"Атайымдың яҙмышы асыҡланды"

"Атайымдың яҙмышы асыҡланды"
Бѳйѳк Ватан һуғышы һалған яралар, 71 йыл үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр менән тулылана бара. Һуғыш бер генә ғаиләне лә урап үтмәй. Етем ҡалған балалар аталары тураһында әле лә мәғлүмәт йыйыуҙарын дауам итә. Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында ла бар етем ҡалған балалар. Уларҙың береһе - Барый Нѳғәмән улы СӘЙЕТОВ.
Нѳғәмән Сәйет улы Сәйетов 1910 йылда Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында тыуған. Атаһы Сәйет 1914 йылда Герман һуғышынан әйләнеп ҡайтмай, хәбәрһеҙ юғала. Шуға ла Нѳғәмән әсәһе Аҙнабикә менән икеһе генә кѳн күрә. Нѳғәмән бала саҡтан бик сос һәм оҫта һунарсы булып буй етә. Ул заманда ҡапҡалы ѳйҙәр бик һирәк булған, ә Нѳғәмәндәрҙең кәртәһенең ишеге индек менән ябылған. Егет кәртә аша һикереп сығып йѳрѳр булған. 1933 йылда “Яҡтылыҡ” кооперативына (колхоз) ағза булып инә. Йәйен колхоз эшендә булһа, ҡышын һунар менән шѳғѳлләнгән. Уның атаҡлы һунарсы тигән даны тиҙ тарала һәм Һунарсылар союзы ағзаһы итеп алалар. Һунарсылар союзы рәйесе Сопуновтың Нѳғәмән Сәйет улына инселәп биргән фото әле лә ғаилә архивында һаҡлана.
Нѳғәмән Сәйет улы Бәлхиә Хѳсәйен ҡыҙы менән ғаилә ҡора. 1932 йылда оло ҡыҙы Ҡафия тыуа. 1935 йылда тыуған улдары Ғәлимйәндең ғүмере ҡыҫҡа була, 1940 йылда үлеп ҡала. 1937 йылда Сәлимйән тыуа, ул әле иҫән. 1939 йылда Зәкиә ҡыҙы донъяға килә.
1940 йылда Нѳғәмән Сәйет улы ауылдаштары Сәлим һәм Әнәс Һаруновтар менән Әлкәлә Фин һуғышына әҙерлек курсында булалар. Фин һуғышы туҡталғас, кире ҡайтаралар.
1941 йылдың 22 авгусында Ҡумырыҡ яланында колхозға бесән әҙерләп йѳрѳгәндә Нѳғәмән Сәйетовҡа саҡырыу ҡағыҙы биреп китәләр. Ә инде 23 августа иртә менән Белорет хәрби ко- миссариатынан бер тѳркѳм ир- егетте “узкоколейка” поезы менән һуғышҡа алып китәләр. Поезд ҡуҙғалғанда һауа ярып тауыш бирә. Ул тауышты Бәлхиә Хѳсәйен ҡыҙы ғүмер буйы яратмай, ишеткән һайын: “Шиш, ҡороғор! Алып китеп, балаларҙы атайһыҙ итеп, үлтерҙең”, - тип әйткәнен Барый Нѳғәмән улы әле лә хәтерләй.
Белеме булмағас, әллә ни хат та яҙмағандыр, тип уйлай балалары. Әсәләре лә ул хаҡта һѳйләмәҫ булған. Тик 1942 йылдың ғинуарында бер хаты килә. “Горький ҡалаһында госпиталдә ятам, Архангел районы Тирәкле ауылы егеттәре менән. Бер- ике кѳндән фронтҡа китәбеҙ”, - тип яҙған һәм фотоһын һалған. Был һуңғы һүҙе, һуңғы фотоһы була...
Атаһы һуғышҡа киткән саҡта әсә ҡарынында булған улы Барый 1942 йылдың 12 февралендә тыуа. Әсәләренә дүрт баланы ҡарауы еңелдән булмай: ул кѳнѳ буйы колхозда эшләй, ѳрлѳгѳнә таяу те- рәтелгән бәләкәй генә ѳйҙә торалар.
Еңеүҙән һуң ғына, Нѳғәмән Сәйет улы 1942 йылда хәбәрһеҙ юғалды, тип ҡара ҡағыҙ килә.
- Исмаһам, сабый күҙе менән дә күрмәнем, “атай” тигән һүҙ- ҙе ғүмеремдә әйтә алманым. Шулай ҙа уның фотоһына ҡарап, мәргән һунарсы, спортсы булыуы тураһында ололар һүҙенән генә ишетеп, яҡшы кеше булғандыр, тип күҙ алдына килтерә торғайным. Тотҡонға эләккәндер, йә хыянат иткәндер, дезертир булғандыр, тип бер ҙә уйламаным. Ниһайәт, Бѳйѳк Еңеүҙең 70 йыллығына атайыбыҙҙың яҙмышы асыҡланды: ҡыҙылармеец Нѳғәмән Сәйет улы Сәйетов 1942 йылдың 29 апрелендә һәләк булып, Смоленск ѳлкәһе, Велижский районында ерләнгән, - ти Барый Нѳғәмән улы.
Яңыраҡ - 2 майҙа Барый Нѳғәмән улы балалары менән атаһының ҡәберен күрергә юлға сыға. 18 сәғәт туҡтамайынса барып, 3 майҙа урында булалар.
Нѳғәмән Сәйет улы Сәйетов ерләнгән зыярат Смоленск ѳлкәһе Велижский ҡалаһының Тѳньяҡ Двина йылғаһының бейек ярында - Лидово тауында урынлашҡан. Ҡәбер ташында Нѳғәмән Сәйет улының исеме яҙылғанын күреп инанғас, атаһының ҡәберенә тыуған еренең тупрағын һала Барый ағай.
“Атайымдың ҡәберен күреп, ғүмер буйы үҙемде уйға һалған һорауға яуап табып, тынысланып ҡайттым. Беҙ барғанда бер ҡатын зыяратты таҙартып йѳрѳй ине. “Һеҙ бында эшләйһегеҙме?” - тип һораныҡ. “Юҡ, мин хакимиәттә эшләйем. Был зыяратты таҙартыу - үҙе ғорурлыҡ”, - тип яуап бирҙе ул.
Бѳйѳк Ватан һуғышы яугирҙәре- нең исемен мәңгеләштереүгә ҙур ѳлѳш индергән мәктәп директоры менән дә осраштыҡ. Ул был яр ѳсѳн ҡаты алыш барғанын һәм үҙ ғүмерен аямайынса һуғышҡан меңәрләгән яугирҙең ошонда ятып ҡалыуы, әммә ярҙы дошман ҡулына бирмәүе тураһында һѳйләне. Атайым 264-се уҡсылар дивизияһы һалдаты булған. Әлеге ваҡытта 3 мең һалдаттың исеме асыҡланған. Атайымды 2007 йылда тапҡандар”, - тине Барый ағай.
Барый Нѳғәмән улы үҙе оло йәштә. Бѳгөн иһә атаһының яҙмышына ҡағылышлы ғүмер буйы оҙатып килгән икеләнеүҙәргә һуңғы нѳктә ҡуйылыуы күңеленә тыныслыҡ бирҙе. Атаһы Тыуған иле ѳсѳн яуҙа батырҙарса һәләк булған!
Рәмилә МУСИНА.
Оставить комментарий