Илебеҙ ѳсѳн тынысбыҙ

Илебеҙ ѳсѳн тынысбыҙ
Тәрбиә ғаиләнән башлана. Бала бәләкәй саҡтан уҡ ата- әсәһе өлгөһөндә хеҙмәт һөйөргә өйрәнә. Уҡырға барғас, тырышып белем алырға ынтыла. Дөрөҫ юл күрһәтеп, матур тәрбиә биргәндә генә улдарыбыҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙ олоһона ла, кесеһенә лә ихтирамлы, игелекле, ҡыҫҡаһы, ысын кеше булып үҫә.
Руслан бәләкәй сағынан ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәй. Межгорьела IV класты уңышлы тамамлай. Уҡыу алдынғыһы булған Руслан тѳрлѳ конкурстарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнаша. Республика кимәлендә үткән конкурстарҙа ла үҙен һынай, спорт менән ныҡлы шѳғѳлләнә. Башланғыс класты тамамлағандан һуң, улдары хәрби училищела уҡырға теләк белдергәс, ҡаршы тормай Эльза һәм Рѳстәм Әҙелмырҙиндар. Алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, ололарса фекер йѳрѳткән улдарының күңелен ҡыймайыҡ, тигәндәрҙер, күрәһең. Барыһын да үлсәп, уйлағас, Ҡазан суворовсылар хәрби училищеһына тѳрлѳ фәндәр буйынса һынауҙар үтеп, имтихандар тапшырып суворовсы булып китә Руслан. Иң яҡшы белем биреү усаҡтарының береһе һаналған Ҡазан суворовсылар училищеһына курсанттар уҡыу, ижад һәм спорт ҡаҙаныштары, йәмәғәт тормошонда ҡатнашыу һѳҙѳмтәләре буйынса уҡырға алына.
- Суворовсылар хәрби училищеһында уҡыуыма ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Яҙмышыма, ата-әсәйемә ошо уҡыу йортонда уҡырға мѳмкинлек биргәне ѳсѳн рәхмәтлемен. Ҡазан суворовсылар училищеһына уҡырға инеү менән уҡытыу һәм тәрбиәләү шарттарының дѳйѳм белем биреү мәктәп тәренә ҡарағанда икенсе икәнлеген аңланым. Суворовсының кѳндәлек тормошо ябай уҡыусынан күпкә айырыла. Уҡыу, нарядтар, ашхана, территорияны таҙартыу... Яңы ҡағиҙәләр, яңы талаптар - барыһы ла ғәҙәти түгел ине. Уҡыу йылы башында ауырыраҡ булды, ә бер айҙан һуң бѳтәһенә лә күнектем һәм ѳйрәндем. Кәйеф тә үҙгәрҙе, уҡыуы ла еңел бирелде. Училищела иң мѳһиме - суворовсылар бурысын үтәү, бер-береңә ярҙам итеү, тапшырылған эшкә етди ҡарау. Бында хәрби тормош ауырлыҡтарын еңергә ѳйрәндем. Уҡытыу һәм тәрбиәләү системаһы суворовсыны тәртипкә, уҡыуға етди ҡараш, һѳнәр алыуға тырышыуға һәм Тыуған ил яҙмышына яуаплы ҡарауға йүнәлтелгән. Уҡытыу алымдары беренсе кѳндән үк ҡаты тойолдо. Тыуған илде һаҡлаусы ошондай ҡаты шарттарҙа ғына сыныға алыуына инандым. Дѳйѳм белем алыу һәм физик әҙерлектән тыш, беҙ хәрби әҙерлек тә үтәбеҙ. Суворовсылар араһында взвод командирҙары һайлана, улар тәртип, уҡыу һәм хеҙмәтте лайыҡлы алып барыу ѳсѳн яуаплы. Училище тормошо мине һәм тиҫтерҙәремде тәртипкә, эшһѳйәрлеккә, сыҙамлыҡҡа, түҙемлеккә ѳйрәтә. Курсанттар, үҙҙәрен ѳлгѳлѳ тотоуҙан тыш, уҡыу һәм йоҡо корпустарын, училище биләмәһен дә тәртиптә тоторға бурыслы. Суворовсыларҙың буш ваҡыты бѳтѳнләй юҡ тиерлек. Дәртләндереү системаһы ла һѳҙѳмтә бирә. Шуға ла хеҙмәт бурыстарын еренә еткереп үтәү курсанттарға ҡәнәғәтлек һәм шатлыҡ ҡына килтерә. Эшең ѳсѳн юғары бил- дә алыу бигерәк тә яҡшы. Бында лайыҡлы уҡытыусылар уҡыта, тәүге кѳндәрҙән үк улар беҙҙең менән бергә. Бергәләшеп театрҙарға йѳрѳйбѳҙ, сараларға әҙерләнәбеҙ, ѳҫтәмә уҡыуҙар үткәрәбеҙ һәм аралашабыҙ, - ти суворовсы Әҙелмырҙин.
Буш ваҡытында Руслан йырлай, еңел атлетика менән шѳғѳлләнә. Ә каникулға ҡайтҡанында күберәк ваҡытын Арсен ҡустыһы менән бергә үткәрергә тырыша, уға училище, хәрби тормош тураһында һѳйләй. Хәҙер инде бәләкәй Арсен да спорт менән шѳғѳлләнә, күнекмәләр эшләй, ул ағаһы кеүек суворовсылар училищеһында уҡыу хыялы менән яна. Әсәй-ѳләсәйҙәре Руслан яратҡан ризыҡтарын бешерергә тырыша, ә атай- олатайҙары менән уның уртаҡ темалары күп.
Эльза Әҙелмырҙина, Ер йѳҙѳндәге барлыҡ әсәләр кеүек, тыныс күк йѳҙѳ теләй һәм улын фәрештәләре һаҡлап йѳрѳтәсәгенә ышана. Алдына ҙур маҡсаттар ҡуйған, ныҡыш, тәүәккәл улы ѳсѳн ғорурлыҡ кисерә ата-әсә.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Оставить комментарий