше апайҙың уны баҡсанан алыуы тиктән түгеллеген аңлай ул. Бына ул ѳйҙә. Үҙе сисенде, аяҡ кейемдәрен урынына ҡуйҙы. Әсәһенең итеге тора, ә атаһыныҡы юҡ. Тѳпкә үтте. Әсәһе карауатта ята, күҙҙәре йомоҡ, йоҡлайҙыр, күрәһең. Ул ипләп кенә әсәһе эргәһенә сүгәләне. “Ҡайттыңмы, улым?” - тип хәлһеҙ генә тауыш менән ѳндәште әсә. Азат уның ауырып киткәнен шунда уҡ аңланы. Аш бүлмәһенә сығып һыу ҡайнатты, ғәзиз кешеһенә сәй эсерҙе. Малайға...
Ахырызамандың етеүен кѳт тә тор 21-01-2013, 16:48 / Социаль ѳлкә

Ахырызамандың етеүен кѳт тә тор

Бәләкәй генә ауыл тын утрауҙы хәтерләтә. Ауыл эргәһенән үткән поезд тауышы ғына тынлыҡты боҙа. Йорт хайуандары баҡырышҡаны, тегендә-бында кешеләр һѳйләшеүе ишетелә. Ирекһеҙҙән, күрше йорттарҙа йәшәгән ауылдаштарымды барлайым. Күптәре мәрхүм инде. Бѳтәһенең дә үлеменә араҡы сәбәпсе булған. Араҡы тип әйтеүе еңел дә ул, тик уның арҡаһында бер ѳйҙән генә йыл эсендә ѳсәр кешенең һәләк булыуы тураһында уйлаһаң, сәстәр үрә тора....
Комбинатҡа - Рәхмәт хаты 21-01-2013, 15:56 / Социаль ѳлкә

Комбинатҡа - Рәхмәт хаты

Продукцияны әҙерләү һәм оҙатыу буйынса үҙ бурыстарын оператив башҡарған ѳсѳн Белорет металлургия комбинаты «В.П. Чкалов исемендәге Новосибирск авиация производство берекмәһе” йәмғиәтенән Рәхмәт хаты алды....
Алкоголле продукция, һыра һәм уның нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәрҙе ваҡлап һатыу менән шѳғѳлләнгән  предприятие етәкселәре иғтибарына! 21-01-2013, 15:53 / Социаль ѳлкә

Алкоголле продукция, һыра һәм уның нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәрҙе ваҡлап һатыу менән шѳғѳлләнгән предприятие етәкселәре иғтибарына!

1995 йылдың 22 ноябрендәге “Этил спиртын һәм составында алкоголь, спирт булған продукцияларҙы етештереү, әйләнешкә ебәреү һәм алкоголь продукцияһын ҡулланыуҙы сикләү” тураһында 171-се Федераль законға ярашлы 2013 йылдың 1 ғинуарынан: 1. Стационар булмаған урындарҙа 5 һәм унан түбән градуслы һыра һатыу тыйыла. 2. Стационар урындарҙа 5 һәм унан түбән градуслы һыраны киске 11-ҙән иртәнге 8-гә тиклем һатыу тыйыла. 3. Стационар объекттарҙа ниндәй генә һыра һатҡанда ла контроль-касса аппаратының булыуы шарт. Был алынған килемгә һалым түләүселәргә генә ҡағылмай. Бындай осраҡта һатып...